RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тал тирбәтеп һайрар һандуғасыбыҙ ул…

02.08.2013 Тал тирбәтеп һайрар һандуғасыбыҙ ул…

Һәләтле ауылдашыбыҙ Асия Бикбованың өр-яңы китабы сығыу айҡанлы Темәс ауылында уның ижад кисәһе үткәрелде
Тал тирбәтеп һайрар һандуғасыбыҙ ул…
Һәр нәмәлә шиғыр ята,
әгәр күрә, тоя белһәң,
Тойғаныңды йөрәгеңә
шиғыр итеп ҡоя белһәң…

Шиғриәт моңон тойған ҡәләм тирбәтеүселәр… Улар үткер күҙҙәре менән беҙ күрмәгән матурлыҡты, илаһилыҡты күрә белә, уйҙары менән бар ғаләмде урап сығып, хистәр диңгеҙендә тәрәнерәк йөҙә белә, уларҙың күңел донъялары ла байыраҡ, хис-тойғолары ла сафыраҡ, уй-фекерҙәре ҡәләм осонда, күңел матурлыҡтары − тел осонда!
Шағир кешене икенсе төрлө заман сәсәндәре тиһәк тә булалыр.Уларҙың ижады уйлыларҙы уйланырға, хислеләрҙе тетрәнергә мәжбүр итә, тормоштоң ҡатмарлы саҡтарында рухты күтәреп, күңелгә ҡанат ҡуя, йәшәүгә көс һәм дәрт өҫтәй.
Һүҙем − нескә күңелле, хискә бай, матур уй-фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп,ҡәләм тирбәтеүсе һәләтле ауылдашыбыҙ Асия Сә­лимгәрәй ҡыҙы Бикбова хаҡында. Ошо көндәрҙә уның күптәнге хыялы тормошҡа ашты − «Тал тирбәтеп һайрар һандуғасмын…» исеме аҫтында өр-яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Был уның өсөн дә, бөтә Темәс ауылы өсөн дә ҙур һөйөнөс!
Һәләтле ауылдашыбыҙҙың ҡыуа­нысын уртаҡлашыу, ижады менән яҡындан танышыу максатында «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан уның ижад кисәһе ойошторолдо. Сараға Асия апайҙың туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм уның ижадын үҙ иткән ауылдаштары йыйылғайны. Йәнле әңгәмәләшеү формаһында алып барылған кисәлә автор үҙенең бала саҡ, үҫмер йылдары, студент тормошо, ғаиләһе, ижады менән яҡындан та­ныштырып, ауылдаштарынан, дуҫтарынан бик күп йылы һүҙ, ҡотлау, бүләккә йыр ҡабул итте.
Яңы ғына баҫылып сыҡҡан шиғыр­ҙар йыйынтығында Асия апайҙың яҙмышы, уй-хыялдары, күңел кисерештәре ярылып ята. Һәр бер ижад емеше уның ялҡынлы йөрәге, үткер зиһене аша үтеп, хистәргә, кисерештәргә уралып, күңеленән яралған. Шуғалыр ҙа шиғыр­ҙарының барыһын да ул яттан белә, әҫәрләнеп, бар күңелен һалып һөйләп, тыңлаусыларының йөрәгенә еткерә белә.
Ауылыбыҙҙағы һәм райондағы бер генә оло сара ла Асия апайҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, уның сығыштарын тамашасылар һәр саҡ йылы ҡабул итә.
Шиғриәт моңон тойған ҡәләм оҫтаһы, һәләтле ауылдашыбыҙ Асия апай Бикбованың халыҡсан ижады беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмай, күңелдәргә барып етеп уйландыра, хисләндерә, моң-һағыш­ҡа сорнай, бына шундай сихри ҡөҙрәткә эйә уның ижад емештәре.
Илем, телем, ғәзиз тыуған ерем,
Һиндә генә оло шатлығым.
Әсә теле менән яңғыратып
Йыр йырларға һиндә хаҡлымын! – ти автор.
Һәр оло йылға шишмәнән башланғандай, Асия апайҙың да ғүмер йомғағының башы − гүзәл тәбиғәтле, йырсылары менән дан тотҡан Ейәнсура ерлегенән башлана.1936 йылдың 25 мартында Әбүләис ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры һәм инвалиды булған атаһы Сәлимгәрәй Юлбарыҫ улы Бикбов (ул милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксе ләренең береһе булған Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовтың бер туған ҡустыһы) колхоздың умартасыһы була, солоҡ ҡорттарын алып үрсетеп, колхозда умартасылыҡ хужалығын башлап ебәрә. Ауыл­даш­тары уны һунарсы, көрәшсе, йырсы һәм сәсән итеп тә белә.
Шағирәнең әсәһе Шәмсиҡәмәр ғүмере буйы колхозда һауынсы булып эшләй, ауылдаштарының хәтерендә ул сәсән телле, шиғри күңелле булараҡ һаҡлана. Уларҙың ғаиләһендә өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләнә. Апаһы Мәфтиә колхозда иҫәпсе булып эшләй, Ирек ағаһы − комбайнсы, ә Әмир ағаһы ветврач була. Иң оло ағаһы − Мөхтәр Үзбәкстандағы туғандарында тәрбиәләнеп, юғары белемде шунда ала, Ташкент медицина институтында физика-математика фәндәренән уҡыта.


Лилиә ИШБАЕВА,
«Темәс» тарихи-мәҙәни
үҙәге методисы.


Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.


Телем

Әсәм теле − минең халҡым теле,
Телһеҙ башҡорт зәғиф ҡош кеүек.
Үҙ телемдә йырым, зарым, моңом,
Сит телемдә донъя буш кеүек!
Үҙ телемдә ҡайғым, һағышым да,
Үҙ телемдә йәнем, һауында.
Тал тибрәтеп һайрар
һандуғасмын,
Сал бөркөтмөн Урал тауында...
Илем, телем, ғәзиз тыуған ерем,
Һиндә генә оло шатлығым!..
Әсә теле менән яңғыратып,
Йыр йырларға һиндә хаҡлымын!

Һағындым

Һағындым тыуған яғымдың
Тауҙарын, урмандарын,
Сылтыраған шишмәләрен,
Талдарын, муйылдарын...
Эй һағындым, тыуған яғым,
Ләйсән ямғырҙарыңды,
Биткенәмдән һурып үпкән
Ҡарлы дауылдарыңды.
Тыуған яғым, йәнтөйәгем,
Саф шишмәм, һыуым минең!..
Ҡайҙа ла көс-ҡеүәт бирҙең −
Күп ҡырлы көсөң һинең!..
Тауҙарыңда − ҡара урман.
Аҙашмай үтә алам...
Йәнлектәрең − йән дуҫтарым,
Ә үҙем − ғәзиз балаң!
Һағындым тыуған яғымдың
Йәштәрен, ололарын...
Инде генә тәпәй баҫҡан
Саф йөҙлө сабыйҙарын...


Зәңгәр яулыҡ − атай бүләге

44-се йылдың көҙө ине,
Атайғынам ҡайтты һуғыштан.
«Өсөгөҙгә яулыҡ − бүләк, −
тине,−
Алып ҡайттым бына һуғыштан!..»
Апайҙарға ҡыҙыл, йәшел тейҙе,
Минең өлөш − зәңгәр яулығы.
Ирекһеҙҙән йәшем аға ине
Булмағанға атай һаулығы...
Елгә элһәм, һүрентеһе осор,
Көнгә элһәм, уңыр төҫкәйе...
Һалдат айлығына алып ҡайтҡан
Атайымдың хәләл көскәйе...
Ошо көндән алып яулығымды
Һандығыма һаҡлап һалғанмын.
Белһәм ине ошо яулығымдың
Атай төҫө булып ҡалғанын,
Һәр яҙ һайын, Еңеү көнө етһә,
Ошо яулыҡ минең башымда.
Гүйә орден-миҙалдарын тағып,
Атайғынам баҫа ҡаршымда.

Килен

Тәҡдир яҙмышынан үтә алмай,
Иман нуры аша юл алдың.
Йәшәү йәмен белеп, алдан күреп,
Ҡәйнә тупһаһына юл һалдың.

Һөйкөмлө лә, мөләйем дә ҡараш
Улғынамды ғашиҡ иткәндер...
Аҡылыңды һынап, өмөтләнеп,
Йөрәк серен һиңә сискәндер!

Бәхетлеһең, килен! Ҡәҙерен бел!
Ҡыҙым кеүек күреп һөйөрмөн!..
Бер-берегеҙҙе өҙөлөп ярат­һағыҙ,
Эс серемде һиңә һөйләрмен!..

Эй, Хоҙайым! Балаҡайҙарымдан
Тулы бәхетеңде аяма!..
Өй тултырып сабыйҙары үҫһен,
Ғүмерҙәре үтмәҫ заяға!

Һәйкәл
(З. Вәлидигә)

Һәйкәл эргәһенән үткән саҡта,
Туҡтап үтәм, һәр саҡ уйланам...
Үҙ халҡыма түгел, сит халыҡҡа
Белем биргән өсөн уфтанам.
Иллеләгән ғилми асыш менән
Фәнни асыштарҙы ҡулға алғас,
Тыуған илем белде һин барын!

Тамырҙарың һинең Уралыңда,
Ҡаяһында үҫкән имән һин.
Ҡәбереңә сәскә ҡуя алмайым,
Һәйкәлеңә инеп ҡуям мин!

Айырылған саҡта Уралыңдан,
Ярһыу бөркөт кеүек остоңмо?..
Ил ағаһы, һинең һүҙең хаҡтан,
Ата йолаларын тоттоңмо?..

Уралыңдың тәбиғәтен ятҡа,
Үҫемлеген һанап ҡат-ҡатҡа...
Нисә йылдар тауҙар, сүлдәр аша,
Ҡул һонғанһың һаман
башҡортҡа...

Ышаныслы дуҫтар тотҡон булғас,
Диндәш дуҫтар һине ҡурсалай...
Ил азаматтары әсир булғас,
Нисек түҙҙең ситтә борсолмай?..

Рөхсәт һорап яҙҙың, ҡайтыр өсөн,
Һағынғанһың илде, беләмен...
Ҡайта алманың тыуған яҡтарыңа,
Ҡаяһынан ауған имән һин!..

Ете тиҫтә йылдар елдәй үтте,
Бәһлеүәндәр тыуҙы илемдә...
Ҡәбереңә умырзая үҫте,
Башҡортостан имен бөгөн дә!..

Байтал

Ҡайҙа байтал? Ҡайҙа өйөр башы?
Ҡайһы сауҡалыҡта малҡайҙар?
Һаҡмарының шифа һыуын эсеп,
Тау битенән ҡылған ашайҙар...

Ярһып ҡыуа байтал өйөрҙәрен,
Һылыу ҡыҙҙар әҙер һауырға.
Ҡолонсаҡтар бикле сырылдаша,
Көтөүселәр әҙер асырға...

Ҡайтмайһығыҙ хатта ҡураларға,
Тибен тибеп ҡышын ҡырҙарҙа…
Яу ҡырында яугир тоғро дуҫың,
Халыҡ данлай һине йырҙарҙа!

Сәсеү, урыуҙы ла үтәгәнһең,
Сырхауҙарға дауа биргәнһең!
Яу ҡырында бергә алышаһың,
Илаһи көс һиндә, күрәһең.

Ниңә әле күптәр буйға етмәй,
«Йәшел йылан»дарҙан сағыла?
Осҡон сәсеп эшләр саҡтарында
Хәмер, араҡыға бағына?

Айыҡ тормош өсөн көрәшәйек,
Эсмәһендәр ине үҫмерҙәр!
Йәшәү йәмен юғалтмаһын ине,
Эсеп әрәм була, меҫкендәр…

Йылҡы көтөп, ҡымыҙ эсһен ине,
Тулыланһын ине тормошо.
Иле өсөн янып, көйһөн ине,
Ысын башҡорт булһын булмышы!
Ил яҙмышы −
ир яҙмышы!

Арғымаҡҡа менеп, сәкмән кейеп,
Ҡылыс-хәнйәр тағып биленә,
Ил яҙмышы − ир яҙмышы, тиеп,
Китте яугир ерҙең сигенә.
Мөхәббәткә янып, әрнеп, көйөп
Өҙөлөп көткән Шәмсиҡәмәре.
Ҡарындағы сабый буйға еткән,
Һис булмаған йәрҙән хәбәре...
Йә, Хоҙайым! Ҡайнар мөхәббәтте
Һаҡла, зинһар, әсе елдәрҙә!
Булат ҡылыс ҡулдан
ысҡынмаһын,
Имен ҡайтар тыуған илдәргә.
Шәмсиҡәмәр биргән янсығына
Мансылмаһын тамсы ҡаны ла!
Йәшен тиҙлегендә уйнар ҡылыс
Ҡаршы сапҡан дошман яуына!
Шәмсиҡәмәр ниҙәр кисермәне...
Улы өсөн түкте хәстәрен.
Нисә яҙҙар йәрен өҙөлөп көттө,
Яулығына мансып йәштәрен!
Аҡ ҡорбандар уға салыр ине,
Хәйер итер ине донъяһын.
Эй, Хоҙайым, һалсы рәхимеңде!
Ҡыҙған уны, яңғыҙ балаһын...
Француздарҙы еңгәс, яугир ҡайтты,
Төнгә ҡалды, аҙым ырамай...
Урамына инде, өйөн тапты.
«Шул өй!» − тине кемдән һорамай.
Тәҙрәнең ҡарындығын ҡаҡты,
Тәҙрә яғын ҡаҡты ҡатыраҡ...
Киң яурынлы баһадирҙы күрҙе...
Аптыраны яугир ҡалтырап...
Бына алыш, батыр егет йыға,
Берсә яугир уны йығырҙай...
Аҡ сәстәре туҙған әсәй сыға,
Ишек тотҡалары шығырлай.
Сырамытты яугир йәмәғәтен,
Аҙаштыңмы, тине, урамда?!
Ҡайҙа һинең тоғро мөхәббәтең,
Юғалттыңмы юлда, буранда?...
Тауышынан әсә таныны ла:
− Теймә, − тине, − Йосоп, улыңа!
Нисә йылдар һине өҙөлөп көттөк!
Күтәреп ал, − тине, − ҡулыңа!
«Атай!» − тине, улы, икеләнеп…
Һаҡал еткән, өҫтә сәкмәне.
Күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡланы,
Илатмаҫҡа теләп әсәне.
Был мәл шундай матур, хозур ине...
Көткән минут шулдыр, күрәһең.
Йә, Хоҙайым, һинең ҡөҙрәтеңә,
Теләгәнгә бәхет бирәһең.
Арғымағы ҡалды яу ҡырында,
Үҙе иҫән ҡайтты, илендә.
Тормош гүйә ҡабат сәскә атты,
Гөрләштеләр әсә телендә.

Асия БИКБОВА.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)