RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шиғри арғымаҡта елә шағир

12.07.2013 Шиғри арғымаҡта елә шағир

Ғүмерлек китап
Шиғри арғымаҡта елә шағир
Күпте юғалтып,
Ләкин тиң табып,
Алдашмай яҙҙым
Ғүмер китабын.
Ошондай шиғыр юлдары менән башланып китә шағир Ирек Кинйәбулатовтың «Ғүмер китабы». Унда үҙенең бөтә булмышын, ижадының маҡсатын, йәшәү мәғәнәһен асып һалған. Бик күп коллектив йыйынтыҡты, күренекле шәхестәр­ҙең фотоальбомдарын сығарыуҙа ҡатнашҡан шағир китабын да бик үҙенсәлекле төҙөгән.
Ғәҙәттә, әҙиптәр юбилейҙары уңайынан күләмле йыйынтыҡтарын баҫтырғанда, ижадтарының тәүге осор­ҙарындағы шиғырҙары менән башлап ебәрә. Ә Ирек Кинйә­булатов, киреһенсә, яңы әҫәрҙәре менән уҡыу­­­­сыны шиғриәт донъяһына алып инә. Әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыу­сылар­ҙың ижады менән танышып барыусан, шуға элекке шиғырҙарына ҡарағанда бөгөнгөләре нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуны иҫәптә тотҡандыр ҙа инде шағир. «Әҙип һуңғы йылдарҙа нимәләр яҙған икән?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иткән уҡыусы уның заманының олуғ уҙаманы икәненә ышана, тормош менән бергә, хатта, шағирҙарға хас булғанса, алдараҡ атлағанын, шул уҡ ваҡытта яугир халҡының үткәнен, тарихын йөрәгендә йөрөткәнен, шул ҡаһарманлыҡты бөгөнгө йәштәр онотмаһын өсөн килер быуындарға аманат итеп ҡалдырыуын күрә. Ошо изге ниәттә яҙылғандыр ҙа инде «Вәлиди урамынан», «Беҙҙең юл», «Тере һәйкәлдәр», «Торобораҡ баҫты Торатау» шиғырҙары һәм «Боро­дино» балладаһы.
Бында шулай уҡ Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми иҫтәлегенә «Йыр яҡтыһы» исемле күләмле хәтер-поэма ла урын алған. Әҫәрҙең туранан-тура әҙиптең үҙенә мөрәжәғәт итеп яҙылыуы поэманың тәьҫир көсөн арттыра, шағирҙың әле лә беҙҙең арала булыуын, әҫәрҙәренең үлемһеҙлеген, үҙенең хәти­рәләр­ҙә йәшәүен һүрәтләй, уны юҡһыныу һағышын көсәйтә.
Бында шулай уҡ Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллинға асыҡ хаты, «Күңел­дәрҙе яҡшыртып, күңелдәрҙе яҡтыртып» тигән шәлкемгә ингән күренекле шәхестәргә арнауҙары байтаҡ урынды алған.
Ирек Кинйәбулатовтың бөгөнгө ижады менән танышҡан уҡыусы артабан уның тәүге китабы – 1970 йылда сыҡҡан «Баҫыу юлы»ндағы шиғырҙарына мөрәжәғәт итә. Унда ер, игенсе хеҙмәте, баҫыу юлы, бураҙналар яҡтылығы менән тулған шиғырҙар тупланһа, өс йылдан һуң донъя күргән «Сыйырсыҡтар бала осора» тигән икенсе китабында әсәһенә арналған ошо уҡ исемдәге лирик поэма менән ғәзиз кешеһенә шиғри һәйкәл ҡоя. Тормош хаҡындағы етди шиғырҙары менән үҙен өлгөргән шағир итеп таныта. «Баҫыу юлы»нан башланған ижады уны тормош диңгеҙенә алып инеп китә. Йәшлегендә тельняшка кейеп, даръялар кискән моряк тормош диңгеҙендә лә дауылдарға ҡаршы торорға әҙер икәнлеген күрһәтә. Бынан дүрт тиҫтә йыл элек «Рәсәй» тигән шиғырында түбәндәге юлдарҙы яҙыр өсөн заманына күрә ижади ҡаһарманлыҡ кәрәккәндер.
Үҙ илеңде илем тиһәң,
Ирендәре уның кибә.
Үҙ телендә һөйләгәнде
Ул сит күрә, ситкә тибә.

Шәфҡәт көтөп, ауыҙ асһаң,
Асыуҙарын түгә Рәсәй.
Беҙ тыумыштан белмәгәнбеҙ –
Ул булған бит үгәй әсәй.
Китап 1973 йылда сыҡҡан, тимәк, унда ингән шиғырҙар тағы ла элегерәк яҙылған. Тап беҙ мәктәптә уҡығанда, балалар бөтә фәндәрҙе рус телендә генә өйрәнергә тейеш, тигән бойороҡтар сыҡҡан заман ине ул. Шул саҡта ошондай шиғыр яҙыр өсөн батырлыҡ та кәрәккәндер. Хәҙер генә олоһо ла, кесеһе лә Рәсәйҙе нисек кенә һүкмәй.
«Һөйөү иртәһе» (1988 йыл) китабында шағир ер яҙмышы өсөн борсолоп:
Ер яраһы бөтәшерҙәй түгел,

Уларҙы һуң нисек дауаларға,
Ниндәй юлдар менән бәйләргә? – тип яҙа «Ер яраһы» шиғырында. Һәм үҙе лә ер яҙмышы өсөн бурыслы икәнен түбәндәге юлдар аша сағылдыра:
Тауҙарыма тауҙай бурысым бар,
Биргәндәре өсөн сабырлыҡ.
Тыуған ерем, тыуҙырғаның өсөн
Ниндәй хаҡ бар түләр –
табырлыҡ?!
(«Бурыс»).
«Мин – башҡорт» (1993 йыл) китабында шағир Ирек Кинйәбулатов илдә барған үҙгәртеп ҡороуҙарға үҙ мөнәсәбәтен, үҙе йәшәгән дәүергә дәғүәләрен белдерә:
Егерменсе быуат,
Түгелме ни оят?
Түңкәрелмәҫ элек
Намыҫыңды уят!
(«Егерменсе быуат»).
Тотош быуатҡа ошолай мөрәжәғәт итергә шағирҙың тулы хоҡуғы бар. Сөнки ул халыҡтың бер вәкиле.
Мин күптәнге,
Киләсәкке башҡорт –
Меңәр йыллыҡ юлым артымда.
Үткәндәре барҙың – киләһе бар,
Шуны белһен йәшем, ҡартым да, – тип яҙа ул «Мин – башҡорт» шиғырында.
Бөгөнгө башҡорт күптәнге башҡорт Салауатҡа ҡуйылған һәйкәлгә арнап яҙған әҫәрендә был һәйкәлде заман­ға, ваҡытҡа, ҡайғыларҙан көйгән ергә, ярһыу-яныуға, өмөткә, нәфрәткә, мөхәббәткә, хыялға, батырлыҡҡа, саялыҡҡа, ғазапҡа, азатлыҡҡа, яугир халыҡҡа ҡуйылған һәйкәл итеп күрһәтә.
Шағир өсөн тыуған еренән дә ғәзиз башҡа ер ҙә, арҡа терәр халҡы ла юҡ. Ошондай фекер менән башланып киткән «Арғымаҡта» (1998 йыл) китабында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева иҫтәлегенә яҙылған «Йөрәктәге һәйкәлдәр» поэмаһы менән башҡорт халҡының легендар улы генерал Таһир Күсимов иҫтәлегенә арналған «Арғымаҡта» балладаһы төп урынды алып тора. Әле үҙҙәре тере саҡта уҡ халыҡ күңелендә үҙ-үҙҙәренә һәйкәл ҡуйған шәхестәребеҙҙе онотмаҫҡа саҡыра, башҡорт батырҙарын ҡаһарманлыҡ арғымағына тиңләй.
Ирек Кинйәбулатов – шиғриәткә, шиғри һүҙгә үтә яуаплы ҡараған шағир. Ул:
Яҙһам, яҙам башҡа сара юҡта,
Тик яҙмайым юҡты бар итеп, – ти икән, бының, ысынлап та, ихлас әйтелгәненә инанаһың. Сөнки әҙип әҙәбиәт донъяһына осраҡлы кеше­ләр­ҙең килеп инеүенә һыҙланып былай тип яҙа:
Шиғриәт! Һин үҙең әрнейһеңдер
Шиғыр мохтаж саҡта ярҙамға,
Яҙа алғандары яҙмағанға,
Яҙа алмағандар яҙғанға.
Ә үҙе бөтә илһамды, шатлыҡ-хәсрәтте туған халҡынан ала һәм йөрәге аша үткәреп, кире халыҡҡа ҡайтара.
Мин бит һеҙһеҙ бер кем
түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ.
Ҡарурманда һөйәлергә ағас тапмай ҡаңғырған шағир өсөн ябай көн тыуыуы ла байрамға әйләнә. Ҡыуана белһәң, аңлай белһәң, ҡәҙерен белһәң. Шағир һүҙе замана тауышын яңғырата, шиғри арғымағында киләсәккә елә.
Ирек Кинйәбулатовтың «Ғүмер китабы» заманыбыҙ йылъяҙмаһы булып, алдағы быуын уҡыусыларын да һөйөндөрөп, ғүмерлек китапҡа әйләнеренә шигебеҙ юҡ.
Әҙәбиәтселәр араһында шундай һүҙ йөрөй: әҙиптең, нисә китап яҙыуына ҡарамаҫтан, тарихта ҡала торған төп бер йыйынтығы була. Ирек Кинйәбулатов өсөн ул – «Ғүмер китабы».
Заманының
йылъяҙмасыһы

Шағир ижадындағы йәнә бер үҙенсәлекле сифат хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Ул да булһа − күренекле шәхестәребеҙгә арналған шиғырҙары. Ҡыҙыҡ өсөн генә һанап ҡарарға уйлағайным, буталып бөттөм, буғай, ике йөҙҙән ашып китте. Ә шуларҙың ҡап яртыһы тиерлек ҡәләмдәштәренә бағышланған. Шағир ижады хаҡында яҙған күренекле ғалим Тимерғәле Килмөхә­мәтовтың шундай тапҡыр һүҙҙәре бар: «Бағышлау әҫәре − шәхесте шиғыр итеү». Ысынлап та, Ирек Кинйәбулатов һәр арнауында кешене уҡыусыға һоҡлан­ғыс итеп һүрәтләй. Уларҙың бар аҫыл сифаттарын сағылдыра. Бындай күңел киңлеге ҡайҙан килә? Ғүмер буйы бер генә арнау шиғыры яҙмаған әҙиптәр ҙә бар бит, юғиһә. Ошо хаҡта шағир үҙе шулай ти: «Халҡымды яратам, тип һөйләп, яҡындарын рәнйеткән кешеләр бар. Ә бит халыҡ ана шул айырым вәкилдәрҙән тора. Халҡыңды яратыу − ул шәхестәрен күтәреү тигән һүҙ. Шағир донъялағы һәр күренешкә мөнәсәбәтен шиғыр аша белдерергә тейеш, тип уйлайым».
Эйе, донъяла булып ятҡан хәл-ваҡиғаларға ҡарата ғәмһеҙ ҡалған, битарафлыҡ күрһәткән шағир бармы ни?! Тик йөрәк аша үткәргән хис-кисерештәрен шиғыр юлдарына һалып, бүтәндәр менән уртаҡлашыр­ға теләүселәр генә бик күп түгел. Шағир Ирек Кинйәбулатов өсөн тормошта ваҡ нәмә юҡ: уны берҙәй үк дәрәжәлә Торатауҙың яҙмышы ла борсой, Бородино яланында алыш­ҡан башҡорт яугирҙары ла һоҡландыра, Оло Тәләк янындағы фажиғә лә һыҙландыра. Ҡәләм­дәш­тәренең яңы әҫәрҙәре менән танышҡас та фекер­ҙәрен әйтмәй түҙә алмай, әҙиптәрҙе һуңғы юлға оҙатҡанда ла йөрәк һыҙлатып сыҡҡан хушлашыу һүҙен дә күҙ йәштәре аша еткерә. Һәр арнау үҙе бер поэмаға торошло. Киң күңелле кеше генә шундай шиғырҙар яҙа ала, йөрәген битарафлыҡ майы ҡапламағандар ғына һәр нәмәгә үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Ғәмһеҙлек − шағир өсөн ят сифат. Академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, арнауҙарҙан ғына торған айырым бер китап та әҙерләргә мөмкин. Шулар барыһы бергә заманының йылъяҙмаһын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итер ине. Сөнки ул бағышлауҙар − беҙҙең замандың күренекле шәхестәре тураһында. Ә шәхестәр, белеүебеҙсә, тарих яһаусылар.

Төҙөүсе, мөхәррир

Үҙ әҫәрҙәрен яҙыуҙан тыш, Ирек Кинйәбулатов башҡа ҡәләмдәштәренең ижадын уҡыусыларға еткереүҙә ең һыҙғанып эшләгән шағир. Был да әлеге лә баяғы күңел киңлегенән килә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишеваның, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың фотоальбомдарын әҙерләү ҙә − бик яуап­лы һәм күп ваҡыт талап итә торған хеҙмәт. Һәр материалды, фотоны тәфсирләп йыйыу, уҡыусыға уны нисегерәк уңышлы итеп еткереү күпме илһам һәм фантазия талап итә.
Күренекле яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тураһында ла, тарихсы Рим Йәнғужин хаҡында ла йыйынтыҡтар туплаған.
Ирек Кинйәбулатовтың тағы ла ҙур эштәренең береһе − «Ҡурай» тигән йыйынтыҡ әҙерләүе тураһында ла ишетеп беләм. Унда Башҡортос­тандағы күренекле ҡурайсылар хаҡында уҡыр­ға, ҡурай хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға, ҡурайға арналған шиғырҙар менән танышырға мөмкин буласаҡ.
«Башҡорт поэзияһы антология­һы»н төҙөүҙә лә ҡатнашҡан шағир «Башҡорт шағирәләре антологияһы»н төҙөү хаҡында ла хыял итә.
Бындай йыйынтыҡтарҙы төҙөү шағир өсөн, бәлки, әллә ни мәртәбә лә өҫтәмәйҙер. Әммә улар − тарихта, килер быуындар­ға ҡала торған баҫмалар. Унан һуң һәр шағирға ла мөхәррирлек һәләте бирелмәгән, ойоштора алыу ҙа бөтәһенең дә ҡулынан килмәй. Ә инде рәссамдар, нәшерҙәр менән уртаҡ тел табып, коллективта эшләүҙе лә барыһы ла булдыра алмай. Ахыр килеп, изгелекле ғәмәлгә тотонорға һәр кемдең дә йөрәге етмәй. Бының өсөн һүҙең үтеүе лә, абруйың да булыуы шарт.

Ярты быуат ул
хәбәрсе һаман

Ирек Кинйәбулатовҡа ҡайҙан килә тормошҡа шундай әүҙем позиция?
Минеңсә, уның сере ижад юлының башында «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләүендәлер. Бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы иртәгәгә ҡалдырмай, ваҡытында халыҡҡа еткереү шағирҙы егәрлелеккә өйрәткәндер. Ошо ғәҙәт бөгөн килеп тә онотолмаған. Ниндәй генә күренешкә ҡарата булмаһын, үҙ фекерен матбуғат аша уҡыусыға еткерергә ашыға. Был хаҡта үҙе лә шулай ти:
Хәбәр яҙам, төрлө хәлдәр яҙам:
Ярты быуат яҙам арымай.
Күргәнемде, кисергәнде яҙам,
Нимәләргә генә тарымай,
Ярты быуат яҙам арымай.
Кәрәк һүҙҙе, тапҡыр һүҙҙе, дөрөҫ һүҙҙе халҡына еткерер өсөн яҙа, хаҡлыҡ хаҡына яҙа. «Ҡулдарынан эшен төшөрөрлөк, алдарынан ашы китерлек, ҡайһы саҡта башы китерлек булһа ла, хәбәрсе халҡына ғәҙел һүҙҙе еткерә», − ти шағир «Хәбәрсе» шиғырында.
Ирек Кинйәбулатовтың шул йыл­дар­ҙа эшләгән сағындағы гәзит биттәрендә донъя күргән материалдары заман кардиограммаһы кеүек ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Бөгөнгө уҡыусы әҙипте шағир булараҡ күберәк белә. Ә бит хәбәрсе вазифаһында күпме күренекле кеше хаҡында очерктар яҙыл­ған. Берәү булһа шуларҙы күптән китап итеп баҫтырып сығарыр ине. Уларҙа халыҡ тарихы, рухы сағылдырылған. Был яҙмалар ниндәйҙер кимәлдә буласаҡ журналистар өсөн уҡыу әсбабы хеҙмәтен дә үтәр кеүек. Хәҙер кешеләр әҙәби әҫәрҙәргә ҡарағанда күберәк иҫтәлектәр, мемуарҙар уҡыр­ға ярата. Әҙәбиәт һәм сәнғәт оҫталары хаҡында яҙған матур мәҡәләләре лә байтаҡ әҙиптең. «Улар барыһы ла бер йыйынтыҡ итеп әҙерләнде. «Быуындар яҙмышы» тип исемләнгән. Киләсәктә китап булып донъя күрер, тип ышанам», − ти шағир был хаҡта.
Һәр яҙыусының сыҡмай ятҡан ҡулъяҙмалары байтаҡ. Ошо йәһәттән Ирек Кинйәбулатовтың да уҡыусылар өсөн сер булып ҡалған әҫәрҙәре лә юҡ түгел. Уның балалар өсөн ижад иткән «Иген иле», «Урал аша көмөш юл», «Урман шауы», «Ғүмерлек мираҫ» кеүек поэмалары бар. Һуңғы ваҡытта, ғөмүмән, балалар өсөн поэма яҙыусы юҡ тиергә лә мөмкин. Әҙиптең был әҫәрҙәре лә үҙ уҡыу­сыһына барып етеүҙе көтә.

Һәр көнгә шатланып йәшәй

Бар ауылды ҡаратырлыҡ
Матур булып булманы.
Һабантуйҙа алға сығыр
Батыр булып булманы.

Ләкин һоҡлана белдем мин
Ауылдағы матурға.
Кәрәк саҡта ҡеүәт бирәм
Минән көслө батырға.
Матурҙарға һоҡлана, батыр­ҙарға ҡеүәт бирә белеү үҙе ма­турлыҡ һәм батырлыҡ түгелме ни?! Күптәрҙең бит шуға ла йөрәктәре етмәй: әллә көнсөллөктәре, әллә тар күңелле булыу­ҙары ирек бирмәй. Ә бына Ирек Кинйәбулатовҡа их­лас ярҙам ҡулы һуҙыу хас. Кешегә күрһәтеп, ҡысҡырып тү­гел, ә ипләп кенә, шым ғына, үҙенә белдермәйенсә, кәрәк ерен­дә, кәрәк кешеһенә, тәғәйен һүҙҙе әйтә белә. Ҙур мөнбәрҙәр артында тороп, бөтә ғәм алдында ярһып сығыш яһағанын иҫләмәйем дә ниш­ләп­тер. «Шу­лайтырға кәрәк, былайтырға кәрәк», − тип әйт­кә­не лә хәтергә төшмәй, әммә шағирҙан аныҡ ярҙам күргән кешеләрҙе лә беләм.
Уның бер ваҡытта ла башын эйеп, һөмһөрө ҡойолоп йөрөгәнен күрмәҫһең. «Мин олораҡмын бит әле», − тип дәрәжә һаҡлап тормай, үҙе әллә ҡайҙан күреп иҫәнләшер, хәл-әхүәлеңде һорашыр, кәңәшен әйтер, күңелеңде күтәрер. Ана шундай оптимист булғанға ла тормоштағы күп ауырлыҡтарҙы еңеп, сир-сырхауҙарға бирешмәй, ҡайғы-хәсрәттәрҙән бөгөлөп-һығылып төшмәйенсә тура баҫып атлап йәшәй. Шуға ла тормош бүләк иткән һәр көнгә шатланып ғүмер итә һәм:
Мин ҡыуанам: тыуғаныма,
Ысыҡта бит йыуғаныма,
Торғаныма, ятҡаныма,
Яңынан таң атҡанына,
− тип яҙа. Әммә шағир диуаналарса ҡыуанып ҡына йәшәмәй, ә:
Тик яуаплы булһын кеше
Имен килгән һәр көн өсөн, − − тип, оло яуаплылыҡ тоя. Был − шағир иңдәренә төшкән заман талабы һәм бурысы ла.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)