02.11.2010 Бер стакан һыу һәм профессор
Профессор, ҡулына һыу тулы стаканды алып, уҡыусылары ҡаршыһына баҫа ла:
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бына ошо стакан күпме тарта? – тип һорай.
Аудиторияла ҡыҙыу бышылдашыу башлана.
– Минеңсә, 200 грамм! Юҡ, 300-ҙөр ул! Ә, бәлки, 500-ҙөр! – тигән яуаптар ишетелә.
– Мин, ысынлап та, уны үлсәмәйенсә күпме икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Әммә әлегә был кәрәкмәй ҙә. Һорауым бына ошондай: әгәр ҙә мин стаканды ошолайтып бер нисә минут тотһам, нимә була? – ти профессор.
– Бер нәмә лә!
– Эйе, бер ниндәй ҡурҡыныс нәмә лә булмаясаҡ, – тип яуаплай профессор. – Әгәр ҙә ҡулымды һуҙған килеш стаканды бер нисә сәғәт тотоп торһам, нимә була?
– Һеҙҙең ҡулығыҙ ауырта башлай.
– Әгәр көнө буйы тотоп торһам?
– Һеҙҙең ҡулығыҙ ойой, һәм тарамыштарығыҙ тартышып, фалиж һуғыуы бар. Бәлки, дауаханаға ла барырға тура килер әле, – ти бер студент.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр ҙә көнө буйы стаканды ҡулымда тотоп торһам, уның ауырлығы үҙгәрәме?
– Юҡ! – тип яуапланы студенттар ҡыйыуһыҙ ғына.
– Һеҙҙеңсә, быны төҙәтер өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? – ти профессор.
– Бер нәмә лә, стаканды өҫтәлгә генә ҡуйығыҙ, – ти, йылмайып, бер студент.
– Дөрөҫ! – тип шатлыҡлы яуапланы профессор. – Тормоштағы бөтә ауырлыҡтар ҙа тап ана шулай. Берәй проблема хаҡында уйлауың була, ул шунда уҡ алдыңа килеп баҫа. Уның хаҡында берәй сәғәт уйланһаң, ул һине һура башлай, ә шул хаҡта көнө буйы уйлаһаң, бөтөнләй хәлһеҙләнеп йығылыуың бар. Проблема хаҡында уйланырға кәрәк, әлбиттә, әммә һин уйлауҙан ғына ул яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй бит. Һин уны уйлауҙан уның «ауырлығы» ла кәмемәй. Проблеманан тик хеҙмәт менән ҡотолоп була. Күңелеңдә ауыр таш йөрөтөүҙән бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Шуның өсөн һеҙҙе баҫып, йөрәгегеҙҙе һыҡтатҡан нәмәләр хаҡында күп уйларға тырышмағыҙ.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.