20.09.2013 Оҙайлы тикшеренеүҙәр емеше
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә һүрәттәр һәм тамғалар» китабы донъя күрҙе.
Баҫманың авторҙары Ю. Ляхницкий, О. Минников, А. Юшко Евразияның көнсығыш өлөшөнөң палеологик һынлы сәнғәте яҡшы һаҡланған берҙән-бер тәбиғәт һәм мәҙәни ҡомартҡыла һаҡланған һүрәттәр һәм тамғалар каталогын төҙөгән. А. Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре мәмерйәлә 1999 йылда алып барылған эҙләнеү эштәре ваҡытында 195 һүрәт барлығын асыҡлаған, уларҙың 140-ы тәүге тапҡыр табылған. Зооморф һүрәттәрҙән башҡа (мамонт, носорог, ҡырағай ат, үгеҙ), бында компьютер ысулы менән танылған геометрик абстракт тамғалар һәм таптарға аңлатма бирелә.
Китаптағы мәғлүмәттәр был уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын яңыса һүрәтләй һәм Көньяҡ Уралда палеолит осоронда үҙ аллы мәҙәни үҙәк булыуын дәлилләй.