02.08.2013 КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
«Үәт, ир, исмаһам»
Магазинда ике инәй һөйләшә:
– Ғәйшә, иреңдең хәлдәре нисек?
– Һорама ла, элеккесә. Аҡылға ултырманы инде. Эсеп ҡайта ла тауыш күтәрә, ҡотороноп йөрөй ҙә ятып йоҡлай.
Икенсеһе, аңғармаҫтанмы:
– Ярай, ауырымағас, яҡшы инде, – тип ҡуя.
«Үҙе боҙолоп бара»
Баҙарҙа тауыҡ һатып алырға торам. Сиратты тотҡарлап, йыуан бер ҡатын тауыҡ һайлай: ҡайһыһын ҡапшап, ҡайһыһын әйләндереп ҡарай. Бер тауыҡтың ҡанат аҫтын еҫкәне лә, танауын йыйырып, һатыусыға:
– Был бит боҙола башлаған!
Түҙеме бөткән һатыусы:
– Үҙеңде бел, йәме!
Ҡатын:
– Ә мин нимә эшләгәнмен?
Һатыусы:
– Ни эшләгәнеңде белгең килһә, ҡултыҡ аҫтыңды еҫкәп ҡара.
«Сенокоси һәм сено коси»
– Был Рәсәйҙә ялҡытты, Ҡытайға ял итергә китәм, – тип, берәү Ҡытайға барһа, унда бер ҡытай кешеһе былай тип сәләмләй:
– Сенокоси, сенокоси!
– Накоси ты сено сам! – тип, теге кеше Рәсәйгә кире ҡайтып киткән.
Лагерҙа
Балалар лагерға килгән. Төштән һуң вожатый ашханала уҡ һорашып яҙып йөрөй, ти. Ул кеше ҡайҙа йәшәй, исеме һ. б. Һәр береһе әйтеп сыҡҡан. Ошо ваҡытта Ира исемле ҡыҙыҡай палатканан килеп сыға. Ул әллә ҡайҙа йөрөгән була.
– Һин ҡайҙан? – тип һораған вожатый.
– Столовыйҙан, – тигән Ира.
«Шубы, шубы...»
Ҡайҙандыр ҡайтып килгән урыҫтар һуңға ҡалып киткән дә, бер башҡорт ауылына туҡтап, төндө үткәрергә булған. Ауыл ситендәге бәләкәй генә өйгә еткәс, туҡылдатып ишек астырғандар. Өйҙә әбей менән бабай ғына йәшәй икән. Урыҫтарға былар ҡунырға рөхсәт биргән. Үҙҙәре урындыҡта йоҡлап ятҡас, ҡунаҡтарға иҙәндән урын эләккән. Иҙәндәре ер икән. Шәмде һүндереп, йоҡларға ятҡандар. Бер аҙҙан ҡолаҡҡа сос әбей хыр ҙа мыр итеп әүен баҙарына китеп барған бабайын уятҡан. Шыбырлап ҡына:
– Бабай, былар баянан бирле, шубы-шубы, тип һөйләшәләр, атты урлап китмәһендәр, – ти икән. Бабай тыңлап ятҡан-ятҡан да, урыҫтарҙың нимә тип һөйләшеүен аңлағас:
– Быларҙа һинең атың ҡайғыһы юҡ, әбей. Аҫтары – ҡаҡ, өҫтәре – йоҡаҡ. Аҫтарына – кейеҙ, өҫтәренә толоп бир, – тигән. Шунан саҡ урыҫтар йылынышып, бер нәмә белмәй йоҡлап киткән.
«Чай не пьем, махом давай»
Элегерәк булған хәл инде был. Әхмәт исемле бер башҡорттоң һәм урыҫ Григорийҙың бесәнлектәре бер тирәлә икән. Былар ғаиләләре менән ҡуна ятып, бесән эшләй. Башҡорттар, ғәҙәттәгесә, иртәнсәк тә, төш тә сәй генә эсеп торалар ҙа, кис етеүгә күп итеп ит һалып, аш яраштыра, ти. Ә урыҫтар – киреһенсә: иртәнсәк тә тиҙ генә берәй нәмә өтөп ебәрәләр, төшкөлөккә һәйбәт итеп аш бешерәләр, ә кисен сәй генә эсеп йоҡлайҙар, ти.
Бер көндө иртәнсәк Григорий Әхмәткә һөрәнләй:
– Ахмет, айда котлет кушать! Әхмәт:
– Спасибо, Григорий, чай пьем! – ти икән.
Төш етә. Григорий тағы ҡысҡыра:
– Ахмет, айда мясо кушать!
Әхмәт:
– Спасибо, Григорий, чай пьем! – тип яуаплай.
Төштән һуң Әхмәттең ҡатыны иренән:
– Кискә аш һалайыммы? – тип һораған.
Әхмәт:
– Ярай, ит һалып ыҙаланма, кискә Григөрөйҙәргә барыр ҙа ҡуйырбыҙ, иртәнсәктән бирле саҡыра , – ти.
Кис етә. Григорийҙың теге яҡтан тауышы ишетелә:
– Ахмет, айда чай пить!
Әхмәт, йәне көйөп:
– Че чай да чай, махом давай! – тип ҡысҡыра.
Махом ит тигәнде аңлата.
«Четыре-метери»
Урыҫ дәүләте менән берләшкәс, башҡорттар балаларына урыҫса өйрәнеү кәрәклеген аңлата. Ни тиһәң дә, алыш-биреш, сауҙа итәләр, урыҫтар менән осрашып, ҡатнашып торалар.
Шулай бер көндө Манһыр ауылында йәшәүсе Ғәйзулла олатайға Һарыҡташ яғынан төрлө туҡыма (сатин, ситса) менән һатыу итеүсе Михаил тигән ызнакумы ҡуна төшә. Ғәйзулла ағайҙың улдары күп ‒– өй тулы малай. Михаил бабай:
– Ну, мальчики, кто по-русски знает? – тип һорай. Иң бәләкәй Ғөбәйҙулла тиҙ генә:
– Четыре-метери, – тип һала. Михаил бабай көлә лә:
– Молодец!, Мә, һиңә, – тип бер күлдәклек сатин бүләк итә. Шунан һуң Ғөбәйҙуллаға «Четыре-метери» тигән ҡушамат бирәләр. Ә ул, ҙурая биргәс:
– Мин «четыре метери пять копеек» тинем бит, ‒– тип төҙәтер булған.
«Сакмар гөж-гөж пошел»
1944 йылдың яҙы. Беренсе Этҡол мәктәбе. Класс етәксеһе Мария Павловна дәрескә килмәгән балаларҙы тикшерә. Һыу ташҡас, күрше ауылдан йөрөп уҡыусылар Һаҡмар йылғаһы аша сыға алмай ҡалған. «Һаҡмар ташҡан», – тип урыҫса әйтә белмәйҙәр икән. Шул ваҡыт Нух исемле малай (хәҙер мәрхүм инде):
– Сакмар гөж-гөж пошел, – тип аңлатып биргән.
– Ну ладно, – тигән булды, ти, уҡытыусы.
Филиә Бикмөхәмәтова,
Нурзилә Мырҙағәлина теркәне.
(Дауамы. Башы 1 – 4-се һандарҙа).