RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.09.2013 Өй эйәһе

Өй эйәһеКилен булып төшөүенең тәүге көндәренән үк был йорт эйәһе үҙһенмәне Раузаны. Иртән күҙен тырнап асыуын-аса ла, тик, ҡәһәрең, әллә ниндәй ҡара көс карауатынан ысҡындырмай ҡырталаша, елем менән йәбештереп ҡуйғандар тиер­һең. Шунан күҙҙәрен көсләп тигәндәй йәнә йомдора. Улай итеп, былай итеп, теге нәмәҫтәкәй менән дауайлашып, карауатынан ҡалҡыныуға төш етә.
Өләсәһенең, шайтан һыйыр тирәһендә уралыусан, тигәне лә дөп-дөрөҫ икән. Эргә­лә­ренә килеп, сүкәйергә лә өлгөрмәй, улары шарт та шорт тибешә башлай, шап та шоп ҡойроғо менән сәпәй. Тәүге көндә үк биҙрәһе-ние менән әллә ҡайҙа тибеп осорғас:
− Башҡаса шул мөгөҙлө иб­листәрҙе күрмәһәм дә бәхил, – тип бәғерҙе телерҙәй итеп үкһене бисара. – Ғәрипләнеп, кеше көнлө булып ятаһы юҡ. Эсмәгән һөтмө!
Шунан алып Рауза улар янына яҡын да юламаны. Бынан һуң ул һыйыр тирәләй ҡара яу булып безелдәгән себен-серәкәйҙәрҙе ҡыуып тора башланы, ә Сәйпушы гөбөрләтеп елендәрҙе тартҡылай. Тик һауылған һөтөн дә үҙ ваҡытында эш итеп ҡуйыу кәрәк. Әммә әлеге лә баяғы теге бәдбәхет уны йомшаҡ диванға әйҙүкләп тик тора...
Ни аралалыр теге ҡара көс бөтә өйҙө ен ояһындай итте лә ҡуйҙы. Ул килгәндә көлөп торған мейес ҡарағыһыҙ ҡап-ҡара булды, тәҙрәләге пәрҙәләргә бер иле туҙан ҡунды. Ә бер көндөмө! Мейесенән ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй алам тип һонолған ҡатын ҡап-ҡара торонбаштар һөйрәп сығарҙы ла йөрәген тотто:
− Уй, Аллаҡайым! Юҡ, башҡаса был енле-бапаҡлы йортта бер көн дә тороу юҡ. Китәм, китәм, − ҡатын үҙ-үҙенә урын тапманы, үкһей-үкһей сәстәрен йолҡҡосланы, башын төйгөсләне, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡысланы. − Ҡайҙан ғына килеп ҡаптым ошо енле, сихырлы донъяға.
Хәҙер шул хәсис нәмәкәй мейестәге икмәккә лә етеште. Ана, ниндәйен иткән!
− Йәнекәйем, мин башҡаса бында бер көн дә тора алмайым, әйҙә, баш имен саҡта ҡасып ҡотолайыҡ, – тип, иренә мөлдөрәп ҡараны. − Ана, күрше өлкәгә эшселәр саҡыралар икән, киттек шунда.
− Әйҙә һуң, − тине ире. Күрәләтә сәскә кеүек кәләшен харап итәһе юҡ инде.
Күсенеүҙән мәшәҡәтле эш юҡ, тиһәләр ҙә, уларға ауылдан ҡутарылып китеү сүп шайы ла булманы. Ике ҡулдарына бер сумаҙан тотоп, дүрт балаһын етәкләп, тып итеп сыҡтылар ҙа киттеләр. Теге хәсис нәмәкәйҙәр алып китерҙәй имен әйберҙәр ҡалдырмағайны шул. Берҙән-бер һыйырҙары ҡаҡ һөйәккә ҡалып, тәгәрәп ятып үлде. Тауыҡтары ла ҡырылды. Барыбер кинәндереп уңышын алған юҡ әле тип, бәрәңгеһен сәсеп тә тормағайнылар. Ишектәре ҡутарылып бөткән шкафтарҙы, кейеҙләнеп, ҡаҡашып, ҡара ер кеүек булып бөткән яҫтыҡ-түшәктәрҙе лә алып торманылар.
− Тормошто яңынан башларбыҙ, − тине Рауза.
− Эйе, шулай, йәнекәйем, − тип баш һелкте ире.
Яңы урын ауыл ере булһа ла, бындағы уңайлыҡтарға ҡатын бер килке телһеҙ ҡалғандай булды. Хатта ул был тиклемен көтмәгәйне. Тегендәге кеүек көшәләнеп, өй йылытам тип, мейес эсенә инеп китерҙәй булып соҡонаһы түгел. Ул битең, ул кейемең ҡалмай, ҡоромға буялып. Инде тоҡанып киттеме тиһәң, һүнгән була.
− Ә бында! Ожмах бит, ожмах! − тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Рауза бүлмәнән-бүлмәгә йүгергеләне, хәжәте булмаһа ла, бер кранды асты, унан икенсеһен.
Әммә, ни ғәләмәт, теге өй эйәһе тигән нәмәкәй бында ла арттан ҡалмаған.
... Рауза ваннаһын асты ла, һыу йыйылғансы нимә тексәйеп торам әле тип, үҙе теге “Кармелита”ны ҡарарға ултырҙы. Бер ваҡыт кемдер тыштан ишекте ҡайыра башлағанға ҡатын ҡурҡышынан сарылдап ебәрҙе. Рауза арлы-бирле иткәнсе ишекте ҡайырып килеп инделәр ҙә уға ябырылдылар.
− Һин нимә, дуңғыҙ, бөтә донъяны һыуға батырҙың?
Өй эйәһенең ҡара эше тамам хәлдәрен алды. Тегеләрҙең өйөнә ремонт эшләй торғас, бурыс­ҡа баттылар. Бынан һуң да әйләнгән һайын бер нәмәһе сығып ҡына торҙо.
Күптән түгел ауылдашыбыҙ, юл төшкәндә тип, Раузаның хәл-әхүәлен белешеп сыҡҡан.
Өй эйәһе тегендә лә һис тынғы бирмәй, имеш. Аптырап-алйыған Рауза ире менән тағы ла ҡайҙалыр күсенергә йыйына, ти.

Венер ИСХАҠОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)