31.05.2013 Балалар өсөн шиғырҙар
Тирмәнемә һыу ҡоя
Эш эшләһәм, минең күңел
Һәр саҡ рәхәтлек тоя,
«Улым уңған!» – тип атайым
Тирмәнемә һыу ҡоя.
Әсәй ҙә маҡтап ебәрә,
Арҡамдан һөйөп ҡуя.
… Яғымлы һүҙ – йән аҙығы,
Күңел рәхәтлек тоя.
Арабыҙҙан ел дә үтмәҫ
Рөстәм дуҫым – таҫма телле,
Торғаны һайрар ҡошсоҡ.
«Арабыҙҙан ел дә үтмәҫ,
Ныҡлы, – ти, – беҙҙең дуҫлыҡ!»
Үпкәләшеп китһәк тә беҙ,
Яңынан дуҫлашабыҙ,
Ҡул бирешеп күрешәбеҙ
Йәки ҡосаҡлашабыҙ.
Бер бот тоҙ ашағандар
Олатай менән өләсәй
Бәхетле йәшәгәндәр.
Тигеҙ ғүмер итеп улар
Бер бот тоҙ ашағандар.
Түңәрәк өй
Балалар баҡсаһына мин
Инде күптән йөрөйөм.
Уйнарға сыҡҡас, ҡомлоҡта
Түңәрәк өй төҙөйөм.
Әйҙә, тим, унда дуҫтарым
Иркенләп уйнаһындар.
… Шашаһығыҙ, тип, апайҙар
Мөйөшкә ҡуймаһындар!
Утлы табаға баҫтырҙым
Утлы табаға баҫтырҙым
Алмасты.
Ялҡау малай, торғаны бер
Алдаҡсы.
Ҡушҡан эште эшләмәгән
Көн буйы.
Уйнау ғына булған уның
Бар уйы.
Уны әрләп теттем генә
Тетмәһен!
…Ҡушҡан эште ваҡытында
Эшләһен!
Һыуҙан сыҡҡан
ҡоп-ҡоро
Байрас, Илнур менән Рөстәм
Тарығандар бәләгә.
Уларҙың типкән туптары
Килеп тейгән тәҙрәгә.
Тәҙ(е)рәнең быялаһы
Селпәрәмә ватылған.
Өй хужаһы малайҙарҙан
Өр-яңыһын таптырған.
Улар араһында Рөстәм
Булғандыр иң отҡоро,
Ғәйепле булһа ла үҙе,
Һыуҙан сыҡҡан ҡоп-ҡоро!
Борсаҡтары бешмәгән…
Ләйсән менән Вәсиләнең
Борсаҡтары бешмәгән.
Сөнки Ләйсән кәнфиттәрен
Дуҫына өләшмәгән.
Шуға ла бер-береһенә
Йөрөйҙәр үпкәләшеп,
Әсәй әйтә, дуҫлашығыҙ,
Үпкәләү – насар ғәҙәт…
Дуҫлашығыҙ тиҙерәк, тип
Бышылдай ҡурсаҡтары.
… Ҡасан ғына ике ҡыҙҙың
Бешер һуң борсаҡтары?!
Рамай ҠАҺИР.