RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.07.2013 Атай

АтайЙоҡлап китә алмай, түшәгендә оҙаҡ әйләнгеләгән Хәлил Йәноҙаҡов тороп ултырҙы ла, эргәһендәге тумбочкаға ҡуйыл­ған лампаның утын тоҡандырып, стеналағы сәғәткә күҙҙәрен тексәйтеп ҡараны. Ярты төн уртаһы ауған. «Бығаса ҡайҙа йөрөй икән?..» Ҡул аҫтында ятҡан кеҫә телефонына үрелде. Экранда балҡыған оҙон теҙмәнән кәрәкле исемде табып, саҡырыу төймәһенә баҫты. «Абонент выключил телефон или находится вне зоны действия сети», – тип теҙҙе рәсми тауыш. «Һүндергән!.. Ҡайтып ҡына күрен, нисегерәк итеп һөйләшергә белермен!» Күңеленән шулай хәтәр итеп киҫәтте лә аяҡтарына шипатайҙарын ҡатты, пижамаһын кейҙе, залдағы утты ҡабыҙып, асыҡ ишектән балконға сыҡты. Бынан, туғыҙынсы ҡаттан, бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Аҫта йоҡа, үтә күренмәле төн шаршауын ябынған ҡала һирәкләп үткән-һүткән машиналар шауына, алыҫта елгән поездың вагон тәгәрмәстәре тыҡылдауына ҡарамай йоҡомһорай, әүелйей. Ҡарағусҡылланып балҡыған болотһоҙ күк йөҙөндә йондоҙҙар тағы ла ҡуйырып киткән төҫлө. Кисләтеп кенә ямғыр яуып үткәйне, һауа еүеш, һалҡынса. Тротуар ҡырлатып үҫкән сирень ҡыуаҡтары күкрәп сәскә атҡан. Уларҙан таралған хуш еҫ, танауҙы ярып уҡ бармаһа ла, бында, ҡош осор бейеклеккә, олғашҡан. Сигарет сығарҙы ла, ана шул сафлыҡ һеңгән хуш еҫте ыҫлағыһы килмәй, икеләнеп туҡтап ҡалды, балкон тирәсенә терһәкләнеп, бармаҡтарында әүәләне. Ҡабаттан түбәнгә ҡараны. Аҡ күлдәкле ҡыҙҙың биленән ҡосаҡлап барған егет үрелеп сәскә шәлкемен һындырып алғайны, шуны ғына көткән тиерһең, тәртип һаҡсыһының һыбыҙғыһы сөрөлдәп ебәрҙе. Ике хыялый етәкләшеп, ғәмһеҙ шарҡылдап көлөп, тротуар буйлап йүгереп китте. «Шатлыҡҡа туймаҫ иҫәр­ҙәр, елғыуарҙар!» Уларҙы яратып та, һоҡланып та ҡарап оҙатты. Уның да шундай ғәмһеҙ саҡтары бар ине бит, бар ине.
Төн уртаһында йортто ҡырлатып үҫкән сиренде ботарлап ҡына тора ине, күҙ күреме ерҙә төҫмөрләнгән милиция кейемендәге кеше уҫал ҡысҡырҙы: «А ну, стой!» Йүгерә-атлай яҡынлашты. Уны ошо районда бик йыш күрә. Дон Кихотҡа тартым милиционерҙы башҡалар менән бутау һис кенә лә мөмкин түгел: ҡул-аяҡтары саманан тыш оҙон, яҫы түбәле фуражка ятҡан ҡарбуздай тумалаҡ башы ла нәҙек, тарамыштарҙан хасил, ҡурылдай ороһо тупайып беленгән оҙон муйынға ултыр­ған. Һонтор булғанғалырмы, хәрби ыҫпайлығы юҡ кимәлендә, атлап йөрөүе килбәтһеҙ, яурыны аша сыбыртҡы ғына һал, ауыл көтөүсеһенә оҡшап ҡаласаҡ. Бер ҡосаҡ сәскәләр шәлкемен ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, ярым ҡараңғылыҡҡа сумған кварталға янтайҙы, сөнки унда эҙ яҙлыҡтырыуы күпкә еңелерәк. Йәнтәслимгә ҡасманы, һәлмәк кенә аҙымлап, күнекмәләге саҡтағылай йүгереп китте. Белә, уны, еңел атлетика буйынса спорт мастерын, был хөрәсән бер ваҡытта ла ҡыуып етә алмаясаҡ. Ул бит нефть институтының республикала, күрше өлкәләрҙә уҙғарылған марафон ярыштарында алды­­н­­­ғылыҡты бирмәгән спортсыһы. Ысынлап та, арҡыры-торҡоро урынлашҡан йорттар лабиринтында байтаҡ ҡына әйләнгеләгәс, баҫтырышыуҙың файҙаһыҙлығын аңлаған милиционер ҡайҙалыр аҙашып ҡалды. Ятаҡҡа ҡайтып инде лә, сәскәләрҙе һыу ҡойолған биҙрәгә урынлаштырып, карауатына ятты. Йоҡлап китә алманы, кемуҙарҙан ҡыуышыу, йәшенмәк уйнау ҡомарынан һаман да арынмағайны әле. Ҡулдарын башы аҫтына ҡуйып, түшәмгә төбәлеп хыялға бирелде. Иртәгә, филармонияла концерт тамамланғас, ошо ҙур гөлләмәне тотоп сәхнәгә күтәреләсәк һәм Рәзиләгә тотторасаҡ. Бәлки, яйы тура килһә, ҡыҙҙы ҡосаҡлап, битенән үбеп алыу мөмкинлеге лә тейер.
Көтмәгәндә шаулы урамдар сатында осрашты, танышты улар. Тәү башта ул һирпелеп ҡаранымы, әллә ҡыҙ башлап һүҙ ҡуштымы, хәтерләмәй, нисек кенә булһа ла бер-береһенә тартылдылар ҙа, һүҙгә-һүҙ бәйләнеп, күптәнге таныштарҙай һөйләшеп алды ла киттеләр. Үтә лә һылыу ине шул ҡыҙ: бөгөлмәле-һығылмалы, уртасанан ары китмәгән буй-һын, иңенә төшөрөп киҫтерелгән, бөҙрәләнеп һибелгән ҡалын һоро сәстәр, ҡуйы оҙон керпектәр ҡамауынан ҡараған йәшкелтерәк күҙҙәр, ыҡсым танау, уймаҡ иренле ауыҙ күрмәлекле йөҙҙө тағы ла һөйкөмлөрәк, серлерәк итеп ебәрә. Фәрештә инде, ысын фәрештә, яңылыш ҡына был гонаһлы ерҙе күҙләү өсөн генә төшкән дә бына-бына кире йыһанға осоп юҡҡа сығыр төҫлө. Был ҡыҙҙар халҡын бер ваҡытта ла аҙағынаса төшөнөп бөтөрмөн тимә, ҡурсаҡтай матур була тороп, нишләп­тер күрмәлекһеҙҙәрҙе һайлайҙар. Хәлил үҙен, һәр хәлдә, шундайҙар иҫәбенә индерә. Ошоғаса уртасанан ары китмәгәндәр уны күҙгә лә элмәне, ә Рәзилә иғтибар итеп кенә ҡалманы, тиҙ арала ылығып, яҡынайып китте. Шулай ҙа егет, ҡыҙҙы өркөтөүҙән ҡурҡып, әҙәпле, тыйнаҡ ҡылана, оҙатып ҡуя ла битенән үбеп хушлаша, уға шуныһы ла баш­тан ашҡан. Йәнә осрашыуға мотлаҡ гөлләмә тотоп бара. Ә уларҙы көн һайын ҡайһы ғына студент һатып ала алһын? Шуның өсөн дә кис етте иһә сәскәләргә һунарға сыға. Бына әле сәлдергәне аҡ болоттай ҡабарынҡы һәм күркәм.
Иртәгеһен сиренде Рәзиләгә бүләк итте. Бүләк итеп кенә ҡалманы, тәмле еҫ килгән сикәгә терәлә биреп: «Мин һине яратам, ҡатыным булырға ризалығыңды бир», – тип шыбырлап та өлгөрҙө. Ҡыҙҙы филармония янында көтөп алып, дөйөм ятаҡ яғына ҡарай атланылар. Рәзилә, сәхнәләрҙә сығыш яһаһа ла, әлегә студент, сәнғәт институтының вокал бүлегендә һуңғы курста уҡый. Һөйләшеп китә алмағанға күрә һүҙһеҙ барҙылар. Егет, сәхнәләге һорауына яуап көткәндәй, ҡыҙға моңһоу итеп ҡарап-ҡарап ала ла ауыр көрһөнә, тегеһе лә ауыҙына һыу уртлағандай өндәшмәй. Ятаҡ ишеге төбөндә бер аҙ тапанғас, ҡыҙҙы еңелсә ҡосаҡлап, битенән үбеп китергә йыйынғайны ғына Рәзиләнең шыбырлаулы өндәшеүе туҡтатты: «Ә һин баяраҡ миңә өйләнергә йыйына инең түгелме?». «Эйе, әгәр ризалығыңды бирһәң…». «Ҡыҙҙар ялға ҡайтып бөттө, сегодня в комнате я одна, приглашаю на чашку чая…» Вахтер урынында юҡ ине, ҡаршылыҡһыҙ үттеләр…
Иртәгәһен – шәмбе көн Рәзиләнең уҡыуҙан сыҡҡанын көтөп алып, ҡулынан етәкләне:
– Киттек!
– Ҡайҙа?
– Атай-әсәйҙәргә хәбәр итәйек тә…
– Зачем? – ҡыҙ ризаһыҙ бүлдерҙе. – Минән рөхсәт һораныңмы?
– Һуң беҙ бит…
– Ну и что же? Бөтә йәштәр ҙә так поступают. Һиңә минең менән ҡунып сығыу оҡшаманымы ни? – Һаташыулы төшкә тартым сихри төн хаҡында ни генә әйтһен инде тәжрибәһеҙ егет, шуға ситләтеп яуапланы:
– Ололарҙан фатиха алырға, мөнәсәбәтебеҙҙе законлаштырырға тейешбеҙҙер бит?
– Боронғо йолаларҙың бөтәһе лә иҫкелек ҡалдығы. Хәҙер күптәр отношениеларын законлаштырмай ғына йәшәй, это современно и удобно. Әгәр характерҙары тап килмәй икән, икеһе ике яҡҡа китә, без проблем, бөттө китте. – Вайымһыҙ ғына аҡыл өйрәткән Рәзилә үтәләй итеп уның күҙҙәренә ҡараны. – Кисә минең ҡыҙ түгеллегемде һиҙҙең бит, әҙәп һаҡлап өндәшмәйһең генә. Шул килеш тә мине алырға ризаһыңмы?
– Булған да бөткән, киләсәктә минең менән ҡал, Рәзилә.
– Шулай уҡмы? – Ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдө. – Һуңынан үкенергә тура килмәгәйе, ҡара уны…
– Мин һине яратам, һин дә мине…
– Туҡта әле, ҡасан мин һиңә ул һүҙҙәрҙе әйттем? – Рәзилә сабырһыҙ бүлдерҙе.
– Быйыл икебеҙ ҙә уҡыуҙы тамамлайбыҙ, ике ай инде яҡындан танышбыҙ.
– Булһа һуң?
– Өҫтәүенә, кисә…
– Бер балыҡ башы! Бергә ҡундыҡ та икән ти, иртәгә лә ҡунырбыҙ, бәлки, ул түшәк уртаҡлашыуҙар что-нибудь да меняют? Эйе, мин һине яратам, тип әйтмәнем, шулай ҙа оҡшайһың, әлегә… Поэтому давай заниматься любовью, зачем голову забивать лишними заботами!
– Мин һинең менән ир һәм ҡатын булып йәшәргә теләйем! – Ҡарарының ҡәтғилеген белдереп, егет ҡул һырты менән һауаны ҡыйҙы.
– Ну, смотри, я тебя предупредила… Әгәр ҙә артабан да минең менән бергә ҡалырға теләһәң, үҙең йәшәгән ятаҡтан ғаиләлеләргә тәғәйенләнгән бүлмәнән урын ал да беҙҙең проблеманы хәл ит. Тик алдан киҫәтәм, беҙ, сәнғәт кешеләре, ирек яратҡан, своеобразный, непредсказуемый халыҡ. – Вайымһыҙ ҡиәфәттә хәбәр һатҡан ҡыҙ был мәлдә эргәһенән фырт кейенеп үтеп барған егетте ҡыҙыҡһынып күҙәтә ине.
Яйланы, килеште ятаҡ коменданты менән Хәлил, мәгәр иркен генә бер бүлмәне алыуға өлгәште. Шунда күсенеп сыҡтылар. Күсенеү тигәне лә шартлы, үҙҙәре менән тотоп ике сумаҙан индерҙеләр инде шунда, ҡалғаны – ятаҡ ҡаралтыһы. Стипендияға ғына йәшәү мөмкин булмағанлыҡтан танышы аша нефть эшкәртеү заводына цех мастерының ярҙамсыһы сифатында эшкә урынлашты. Хәҙер дәүләт имтихандарына яҡынлашҡас, лекциялар ҙа бөттө, бары практик дәрестәр генә ҡалды. Ә уның практикаһы өсөн ошо урындан да ҡулайыраҡты тапмаҫһың. Эш ауыр ҙа, мәшәҡәтле лә түгел, ҡорамал-механизмдар өсөн яуаплы мастерҙың йомошсо малайы сүрәтендә йүгергеләргә кәрәк, бары шул ғына. Мәгәр эш хаҡын башҡа урындарға ҡарағанда бында арыу ғына түләйҙәр икән. Йәнә төндәрен вокзалға вагон бушатырға бара. Уныһы ла иш янына ҡуш. Тик, ғаилә башлығы булараҡ, ни тиклем генә аҡса йүнләргә тырышмаһын, тапҡаны аҙыҡ-түлектән, йәнә Рәзиләгә кейенеү, биҙәнеү кәрәк-ярағы алыуҙан үтмәне. Үҙе ҡышҡыһын йоҡа куртка, спорт башлығы кейә ине, яҙ етеүгә төҫө уңған джинс салбарға, футболкаға, эшлектән сыға барған кроссовкаға күсте. Рәзилә лә, уҡыуын уңышлы тамамлап, филармонияла эшкә ҡалды, өҫтәүенә, киске мәжлестәрҙә, банкеттарҙа йырлап аҡса эшләй. Тик ул эш хаҡын, өҫтәмә килгән аҡсаны бер тапҡыр ҙа күрмәне. Ваҡсылланманы ла, үпкәләмәне лә ҡатынының был ҡылығына, сөнки ғаиләне бөтә яҡлап та ир кеше тәьмин итергә бурыслы. Ә Рәзилә әлегә ҡәнәғәт, бик һуңлап ҡайтып инә лә төш ауғансы түшәктә аунай, шунан төшкө һәм киске ашын бер юлы ашап, сираттағы кисәгә әҙерләнергә, биҙәнергә, кейем һайлар­ға, яһанырға тотона. Бер көн парлап филармонияға барырға теләүен белдергәйне, ҡатыны өҙә әйтте: «Унда ни ҡалған? Һиңә бит бөгөн вагон бушатырға!» Кәйефе төштө, теләге ҡайтты. Рәзиләнең уның менән бергә күренергә теләмәүе аптырата, һуңғы осорҙа ҡалаға ла яңғыҙы сығып юғалыуҙы ғәҙәт итеп алды, ауылдағы ата-әсәһенә лә үҙе генә ҡайтып әйләнә. Был юлы ла, башҡа төпсөнөп йонсотма, тигәндәй, ҡылығын кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп нығытып ҡуйҙы: «Мин атайым-әсәйем, коллегаларым алдында һаман да ҡыҙ, шул дөрөҫлөктө сығып китмәҫлек итеп нығытып мейеңә һеңдереп ҡуй!» Күнде яңғыҙ-ярым көнитмешенә, ат тулап ҡасан ғына тәртә һындырғаны бар, ул да шулайтып өнһөҙ-һүҙһеҙ төптән ғаилә арбаһына егелде. Әммә ваҡыт-ваҡыт күңеле болоҡһоп ҡуя ине, йәне наҙлы, ихлас яратыуҙы, йылы мөғәмәләне көҫәне.
Эштән ҡайтҡас, бүлмәне йыйыштырып, ҡатынының ҡайтыуына өҫтәл хәстәрләй башлағайны ғына йөҙө боҙолоп килеп ингән Рәзилә, иламһырап, карауатына ҡапланды. Эргәһенә яҡынлап, көйәләнеү сәбәбен белергә иткәйне лә ҡатыны, яурынына ятҡан ҡулды тупаҫ этәреп, күҙҙәрен хәтәр яндыр­ҙы:
– Бөтәһенә бары һин генә ғәйепле! Бар, һерәймә, тере күҙ көйөгө!
Кис еткәс, барыһын да үҙе аңлатты:
– Күпме генә һаҡланып йөрөһәм дә, не смогла предохраняться, врачтар, ауырға ҡалғанһың, тине!
Хәлилдең йөҙө балҡып китте:
– Рәзилә, нимә тинең, ҡабатла!
– Нимәһен ҡабатларға, һаңғырауһыңмы әллә? Беременная я, ауылса итеп әйткәндә, быуаҙмын, вот что!
– Бик һәйбәт бит был, мин – атай, ә һин әсәй буласаҡһың!
– Уның нимәһе һәйбәт, фигурам боҙола, если начну грудью кормить, түштәрем һыйыр елене ише һалынып төшәсәк, шунан мин атай-әсәйгә с каким видом покажусь, шул хаҡта уйланыңмы? Беренсеһен аборт менән алдырырға ярамай, тине табиптар, юғиһә ҡотолор инем был бәләнән… Ну что мне делать, что? – Көтмәгәндә оло ҡазаға тарығандай үрһәләнде.
– Ауылға ҡайтайыҡ та ҡайны-ҡәйнәмә бөтәһен дә аңлатайыҡ. Фатихаларын бирерҙәр улар, бына күрерһең!
– Кәрәкмәй миңә уларҙың фатихаһы!
Бәрелгәндән-һуғылғандан аҙаҡ танауын мырш-мырш тартып тыныслана төшкән Рәзилә ғәйепле төҫ менән әйтте:
– Атайым, тип һөйләһәм дә, юҡ ул, мин бәләкәй саҡта уҡ беҙҙе ташлап киткән. Ауылда яңғыҙ әсәйем генә, она завклубом работает.
Төн ауғас та әле үҙенең әлеге хәле менән килешеп бөтмәй һаман мыжыны:
– Тимәк, миңә заслуженныйҙы алырға яҙмағандыр, күрәһең…
– Уның ҡарауы, Герой-әсә булырһың!
– Эйе, шул ғына етмәгәйне…
Был яңылыҡтан һуң да әле Рәзилә ҡатын-ҡыҙ серен йәшерергә, боҫормаларға тырышты, урамға тар джинс салбарҙа сыға, кисәләргә әҙерләнгәндә корсет кейеп, уның шнурҙарын ныҡлап тарттырырға тотона, Хәлилдең киҫәтеүен ҡолағына ла элмәй. Декрет отпускыһы еткәйне, уны ҡалдырып, әсәһе янына ҡайтып китте. Ауылға бер нисә тапҡыр барып ураны, тик унда үҙенең артыҡлығын тойоп, оҙаҡ торманы. Өлкән үк йәштә булыуына ҡарамаҫтан, эт алғыһыҙ итеп буянып йөрөргә яратҡан ерән сәсле, төрпө һүҙле ҡәйнәһе уға ят һәм ҡырыҫ тойолдо. Был өй тотошлайы менән ир төҫө күрмәгән, ир-ат еҫен ҡабул итмәгән айырым бер донъя ине. Ошо хаҡта һүҙ араһында Рәзилә лә әйтә биреп ҡуйҙы: «Һин беҙҙең тормошҡа нисек сыҙайһың ул? Все окружение у нас женское, ишек алдындағы Белка, өй эсендәге бесәйебеҙ Принцесса –кәнтәйҙәр, һыйыр, тана һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, һарыҡтарыбыҙ орғасы, хатта ҡаҙҙарыбыҙ аталыҡһыҙ, тауыҡтарыбыҙ әтәс­һеҙ». «Әтәсһеҙ тауыҡтар булмай, уларҙы кем өйөрөп алып йөрөй ул саҡта?». «Күршеләрҙеке ике кәртә араһында сыуала шикелле…» Бына һиңә мә, тимәк, ул орғасы артынан эйәргән иркәк фиғелендә, сөнки ул да бит даими рәүештә ҡала менән ауыл араһын таҡырлай. Үпкәләгәндәй итеп ҡайтып китә лә, аҙна аҙағына тағы ауылға юллана, унда бит Рәзиләһе. Ул уны ярата һәм яҡын күрә.

Хәйҙәр ТАПАКОВ.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)