09.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың кейем шкафында «Кейергә бер әйберем дә юҡ» тигән йән эйәһе йәшәй.
* * *
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы һул ҡул менән ашарға өйрәтегеҙ! Аҙаҡ компьютерҙа өйрәнеп алғас, улар бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт әйтәсәк.
* * *
– Ишектәрҙә ниндәй генә яҙыуҙарҙы уҡыманым. Ә бына «Иғтибар, ишек!» тигән яҙыу мине шаңҡытты.
* * *
– Һеҙ ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Анатомик театрҙа.
– Йә, Хоҙай! Актер – ниндәй романтик профессия!
* * *
– Әхирәттәрем! Ир-ат менән бәхәсләшеүҙән бер һөҙөмтә лә сыҡмай. Сөнки улар барыбер хаҡлы түгел.
* * *
– Ул бик иртә йөрөп китте. Дүрттә уҡый ине. Биштә – Пушкинды, Пастернакты, Бродскийҙы уҡыны. Ә алтыла инде фортепианола уйнай ине...
– ҡара әле, һеҙҙең балағыҙ ниндәй башлы икән дә?
– Ниндәй бала? Мин бит ирем хаҡында һөйләйем. Әҙәм аҡтығы, ял көндәрендә беҙгә йоҡларға ирек бирмәй!
* * *
– Элек ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙ өсөн иҫ китмәле ҡылыҡтар ҡылған – тәҙрәнән һикергән, атышҡан, һуғышҡан, хатта улар өсөн үлергә лә әҙер булған.
– Эйе, хәҙер ниндәйҙер икенсе төрлө ҡатын-ҡыҙ китте бит...
* * *
– Иҙристә оло ҡайғы.
– Нимә булған?
– Минең ҡатын уға китте бит.
* * *
– Ғүмәров әфәнде, һеҙ ришүәт алдығыҙмы?
– Алдым.
– Яңғыҙығыҙмы?
– Эйе.
– Күп алдығыҙмы?
– Күпме тип әйтәйем икән?..
– Икебеҙгә етәме?
* * *
– Нәфисә, медальоныңдың эсендә нимә?
– Иремдең сәсе.
– Бәй, ул иҫән бит әле.
– Иҫән дә ул, ә башы күптән таҡыр...
* * *
Амбиция ул – имтиханға барғанда «өслө»гә беләм, тип уйлайһың, көтмәгәндә «дүртле» ҡуйһалар, ниңә «бишле» түгел, тип аптырайһың.