RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ашаған − Камал ашаһын...

02.08.2013 Ашаған − Камал ашаһын...

Ашаған − Камал ашаһын...Колхоздың баҫыу эштәре тамамланғас, үҙ хужалығындағы эштәр ҙә ныҡ һүрәнләнгәс, Сәйфулла уҙаман, һәр йыл булмаһа ла, ике-өс йылға бер ҡунаҡ йыйып алырға ярата. Ә ниңә һыйламаҫҡа? Илебеҙ, Аллаға шөкөр, тыныс тормошта. Ғаиләһе теүәл – өс улы, өс ҡыҙы, ҡатыны менән үҙе лә иҫән-һау. Улы Таип ҡына һуғыштан ҡайта алманы...
«Кәпишник» тип йөрөтһәләр ҙә, был осраҡта ул һис тә ундай ҡушаматҡа лайыҡ түгел. Ауылдың иң хөрмәтле һәм абруйлы, бигерәк тә үҙенә кәрәкле кешеләрен Сәй­фулла һыйлай белә инде ул.
Почетлы урынға, әлбиттә, ҡатыны Рәбиға менән колхоз рәйесе Камал Сәғәҙиев ултыртылды. Уларҙың ике яғынан ҡатындары менән ауыл советы рәйесе һәм уның сәркәтибе урын алды. Ян-яҡлап, дәрәжәләренә ҡарап, бүтән ҡунаҡтар теҙелешеп ултырҙы. Өҫтәл өҫтө тулы төрлө ашамлыҡтарҙың, яңы ғына көрәгә менән килтереп ултыртыл­ған һары балдың хуш еҫе ҡунаҡтар­ҙың күңелен күтәреп ебәрҙе.
Хужаға ҡунаҡтарҙы ҡарарға, һыйларға оло улы Йәнмырҙа һәм көрәгәсе вазифаһын башҡарыусы бригадир ярҙамлашты. Аш-һыуҙы килтереп, алып китеп тороу, ҡунаҡтарҙың ҡулдарын сайҡаттырыу кеүек эштәрҙе килене һәм етеп килгән ҡыҙҙары башҡарҙы.
Мәжлес һәйбәт башланып, күңелле дауам итте. Тик башта, бүтәндәр һымаҡ уҡ, һөйләшеп, йылмайып көлөп ултырған сәркәтип Павелдың бисәһе Анна ғына бер аҙҙан ниңәлер шымып ҡалды, ихлас әңгәмәләрҙә ҡатнашмаҫ булды. Быны хужалар ҙа, ҡунаҡ һыйлаусылар ҙа, хатта һәр яҡлап сос ҡатындар ҙа һиҙмәй ҡалды, буғай.
Сәйфулла уҙаман улы менән көрәгәсене алдан уҡ:
– Ҡунаҡтарҙы матур һыйлағыҙ, бигерәк тә Камал менән Рәбиғаға иғтибарлы булығыҙ! – тип киҫәтеп ҡуйғайны. Шуғалыр инде, улар алмашлап, әленән-әле: «Камал ағай, Рәбиға апай, ашап-эсеп ултырығыҙ, теге аҙыҡтан ауыҙ итегеҙ, быныһын ҡабып ҡарағыҙ, анауһынан етешегеҙ!» – тигән һымағыраҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай, улар тирәһендә әйләнде.
Ихатала һауа алмаштырып ингәс, мәжлес тағы ла йәнләнә төштө. Ә иғтибар үҙәгендә һаман да Камал менән Рәбиға ҡалды.
Бөтөнләй һөйләшмәй турһайып ултырған Аннаға күршеһе Рәбиға:
– Анна, ашап-эсеп, иркенләп һөйләшеп, матур итеп ултырайыҡ әле, хужаларҙың да күңеле булһын, – тине. Күршеһенең ошо һүҙҙәренән һуң Анна ҡапыл тоҡанды ла китте.
Ул урынынан йылдам тороп баҫты ла, бөтә ҡунаҡтар ишетерлек итеп:
– Павел! Әйҙә, ҡайттыҡ! Ашаған – Камал ашаһын! – тип, мәжлесте ташлап сыға ла башланы. Аннаға ҡыҙмасараҡ булып алған ауыл советы рәйесенең бисәһе лә эйәр­ҙе. Хужалар, борсолоп:
– Ҡуҙғалмағыҙ инде, зинһар, ҡәҙерле ҡунаҡтар, ваҡыт иртә, бер йыйылғас, күңел бөткәнсе һөйләшеп-гөрләшеп тигәндәй, матур итеп ултырайыҡ әле, гелән йыйылышып та булмай бит, – тип ҡараһа ла, кәйефтәре ҡырылған ҡунаҡтар таралышыу яғын хуп күрҙе.
Был хәл ниңә килеп сыҡты икән, тиһегеҙме? Хәҙер аңлатам.
Григорьевтар, Сәйетбабала бик күптән йәшәгәс, башҡорт телен һәйбәт үҙләштерҙе. Хатта уларҙың балалары өйҙәрендә лә үҙ-ара башҡортса һөйләшә торғайны. Сөнки барыһы ла Сәйетбаба урта мәктәбендә башҡортса белем алды. Ауылда уларҙың исемдәрен дә башҡортсаға яраҡлаштырып, Алексейҙы – Лүшкә, Михаилды – Мишкә, Николайҙы – Күлекәй, ҡыҙҙары Надежданы Нәдкә тип йөрөттөләр. Павел Григорьевтың үҙен, «Сәйфулланың теге бай әшнәһе Гөргөрөйҙөң туған кешеһе икән, тик быныһы шым йөрөп, ҡаты ултыртыусыларға хеҙмәт итә икән, бында халыҡҡа «күҙ-ҡолаҡ» булыу өсөн ебәрелгән», – тип һөйләнеләр. Кем белә инде? Шулай булһа ла ғәжәп түгел, сөнки граждандар һуғышы ваҡытында бер үк ғаиләнән дә ағаһы – аҡтар яғында, ә ҡустыһы ҡыҙылдарҙа, йә киреһенсә йөрөгәндәр ҙә байтаҡ булған бит. Һәр хәлдә, Сәйфулла Григорьев менән дә бик дуҫ ине. Улар бер-береһенең һүҙен бер ҡасан да йыҡманы. Шулай булғас, бер ғилләһе булғандыр, моғайын.
Павелдың ауылда абруйы ҙур булды. Ул русса ла, башҡортса ла һөйләшеү генә түгел, яҡшы яҙа ла ине. Унһыҙ ауыл советы рәйесе бер мәсьәләне лә үҙе генә хәл иткәне булманы.
Ире арҡаһында, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында, Аннаның да абруйы ифрат ҙур ине. Уны бер ваҡытта ла оло мәжлестәрҙән ҡалдырманылар, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Бөгөн килеп дуҫтары йортонда сәркәтип ҡатынына үҙҙәренә бөтөнләй иғтибар итмәй­ҙәр кеүек тойолдо. Уларҙы исемләп: «Павел ағай, Анна апай, ашап-эсеп кенә ултырығыҙ әле», – тип әйтеүсе лә булманы шикелле. Шуға күрә уның баш мейеһенә: «Беҙ Камал менән уның бисәһенән кәмме ни?» – тигән уй бөтә мәжлес барышында туҡтамаҫ тамсылар булып тамды ла тамды. Янында ултырған Рәбиғаның һүҙҙәре «Һуңғы тамсы» булғандыр, күрәһең. Хужалар ҙа, ҡунаҡ һыйлаусылар ҙа Аннаға ҡарата аҙ ғына иғтибарҙы арттыра төшһә, эш былай уҡ килеп сыҡмаҫ ине лә бит. Ни эшләйһең инде...
Ошо ваҡиғанан һуң сәйетбабалар ҡунаҡ саҡырыр алдынан ғаиләлә кәңәш ҡорғанда: «Ашаған – Камал ашаһын»ды иҫегеҙҙән сығарып ҡуймағыҙ!» – тип бер-береһен киҫәтә торған булды.
Был бәләкәй генә хикәйәләге геройҙар барыһы ла миңә таныш, халыҡ тарафынан хөрмәт ителеүсе, абруйлы кешеләр ине. Ҡушамат менән лаҡапҡа килгәндә, халыҡ уларҙы әсе көлөп түгел, ниндәйҙер бер эске йылылыҡ менән, йылмайып иҫкә алды һәм ала. Сөнки ҡушамат та, лаҡап та уларҙың абруйын һис тә төшөрмәне, киреһенсә, күтәрҙе генә.
Сәйфулла бабайға ҡушамат, моғайын, үтә һаҡсыл булғанға бирелгәндер ул. Ә Камал ағайҙың лаҡап геройына әйләнеү сәбәбе тыуған ауылының «Йондоҙ» колхозында Ленин орденлы алмаштыр­ғыһыҙ һәм һөйөклө рәйесе булған­ғалыр, тип уйларға кәрәк.

Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы. ^










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)