RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәргә бағланған өмөт-аманаттар

13.09.2013 Йәштәргә бағланған өмөт-аманаттар

Йәштәргә бағланған өмөт-аманаттарҺуңғы йылдарҙа ижад ителгән ҙур күләмле “Ҡатындар” трилогияһы танылған шағирә Гөлнур Яҡупованың проза оҫтаһы ла икәнлеген иҫбатланы. Әҫәр бер нисә йыл буйы “Ағиҙел” журналында баҫыла килде һәм ошо көндәрҙә китап булып донъя күрәсәк. “Ҡыҙ бала”, “Бер һөйгәнем өсөн…”, “Кесе йыһан – Оло йыһан” исемле өс китаптан торған был трилогия буйынса фекерҙәр күп әйтелер, тәнҡит материалдары ла әҙ яҙылмаҫ. Мин дә, йәш тәнҡитсе булараҡ, “Йәшлек” гәзите уҡыу­сылары менән үҙ тәьҫораттарымды уртаҡлашырға, ошо тәрән йөкмәткеле, бай телле, киң мәғлүмәтле әҫәргә уларҙың иғтибарын йүнәлтергә ниәтләнем.
Башта уҡ әйтеп китке килә: трилогияның аталмышынан сығып, унда тик ҡатын-ҡыҙ заты хаҡында ғына һүҙ бара, тип уйлап ҡуймағыҙ! Был ғәжәйеп киң ҡоласлы әҫәрҙә ир-ат образы бихисап һәм улар ғаилә, ил ҡалҡаны итеп һүрәтләнә, бәғзе өлөштәрҙә төп герой булыуға ла дәғүә итә. Әлбиттә, ҡатындар образы үҙәккә, ваҡиғалар уртаһына ҡуйып хикәйәләнә, уларҙың яҙмыштары, донъяға ҡараштары призмаһы аша йәшәйеш, ил, халыҡ тормошо, Ер планетаһы, Йыһан әйләнеше лә һүрәтләнә. Төп героиня Нурия миҫалында ғына ла кеше асылының ниндәй ҡатмарлы, хәтер-зиһененең ҡайһылай тәрән тамырлы икәнлеген һәм шәхестең үҙ ғаиләһендә, ауылында – кесе йыһанында тотҡан роленең илдә, хатта донъя кимәлендә лә эҙһеҙ ҡалмауын аңлап, тетрәнеп китәһең. Ғалимдар “күбәләк эффекты” тип яҙа бит: тәбиғәттең шундай халәте килеп тыуыуы ихтимал, ҡайһылыр бер ҡитғала осоп йөрөгән күбәләктең ҡанат елпеүенән тотош планетала ғәрәсәт ҡубыуы ихтимал икән, был тәңгәлдә башҡасараҡ юҫыҡта һүҙ йөрөткөм килә – һәр кеше үҙ ҡылыҡтарының ахыр сиктә хатта ки донъя кимәлендә яҡшыға йәки яманға алып барып олғаштырырға һәләтле булыуын онотмаһын ине. “Ҡатындар”ҙың төп идеяһы шунда, минеңсә. Һәм, һыҙыҡ өҫтөнә алып китәм, әҫәр ғәмәлдә беҙгә, йәштәргә, фәһем, аҡыл, тарих, ихтирам һәм өмөт менән һуғарылған аманат ул.
Нурия әсә ҡарынын баланың кесе йыһаны тип аңлап үҫә. Артабан ул тыуған ауылын илдең кендеге тип атай – уның зиһене шулай киңәйә, үҫешә һәм өләсәй йәшендә ул үҙе асҡан донъя, тормош фәһемдәре хаҡында үҫмер сағында уҡ яҙа башлаған китабын тамамлап, вәрисәһе – ейәнсәре Айһылыуға, тимәк, киләсәккә мираҫ итеп тапшыра. Бөгөнгө быуындың осҡор аҡылын иһә яҙыусы Айһылыу теле менән әйтеп ҡуя: “Әсә ҡарынын кесе йыһан тип ҡартәсәйем дөрөҫ атаған, микрокосмос ул – кешенең үҙе. Әҙәм балаһы ла, Оло йыһан да бер үк хасилда: беҙҙең тәнебеҙ – тупраҡтан, ҡаныбыҙ – һыуҙан, тыныбыҙ – һауанан, йылыбыҙ – уттан. Кесе йыһан – Оло йыһан гармонияһы”.
Шулай, сабыйлыҡтан сыҡмаҫ борон уйлы бала булған Нурия хыялсан үҫмергә, илаһи мөхәббәт үрнәктәрен йөрәгендә йөрөткән ҡыҙға, тоғро ҡатынға, фиҙакәр ҡартәсәйгә әүерелә. Йәшәй килә ул тормошто – үҙендә, үҙен тормошта аса бара һәм нәҫеленең, тыуған төйәгенең, халҡының рухын, хәтер ҡаҙнаһын бағыусы ил инәләре рәтенә баҫа.
Был – шәхес, характер эволюцияһын юллау, ҡыҫҡаса ғына байҡау яһарға ынтылыуым. Нурияның фәһем орбитаһы ифрат киң һәм унда ғаилә тәрбиәһе, атайлы – арҡалы, тигән тос һүҙ менән билдәләнгән атай роле, өләсәйҙәр генә бирер һабаҡтар, ауыл интеллигенцияһының йәмғиәт алдындағы ҙур яуаплылығы һәм башҡа мөһим темалар әйләнә. Ул – география һәм астрономия уҡытыусыһы уҡыусыларын Ер планетаһы, ғаләм менән таныштыра, сәйәхәттәргә йөрөтә. Аңлашыла, әҙибә героиняһына был һөнәрҙе алдан уйлап инселәгән. Ниндәй генә юғары әҙерлекле булмаһын, ауыл уҡытыусыһы шул бер төбәктән сыға алмай инде, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Ә һеҙ әҫәрҙе уҡығыҙ, Нурияның, уның коллегаларының шәкерттәре менән танышығыҙ – улар планетабыҙҙың төрлө мөйөштәренә таралған, лайыҡлы шәхестәр булып танылған. Героиня үҙе әйтмешләй, ҡайҙа ғына һибелмәгән башҡорт орлоҡтары! “Донъяның һәр ҡитғаһында эҙе ҡалған тоҡомдаштарым яңы быуатта ла төрлө тарафтарҙан ауаз ташлай, бер яңғыҙым түгелмен мин – Оло йыһандағы шәхсән орбитамда, ауылымда-илемдә хәтер бағыусы ҡатын. Быуаттар һуҙымында күпме ташъяҙмалар ауған, санскриттар саңға әйләнгән, петрографтар юйылған… Әммә уй-хәтер уларҙы тергеҙгән, быуындан быуынға ҡан аша, тел илә тапшыра килгән һәм шулай дауам итер – Йыһани даһи аҡылдың ҡануны был”, – ти ул, бәйәндәрен бер епкә теҙеп алғас һәм үткән ғүмер юлын баһалай: “Таңғы сәғәттә, яҙмышыма шөкөрана ҡылып, Аллаһы Тәғәләмә, мине кесе йыһандан Оло йыһанға сығарған әсәйемә, тормош аҡылы биреп үҫтергән өләсәйем менән ҡартәсәйемә, ғаләм кендеге береккән Толпарлыма, төрлө сүрәттә һынаған, шәхесемде сыныҡтырған ауылдаштарыма, фиҙакәрлек талап иткән яуаплы һөнәремә, тормошомдо ғәм менән солғаған уҡыусыларыма – һәммә яҡты донъяға рәхмәт әйтәм”.
Халыҡтар дуҫлығы хаҡында Толпарлы ауылына ереккән татар әбекәйе – Йәнкиҫәк, сыуаш егете Александр – духтыр Искәндәр, мейес сығарыусы Оҫта знакум, Себер татаркаһы Суфия апай, Әнкәләр осо тигән атамаға исемен ҡалдырған украин ҡыҙҙары, рус ҡыҙы – ғалимә-этнограф Люся, ҡаҙаҡ, үзбәк, хохол кейәүҙәр – Нурбәк, Сәлим, Олексий һәм башҡалар һөйләр уҡыусыға. Афған һуғышында Толпарлы егете Мусаның башҡорттоң Мөйтән ырыуын нәҫел шәжәрәһендә һаҡлаған тимерсе пуштун ҡарты менән осрашыуы, Чечня фажиғәләрен йөрәге аша үткәргән Айгиздең яҙмышы үҙҙәре трилогия туҡымаһына органик ҡушылған повестар һымаҡ уҡыла. Шул тиклем күп, төрлө, ҡоласлы ваҡиғаларға бай әҫәрҙә, уларҙы тотоп торған, бер-береһен ҡабатламаған үҙенсәлекле геройҙарға роль, һүҙ биреү, онотоп ҡуймау, тулы ҡанлы образ кимәленә еткерә алыу – был, һис шикһеҙ, яҙыусынан ҙур маһирлыҡ талап итә. Өләсәһе Зөлхизә, ҡартәсәһе Рәйхана, Шәрифә апаһы, күршеләре Гөлбикә, Гуля – Гөлсөм, Рабиға, Ғәҙилә инәй, Фариза еңгәһе, әхирәттәре Мәүлиҙә, Әсмә, Менәүәрә – Гөлсирен, Гөлфирә – һәр ҡайһыһының башҡа бер кем менән дә бутамаҫлыҡ үҙ булмышы, төҫ-ҡиәфәте, һөйләшеү манераһы, айырмалы ғәҙәттәре бар. Урыны-урыны менән был персонаждар алғы планға сығып, трилогияның ҙур ғына өлөштәренең төп героиняһы булып та китә – шулай сағыу һүрәтләнгән улар!
Хәл-ваҡиғалар иһә Нурия исеменән бәйән ителә. Һәм маҡсатым да ошо образға ентеклерәк туҡталыу.
Нурияның характер һыҙаттарын барлар алдынан үҙе әйткән һүҙҙәргә иғтибар итеү кәрәктер. “Мин үҙемде берсә, өләсәйем әйтмешләй, “аҡыл мискәһе” итеп тә тойоп алам. Һәм бына хәтәр ғорурланып йөрөйөм, уның һайын күберәк белергә, мискәмде тиҙерәк тултырырға тырышам. Ә хәҙер әллә ҡойоға әйләнеп киләм, гүйә, тәрәнәйә барам, тәрәнәйә барам… Белгәнемде бүлешеп тә торам, әммә кәмемәйем һымаҡ. Ҡойоноң да шулай, һыуын алған һайын, артыла ғына. Тик миңә өләсәйем һәм ҡартәсәйем менән сағышырға иртә әле, башым йәш. Улар, исмаһам, ҡойо: өләсәйемдең оҙон ғүмере, орденға лайыҡ хеҙмәте, мөхәббәт ҡиссаһы, ҡартәсәйемдең ҡатлы-ҡатлы зиһене, тормош һабаҡтары – һайыға торған түгел. Миңә, улар иҫән саҡта, шул ҡойоларҙан күберәк аҡыл, иман, фәһем алып ҡалыр­ға кәрәк. Ниндәй бәхетлемен, аңлай белһәм, күңелемде ҡорғаҡһыуҙан, хыялдарымды ҡороп ҡыуарыуҙан, аҡылымды ахмаҡланыуҙан ҡурсыр­ға янымда ике ысын ҡойо бар, һәм мин улар менән ҡан тамырҙары аша тоташҡанмын”.
Бәләкәстән хыялланырға ярата Нурия. “Әҙәм вә Һауа серенә төшөнгәс, хыялсан халәтем тағы үҙгәрҙе, инде үҙ-үҙемде бөтөнләй мөғжизәүи есем, ике кендегем бар, береһе, ҡыҫҡарағы, өйөмә, ауылыма, Күрәнлемә, Аҡбейеккә, ыласын ҡанатын ҡаҡҡан Толпарлы күгенә тоташҡан, икенсеһе – Оло йыһанға, ул кендек ғәйәт оҙондор… Ике кендегем дә ныҡ кәрәк үҙемә, шуны ап-асыҡ тоям. Әммә ҡыҫҡа кендек тирәһендә минең йәшәйешем, һулышым. Саҡ ҡына алыҫлашһам да, ул ҡанай башлар, әрнер кеүек. Ә бит ҡасан да бер алыҫлашырға, хатта айырылырға тура килер унан – Оло йыһанды тотош күргем, белгем, урап сыҡҡым килә минең”, – ти ул.
Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, география уҡытыусыһы булырға ҡарар итә Нурия. Ситтән тороп уҡырға инә. Был ваҡытта әсәһе, яңынан тормошланып, күрше Таллы ауылына күскәс, өләсәһе, ҡартәсәһе, игеҙәк туғандары Камил менән Камила өсөн Нурия яуаплы булып ҡала. Егерме ете йәшендә Фатихҡа кейәүгә сыға. Үҙ фәнен яратҡан Нурия балаларға төплө белем биреүгә бөтә көсөн һала, “Глобус” клубын ойоштора, уларҙың йәш күңеленә тыуған ергә, туған телгә, халҡыңа тоғролоҡ төшөнсәләрен индерә. “Балаларыбыҙға күкрәк һөтө менән һеңһен, бишек йыры аша ҡолағына инһен, ҡанына ҡушылһын туған телебеҙ! Кесе йыһанда – әсә ҡарынында, кесе йыһанда – ғаиләһендә, кесе йыһанда – ауылы-ҡалаһында, республикаһында үҙләштерһен йәш быуын әсә телен, шул саҡта милләтебеҙ Оло йыһанда ла юҡ булмаҫ”, – тип мөрәжәғәт итә ул милләттәштәренә. Ҡойоп ҡуйған уҡытыусы характеры түгелме ни ошо?!
Ошо ыңғайҙа характерҙарҙы тасуирлауҙа яҙыусы тарафынан киң һәм уңышлы ҡулланылған һүрәтләү сараларына иғтибарҙы йүнәлтәйек. “Ҡатындар”ҙың теле ифрат бай, фекерҙәре үтемле, ҡолаҡҡа ятышлы, моңло, ҡанатлы. Әҫәрҙе йәнләндереүсе, төҫ һәм тәм биреүсе саралар менән әҙибә шул уҡ ваҡыттта сама тойғоһо менән, зауыҡлы эш иткән. Сағыштырыу поэтикаһы, синоним һәм антонимдар, мәҡәлдәр, йола фольклоры үрнәктәре, фразеологик берәмектәр, әҙәби телгә органик ҡушылып киткән диалектизмдар – бөтәһе лә уртаҡ маҡсатҡа, уҡыусының тәьҫоратын көсәйтеүгә, әҙәби зауығын үҫтереүгә зиһенен һәм йөрәген биләүгә йүнәлтелгән.
Ошо матур йәйҙә үҙенең 65 йәшен билдәләгән күренекле әҙибәбеҙҙе, шиғриәттә, прозала, балалар әҙәбиәтендә һәм әҙәби тәржемә өлкәһендә берҙәй егәрле эшләгән Гөлнур апайыбыҙҙы ошо ыңғайҙа тыуған көнө менән дә ҡотлап, сәләмәтлек , яңы ижад үрҙәре теләп, беҙгә хис һәм тормош тәжрибәһе тәрәнлегенән баҡҡан һоҡланғыс китаптары өсөн ихлас рәхмәт әйтәм!
Йомғаҡлап, Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар”ында мөхәббәтле, матур, игелекле, кешелекле характерҙарҙы өйрәнеп, кире геройҙарҙан ғибрәт алып, тормош серҙәренә төшөндөрөр асҡыстар таптым, шағирәнә теленә хайран ҡалдым, тип тә әйтә алам. Күренекле әҙибәләребеҙ Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишевалар баҫҡысына баҫтыра Гөлнур Яҡупованы башҡорт әҙәбиәтен байытҡан, уның бәҫен күтәргән был трилогияһы.

Рима ТӨХВӘТУЛЛИНА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)