09.09.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Иҫәрҙәр йортонда ике пациент һөйләшә.
– Минең романым оҡшанымы? – ти береһе.
– Иҫ киткес, – ти икенсеһе, – тик ҡатнашыусылары күп.
Шәфҡәт туташы:
– Паразиттар, тағы телефон белешмәһен урланығыҙмы?
* * *
– Ял көндәрегеҙ нисек үтте?
– Мин берәй музейға барырға теләгәйнем, ә ҡатыным – киноға.
– Шунан, фильм оҡшанымы һуң?
* * *
– Һеҙ уны кәләш итеп алырға ризаһығыҙмы?
– Уныһын инде суд хәл итер...
* * *
Магазинда.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ миңә ҡалған аҡсамды бирмәнегеҙ!
– Ғәфү итәм!
* * *
– Күршекәйем, – ти Сәрби ҡарсыҡ, – ниңә шул тиклем, әтәсем ихатаңа инә, тип ҡотораһың. Мин бит һинең ике тауығың инде өс аҙна буйы аҙбарымдан сыҡмай, йомортҡа һала, тип бер ҙә ҡысҡырмайым…
* * *
– Ярай ташланы, ти, һине ҡатының, үҙенә икенсене тапҡан, ти. Әйҙә ҡапланып китһен. Онот һин уны. Ант итеп әйтәм, бер-ике аҙнанан уны бөтөнләй иҫеңдән сығарасаҡһың…
– Мөмкин түгел.
– Һин нимә, уны бик ныҡ яратаһыңмы ни?
– Юҡ. Мин бит уға, ике йыл ярымға кредит алып, бик ҡиммәтле шәшке тун алғайным.
* * *
– Бына һеҙ Мысыр пирамидаларын күрәһегеҙ. Улар…
– Иптәш экскурсовод, ысынлап та, дөйә өс минут буйы тын алмай тора аламы?
– Юҡ, дөрөҫ түгел…
– Ирек, Ирек, ебәр уны! Дөйәне ебәр, тим…
* * *
Әгәр ҙә әсәйегеҙ, күп ашайһың, күп йоҡлайһың, ти икән, тимәк, ул һеҙҙең әсәйегеҙ түгел, ә уның әсәһе.
* * *
Бөтә донъяла кешеләр хәүефһеҙлек ҡайыштарын: «Йә һәләкәткә осрармын!» – тип эләктерә.
Тик беҙҙекеләр генә: «Йә «мент»тар осрар!» – ти.
* * *
Уҡытыусы:
– Беләһегеҙме, һеҙҙең улығыҙ… Юҡ, былай һәйбәт малай ул… Тик насар һүҙле йырҙарҙы бик күп белә.
– Нимә, уларҙы йырлаймы ни? – тип һорай уҡыусының атаһы.
– Юҡ, – ти уҡытыусы, – һыҙғыра.