31.05.2013 «Күңелемде ҡояш итәм”
Шағирә Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия быйыл Рамай Ҡаһирға тапшырылды
Тыуған ерен данлап «һабантурғай төҫлө һайраған», яралы күңелгенәһе «уттары балҡыған бер ҙур ауыл» булған хисле лә, шул уҡ ваҡытта көслө ихтыярлы ла шағир Рамай Ҡаһир шиғриәт һөйөүселәрҙең барыһына ла яҡшы таныш. Арымай-талмай тимер юлында эшләгән ябай эшсенең шиғырҙары гәзит-журналдарҙа йыш донъя күрә һәм был уның шиғриәттә лә егәрле, тырыш булыуын, йөрәгендәге ҡояш сатҡылары менән ихлас бүлешеүен күрһәтә. Уның ижад емештәре күңел, ауырлы ҡатын кеүек, нимәнелер көҫәгәндә танһыҡты ҡандырған әскелтем тәмле бер ризыҡ кеүек. Шуға ла шиғырҙарын уҡыған һайын уҡығы килә. Ошо көндәрҙә яратып уҡыған яҡташ шағир янына барырға шәп бер сәбәп табылды – Рамай Ҡаһирға шағирә Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия тапшырылды! Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әҡлимә Сафина етәкселегендә бер төркөм ҡәләмдәше лә ошо ҡыуанысты бүлешеү уңайынан Өргөнгә килеп етте.
– Дәүләт эшендә эшләгәндәрҙән бигерәк, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙе халыҡ белә, күрә, һанлай, – тине район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатын тапшырғанда хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко. – Быны «Яҡташтар» проекты асыҡ күрһәтте. Һәм шулай булырға тейештер ҙә, сөнки һеҙ – халыҡтың рухы, яҡшылыҡ, яҡтылыҡ орлоҡтарын сәсеүселәр, киләсәккә юл һалыусылар.
Шағир Байгилде Янбулатов әүәл Рамай ағайҙың шиғырҙарын баҫмай ҡаңғыртҡандарын иҫләне: «Ләкин беҙ уға ышандыҡ һәм, шөкөр, ышанысыбыҙ аҡланды. Ул бик тырыш, үҙенә талапсан, ынтылышлы, изге күңелле кеше». Минзәлә Шөғәйепова Рамай Ҡаһирҙың күңеле лә, ижады ла күҙ алдында үҫеүен билдәләне, ысын шағир титулдарға, чиндарға мохтаж булмаһа ла, ижадыңды күреп, күтәрмәләп тороуҙары тағы ла илһамландыра, ҡанатландыра, тине. Мин дә кешене тере сағында күтәреүҙәрен яратам, үлгәндән һуң «ул талантлы», «ул дан кеше ине» тип маҡтауҙың бер фәтүәһен күрмәйем (үлгәндәргә бит барыбер). Ирҙең илдә ҡәҙере юҡ, тигән Фәрит Хәсәнов, үкенескә күрә, хаҡлы бит. Шуға ла Рамай ағайға бик һәләтле шағирә исемендәге премияны тапшырыуҙарына, ҡәләмдәштәренең уны ҡотлауына ысын күңелдән һөйөнөп ултырҙым, һәр кемдең ни әйткәнен ҡолаҡ ҡарпайтып тыңланым, күңел һандығына һалдым. Баҡтиһәң, Рамай ағайҙың һәләте буш урында яралмаған, уның өләсәһе Хәтимә әбей боронғо стилдә шиғырҙар яҙған икән! Ә хәҙер Люциә менән Рамай Ҡаһировтарҙың туғыҙынсы синыфты тамамлаған улы Байрас та шиғыр яҙып, рэп йырлай (алтынсыла уҡыған Вәсилә лә йырларға ярата, шиғырҙарҙы тасуири ятлай). Илһөйәрҙәребеҙ Спартак Ильясов менән Салауат Рәсүлев әйтмешләй, күренекле шәхестәр үҙ иткән боронғо Мулдаш ауылы, гүзәл Өргөн ере – таланттар төбәге. Шуға ла Рамай ағайҙың шиғриәт күгендә балҡыуына бер ҙә аптырайһы түгел. Мөхәммәт Хәйҙәров, Салауат Рәсүлев, Фәрит Хәсәнов Өргөнгә Муса Мортазин премияһын килтерһә, Рамай Ҡаһир беренсе булып тыуған ауылына Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияны алдырҙы. Ҡыҙыҡ был тормош: Рәмзилә апайҙың әсәһе Рауза ла бит Өргөн ауылында тыуған, һәм шағирә бала сағында бында йыш булған...
Яңыраҡ дүртенсе, «Күңелемде ҡояш итәм» тип аталған китабы донъя күргән, илле йәшлек юбилейын билдәләгән Рамай ағайға йылы ҡорҙа бик күп матур һүҙ әйтелде, изге теләктәр теләнде. Әлбиттә, ижад шишмәһенең ҡоромауы, артабан да кешелеккә рухи байлыҡ өҫтәп, шиғриәттә яңы үрҙәр яулауы – шағир өсөн теләктәрҙең иң олоһолор.