16.08.2013 Яҙыусы һәм бур хаҡында
Тамуҡта гонаһлыларҙың йәне ҡот осҡос яза көтөп яфаланғанда, яҙыусы менән бур тап була. Яҙыусы ғүмере буйы китаптар яҙған, урлашмаған, юл баҫмаған, берәүҙе лә үлтермәгән. Әлбиттә, бер ваҡытта ла ул үҙен тамуҡҡа эләгеп, ошондай ҙа яуыз һәм ҡәбәхәт кеше менән тиң торормон, тип уйламаған. Икеһе лә муйындарына тиклем бысраҡ лайлалы суйын ҡаҙандарҙа ултыра. Ике ҡаҙан аҫтында ла усаҡ яна, яҙыусыныҡы бер аҙ талғын, ә ҡараҡтыҡы нығыраҡ яна, әммә ике ҡаҙандағы бысраҡ нәмәләр бер үк төрлө ҡайнай һәм булҡылдай.
Мәңгелектә ваҡыт бик оҙаҡ үтә икәненә төшөнә әҙип. Һәм ул ҡараҡтың ҡаҙаны аҫтындағы усаҡ бәләкәйләнгәндән-бәләкәйә барыуын күрә. Башын өҫкәрәк сығарып ҡараһа, үҙ ҡаҙанының ялҡыны ҙурайғанын күреп, ул:
– Йә, Хоҙай, ниндәй ҡылыҡтарым өсөн? – тип ялбара.
Шул ваҡыт уның эргәһенә фәрештә килә һәм:
– Һинең ниңә ҡараҡтың ҡаҙан аҫтындағы ялҡыны һүнә барыуын, ә үҙеңдеке киреһенсә, ялҡынланып яныуын аңлағың килә. Хәҙер ни өсөн шундай яфа сигеүеңде аңлатам, – ти.
Бур ер йөҙөндә йәшәгәндә бик күп насарлыҡ ҡылған. Уның яҡындары, туған-тыумасалары әлегә тиклем Аллаһынан уның гонаһтары өсөн ғәфү үтенә. Ә һинең гонаһтарың уныҡынан ай-һай күберәк. Тәңре һиңә кешеләрҙә изгелек уятырға, матурлыҡты күрергә, бер-береһен хөрмәт итеп, оло мөхәббәткә өндәргә талант бирҙе. Ә һинең китаптарың әлегә тиклем йәш йөрәктәрҙе боҙа, уларҙы тик бер генә нәмәгә – яҡынлыҡ ҡылыуға өндәй…
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.