RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡҡан һыуҙар

05.09.2013 Аҡҡан һыуҙар

Аҡҡан һыуҙарЕрәнсәккәй атым, ай, елмәйҙер,
Кешегә ғүмер ике килмәйҙер.
Йәш ваҡытҡайҙарҙың ҡәҙеркәйен
Диуана-ахмаҡ ҡына белмәйҙер...
(Башҡорт халыҡ йырынан).

Өфө тимер юл вокзалында поезд көтөп ултырған авиация полковнигы Хәйҙәр ағай Тимеров ҡулындағы сәғәтенә ҡарап алды ла, Сибай поезы ҡуҙғалырға байтаҡ ҡына ваҡыт бар икән әле, тип уйлап ҡуйҙы. Иртәнсәк кенә Санкт-Петербург поезынан Өфөгә килеп төшкәйне. Сираттағы отпускыһына ауылға – әсәһенә ҡайтып бара. Егерме биш йыл инде шулай туғандарын, әсәһен күреүгә зар-интизар булып, йыл һайын уларҙы һағынып ҡайта. Башҡа офицерҙар – уның хеҙмәттәштәре ялға Ҡара диңгеҙ буйына, ял йорттарына барыуҙы хуп күрһә, Хәйҙәр ағайҙың был турала әле уйлағаны ла юҡ. Уны һәр саҡ тыуған Башҡортостаны, тыуып үҫкән ауылы үҙенә тарта. Ял йортон – атай йорто, ә Ҡара диңгеҙҙе йәмле Һаҡмар буйы алмаштыра уға.
Илеңә ҡайтып, туғандарың, балалыҡ дуҫтарың менән бергә йыйылышып, кинәнеп башҡортса һөйләшеп ултырыуҙарҙан да артыҡ нимә бар һуң был донъяла! Ә инде ҡулыңа гармун алып бер һыҙҙыр­һаң, тиң-тоштарың һин уйнаған көйгә ҡушылып йырлап ебәрә. Ул саҡта инде бөтә донъя онотола!
Ялға ул хәрби формаһын кейеп ҡайтырға ярата. Яҡташтарың менән күрешә-күрешә формала өйөңә ҡайтып барыуы үҙе бер ғүмер бит. Таныштар ғына түгел, ә бөтөнләй белмәгән кешеләр ҙә һиңә һүҙ ҡуша, һинең менән һөйләшергә тырыша. Ир-егеттәр үҙҙәренең дә ҡасандыр хеҙмәт иткән мәлен иҫтәренә төшөрә, ә олораҡ апайҙар армиялағы улдарын йә ейәндәрен иҫләй. Ғөмүмән, юлда күңелһеҙ булмай. Ә машина менән ялға ҡайтыуҙы Хәйҙәр ағай бер ҙә хуп күрмәй. Кешеләр менән күрешә-һөйләшә ҡайтһаң, юл да ҡыҫҡараҡ тойола, күңеллерәк тә. Ҡайһы саҡта хатта лаҡап итеп һөйләрлек мәҙәк хәлдәргә лә осрайһың. Әле үткән йыл шулай сираттағы ялына ҡайтып барғанда, Сибай – Баймаҡ автобусында оло ғына бер әбей Хәйҙәр ағайҙың өҫтө-башын бик иғтибар менән ҡарап алғандан һуң:
– Улым, кисә минең ҡара тауығымды урлап киткәндәр, шуны табып бирә алмаҫһыңмы? – тип өндәште.
– Инәй, мин бит милиционер түгел, – тине Хәйҙәр ағай, көлөмһөрәп.
– Ә кем һуң? Милисейәгә оҡшағанһың да баһа? – тип аптыраны әбей.
– Мин – һалдат, армиянан отпускыға ҡайтып киләм, – тине Хәйҙәр ағай, йылмайып. Әбей уға бер аҙ текләп ултырҙы ла:
– Китсәле! Ҡалай һуң барғанһың әрмейәгә, һалдаттар йәшерәк була ла ул... – тине.
– Оҙаҡлап киттем шул, инәй, – тине Хәйҙәр ағай. Бер аҙ барғандан һуң әбей тағы:
– Минең уртансы ҡыҙымдың улы Айнур ҙа үткән көҙ генә әрмейәгә киткәйне, һин уны күрмәнеңме? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, күрмәнем, инәй. Ә ҡайҙа хеҙмәт итә һуң ул?
– Аһ, аһ, ҡайҙа тип ни, ана шул әрмейәлә инде. Әрмейә берәү генә түгелме ни? Шуға әйтәм, Айнурымды күрһәң, сәләм әйт, тим.
– Ярар, әйтермен, – тип көлдө Хәйҙәр ағай. Уларҙың әңгәмәһен тыңлап барған йәштәр ҙә сыр-сыу көлөшөп алды.
Эйе, кемдәрҙе генә осратмайһың юлда йөрөгәндә. Ҡайһы берҙә оҙаҡ йылдар күрмәгән һабаҡташтарыңды, элекке дуҫтарыңды осратаһың. Күптәрен ҡапыл танып та булмай. Ваҡыт үҙгәртә кешеләрҙе. Берәүҙәр шау сәскә атҡандай балҡып, йәшәү дәрте менән тулы булып килеп күрешһә – бәғзеләре, үкенескә күрә, ҡалтыранған ҡулдарын һоноп: "Бер һыралыҡ ҡына бир әле”, – тигәндән башҡа нәмәне әллә ҡасан онот­ҡан...
Күңелһеҙ юҫыҡҡа төшә башлаған уйҙарынан тиҙерәк ҡотолорға теләгәндәй, Хәйҙәр ағай, ултырған урынынан кинәт кенә тороп, китель төймәләрен ҡаптырҙы, фуражкаһын төҙәтеп кейҙе лә, буфет-маҙар эҙләп, тирә-яғына ҡаранды. Маңла­йын арҡыры һыҙып үткән берҙән-бер һыры ҡалын ҡара ҡаштары араһындағы тәрән вертикаль йыйырсыҡ менән тоташып, ҡанаттарын йәйеп ҡаршы осоп килгән ҡыйғыр ҡош һүрәтен хәтерләтә, сикә сәстәре шаҡтай саллана төшкән был хәрбигә етди ҡиәфәт тә биргәндәй. Кинәт уның ҡаршыһында бер ҡулына ҡара сумка тотҡан, икенсеһе менән ҡолағына кеҫә телефонын терәгән хәрби училище курсанты пәйҙә булды. Кем менәндер телефон аша һөйләшә-һөйләшә вокзалдың аҫҡы ҡатынан баҫҡыс буйлап йүгерә-атлай менеп килгән был егет, бер кемгә лә иғтибар итмәҫтән, ян-яғына ҡарана-ҡарана Хәйҙәр ағайҙың янынан шәп-шәп атлап үтеп китте.
– Иптәш курсант! – тине Хәйҙәр ағай ҡәтғи тауыш менән. – Кире боролоғоҙ!
Ҡалын “командный” тауышҡа һиҫкәнеп, курсант уның яғына боролдо. Ҡаршыһында торған “уҫал” ҡарашлы полковникты күреп, бер аҙ албырғап ҡалды. Ҡулындағы телефонын кеҫәһенә һалып, бер аҙ ҡырыная төшкән фуражкаһын йүнәтеп кейҙе. Китель салғыйҙарын төҙәткеләп алды ла, шәп-шәп атлап килеп, начальникка етергә дүрт-биш аҙым ҡалғас, “строевой шаг”ка күсте. Ботинка үксәһенә ҡағылған “армейский” дағалары менән таш иҙәнгә шаҡылдатып бер-ике баҫҡандан һуң “смирно” хәлендә туҡтап ҡалды. Унан уң ҡулын фуражкаһы тәңгәленә ҡуйып, устав буйынса доклад яһаны:
– Иптәш полковник, курсант Тимеров һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса!..
– Иптәш курсант, һеҙҙе училищела юғары званиелағы хәрбиҙәрҙе честь биреп сәләмләргә өйрәтмәнеләрме ни? – тине полковник та, күнеккән хәрәкәт менән ҡулын фуражка козырегына ҡуйып.
– Виноват, иптәш полковник. Таныш ҡыҙым оҙатырға килергә тейеш ине, шуны эҙләп, ҡабаланып барып, һеҙҙе абайламай ҡалғанмын, – тине курсант ҡыҙара биреп.
– Таныш ҡыҙым тиһең инде, – полковник бер аҙ йомшара төштө. – Ярай, улай булғас, бар, эҙләп таба һал, юғиһә поезд килер ваҡыт етеп ҡуйыр. Әммә башҡаса улай иғти­бар­һыҙ булма... Фамилияң кем тинең әле?
– Тимеров, иптәш полковник.
– Тимеров? – Тәүге мәртәбә ишеткән һымаҡ албырғап ҡалды Хәйҙәр ағай. – Ярай, бар, ҡустым, йүгер, юғиһә һуңлап ҡуйырһың, – тине был юлы башҡортсалап. Курсант йәнә честь биреп, хәрбиҙәрсә боролдо ла малайҙар һымаҡ йүгереп китеп барҙы.
Хәйҙәр ағай үҙенең буфетҡа барғанын да онотто. Тимеров... Бығаса бер ҡасан да күрмәгән был егет ни өсөндөр уға таныш һымаҡ булып тойолдо. Өҫтәүенә, фамилиялаш бит әле... Йөрәге ниҙер һиҙенеп, урынынан ҡуҙғалғандай булды. Берәм-һәрәм ир туғандарын иҫләй башланы. Береһенең дә улдары хәрби училищела уҡымай, ахырыһы... Хәйер, Башҡортостан ҙур бит, башҡа Тимеровтар ҙа етерлектер инде...
Ҡабаттан урынына барып ултыр­ҙы. Шулай тынысһыҙланып, бер аҙ уйланып ултырғандан һуң, сумаҙанын асып, шинель материалы менән матур итеп тышланған фотоальбомын алды. Уның тәүге битен асыу менән Хәйҙәр ағайҙың бөтә тәне буйлап электр тогы үткәндәй булды. Шыбыр тиргә батты. Бығаса нисек уйлап еткерә алмаған ул? Теге “таныш һымаҡ булып тойолған” курсанттың фотоһүрәте гүйә уның альбомының тәүге битенә йәбештереп ҡуйылғанмы ни... Хәйҙәр ағай үҙенең хәрби училищела төшкән фотоһына оҙаҡ ҡына текләп ултыр­ҙы. Күкрәген тишеп сығырҙай булып типкән йөрәген тынысландырыу өсөн кеҫәһенән валидол төймәһе алып ҡапты... Был ни хәл?..
Йөрәгенең ярһыуы бер аҙ баҫыла төшкәс, тиҙ генә сумаҙанын япты ла вокзал буйлап курсантты эҙләп китте. Вокзалды бер нисә мәртәбә урап сығыуына ҡарамаҫтан, егетте таба алманы. Уның ҡайһы поезға ултырырға йыйынғанын да, ҡайҙа барыуын да һорашмағанына үкенеп ҡуйҙы. Тағы ла шул егетте күргеһе килде.
Диспетчер зал яңғыратып, тәүҙә башҡортсалап, унан руссалап Сибай поезына ултырырға саҡыр­ҙы. Хәйҙәр ағай ашыҡмай ғына әйберҙәрен алып, иғлан ителгән платформаға йүнәлде. Курсант егет һаман уның башынан сыҡманы.
Проводникка билетын күрһәтеп, вагонға инде лә үҙенең урынын табып алды. Купеға ингәс, кителен һәм фуражкаһын сисеп элде, ә сумаҙанын иң өҫкө кәштәгә ҡуйҙы.
Поезд ҡуҙғалырға биш минут самаһы ҡалғас, кинәт... купеға ҡыҙ менән егет килеп инде. Хәйҙәр ағай һиҫкәнеп китте. Ни күҙҙәре менән күрһен: егет теге курсант ине. Йәш хәрби тәүҙәрәк баяғы осрашҡандағы һымаҡ ҡаушап ҡалды. Ахырҙа:
– Здравия желаю, товарищ полковник! – тине.
– Әйҙә, әйҙә, ҡустым, үтегеҙ, – тине Хәйҙәр ағай саф башҡортса. Әлеге етди булған сырайы был юлы, бөтөнләйгә киреһенсә, йылмайыуға әйләнгән. – Киленме әллә? – Ул ярым шаяртып, ҡыҙға ымланы.
– Юҡ, ул мине оҙатырға ғына килде, – тине лә курсант ҡыҙға боролдо – Пока, Айгөл. Барып еткәс тә шылтыратырмын. – Кителенең йылтыр төймәләрен ысҡындырҙы ла ҡаршылағы йомшаҡ урындыҡҡа ултырҙы. Сөм ҡара күҙле һылыу ҡыҙ ҙа, айҙай балҡып, егеткә йылмайҙы.
– Пока, Таһир. Имен-һау барып ет. Өләсәйеңә сәләм әйт, – Айгөл вагондан сығып китте. Поезд әкрен генә ҡуҙғалды ла “тәк-тәк...” тип теләр-теләмәҫ кенә, яйлап тиҙлеген арттыра башланы.
– Ҡайҙа уҡып йөрөйһөң, ҡустым? – тип һораны Хәйҙәр ағай, курсанттың яғаһындағы хәрби-һауа көстәре эмблемаларын байҡап алғас.
– Силәбелә, – тип ҡыҫҡаса ғына яуап бирҙе Таһир, һаман да Айгөлө менән хушлашыу хистәренән арына алмай.
– Ә, аңланым, ЧВАКУШ (Челя­бинское высшее авиационно- командное училище штурманов). Дүртенсе курсты тамамлағанһың икән, афарин, – тине Хәйҙәр ағай, курсанттың кителенең еңендәге шевронының "шпал”дарын һанап. – Ялға ҡайтып бараһыңмы?
– Эйе, каникулға. Тағы ла бер йыл уҡыйһы бар әле. Тик мин өйөмә түгел, ә ауылға, өләсәйемдәргә ҡайтып барам... Ә минең йәшәгән урыным бында – Өфөлә. Әле әсәйемдә бер нисә көн генә булдым да...
Күршеһенең һөйләшеүгә әүәҫ кенә булыуына Хәйҙәр ағай кәйефләнә төштө.
– Өфөлә йәшәһәң дә башҡортса тап-таҙа һөйләшәһең әле, ҡустым, – тине ул. – Афарин! Ауылдан күптән түгел күсеп килдегеҙме әллә? Ғәҙәттә, ҡала балалары үҙ телен белмәй ҙә торған...
– Юҡ, ағай, Өфөлә тыуып үҫтем. Әсәйем мине бала сағымдан тик башҡортса ғына һөйләшергә өйрәткән. Алыҫыраҡ булһа ла, башҡорт лицейына йөрөп уҡыным. Сөнки минең ата-бабаларым – Урал аръяғы кешеләре, ысын башҡорт тоҡомонан. Әсәйем үҙе Мырҙ­абулат ауылында тыуып үҫкән.
– Атайың ҡайһы ауылдыҡы? – тип һораны Хәйҙәр ағай, үҙенең тулҡынланыуын көскә йәшереп.
– Минең атайым тере түгел, – тип яуап бирҙе Таһир, бер аҙ күңелһеҙләнеп. – Ул Йәнбәк ауылынан булған.
– Йәнбәк?...
– Эйе, Йәнбәк.
– Ә атайыңдың исеме кем?
– Хәйҙәр.
– Хәйҙәр?..
– Эйе, эйе, әллә ишеткәнегеҙ бармы? – атаһы хаҡында әҙ генә булһа ла берәй мәғлүмәт алырға теләгәндәй, егет ҡаршыһында ултырған хәрби летчикка төбәлде. – Әйткәндәй, ул да һеҙҙең кеүек осоу­сы булған. Әсәйем менән өйләнешеп өлгөрмәгәндәр. Мин тыумаҫ элек үк авиаһәләкәттә һәләк булған.
– Ишеткәнем юҡ, – тигән булды Хәйҙәр ағай, маңлайына бәреп сыҡҡан тир тамсыларын ҡулъяулығы менән һөртә-һөртә. Үҙе тамам аптыранды... Бәлки... Бәлки, әсәһенең исеме тап килмәҫ?.. Вагонда эҫе булмауға ҡарамаҫтан, уның арҡаһы тирҙән еп-еүеш ине.
– Әсәйем – Фәриҙә, – тине Таһир, уның уйын белгәндәй, сумкаһын асып, унан блокнот килтереп сығарҙы. Блокнот биттәре араһынан эҙләп, бәләкәй генә һарғайып бөткән фотокарточка табып алып, Хәйҙәр ағайға һондо. – Был минең атайымдың берҙән-бер фотоһы.
Партия билетына төшкән кескенә фотола, бер аҙ йылмая биреп, хәрби училище курсанты формаһында йәш Хәйҙәр ултыра ине. Таһир дауам итте:
– Атайыңа оҡшағанһың, ти әсәйем. Мин дә, атайымдың юлын дауам итеп, хәрби летчик булырға ҡарар иттем.
Атаһының фотоһүрәтен яңынан ҡулына алғас, ҡәҙерләп кенә ҡабаттан блокнот араһына ҡуйҙы ла, кителенең түш кеҫәһенә һалды.
Бындайын да сетерекле хәлгә күптән осрағаны юҡ Хәйҙәр ағай­ҙың. Әлдә күршеһе унан: “Ә үҙегеҙ кем булаһығыҙ?” – тип һорамай әлегә... Әллә шул һорауҙы ишетеүҙән шикләнеп, Хәйҙәр ағай ашыға-ашыға тамбурға тәмәке тартырға сығып китте. Өлкән званиелағы кешегә һорауҙар биреү тыйылмаһа ла, ҡапылда уның кемлеген һорашырға ҡыймағандыр егет. Полковник үҙе лә әлегә бындай һорауға яуап бирергә әҙер түгел ине...
Тамбурҙа ул бер-бер артлы тәмәке сығарып тартты ла тартты. Бындай хәлдең килеп сығырын ул ошоғаса башына ла килтерә алмай ине.
Хәйҙәр ағай купеға ингәндә Таһир урын йәйеп, рәхәтләнеп йоҡлай ине. Эйе, бер ни белмәй йоҡлай. Уның йәш, вайымһыҙ сағы... Әле күптән түгел генә һымаҡ Хәйҙәр ҙә Таһир кеүек йәш, шат егет ине. Бер ҡасан һәм бер ни өсөн дә борсолорға сәбәп юҡ ине һымаҡ ул ваҡытта. Һәр кешенең дә шундай бер мәле була торғандыр инде. Кәштәһенә салҡан ятҡан килеш Хәйҙәр ағай уйға сумды. Икһеҙ-сикһеҙ уйҙары уны алтын йәшлегенә, егерме йылдан ашыу элек булған ваҡиғаларға алып китте.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)