31.05.2013 Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер ЙОСОПОВҠА – 75 йәш
«Таң мәлендә һүнгәнме ни
аҡландарҙа усаҡтар.
Һығылмайбыҙ, үткән инде
елгә бөгөлгән саҡтар»
Ҡарттар
Йырҙарыма һыуһап
ҡайтҡанымда,
Моңдар менән күңел тултырам.
Утлы ҡуҙҙай, шәфәҡ янған саҡта,
Ҡарттар менән бергә ултырам.
Ҡартлығына улар зарланмайҙар,
Һаҡалдары билгә етһә лә.
Ҡарт арыҫлан ерҙә баҫып тора,
Осҡон сәсер йылдар үтһә лә.
Алыҫтарға ҡараштарын төбәп,
Яйлап ҡына башлай һүҙҙәрен:
«Ваҡытында ямғыр яуамы һуң,
Нисек ҡалды йөрөгән ерҙәрең?»
Ил хәлдәрен тәүҙә һорашырҙар,
Һүҙҙең ҡала икән аҙағы:
«Әүәлгесә йырҙар яҙаһыңмы?
Балаларың һинең таҙамы?»
Һүҙ ялғана инде, һүҙҙәр китә:
Осо етә тыуыр йылдарға.
Хикәйәттәр, урау юлдар үтеп,
Алып ҡайта һине моңдарға.
Йыр башлана, хәтерләтеп һиңә
Тандыр ғына янған уттарҙы.
Моңдар ялмап ала далаларҙы,
Тыуған төйәк, тыуған йорттарҙы.
− Урал, Урал ғына, һай, тиһегеҙ,
Урал тигәндәре тау микән?
Ут-һыуҙарҙы кисеп илгә ҡайттыҡ,
Ҡалғаныбыҙ иҫән-һау микән?
Өҙәңгегә улар өҙә баҫып,
Атланырҙар һымаҡ аттарға;
Алыҫ юлға фатихаһын бирә,
Рәхмәт, тимен, рәхмәт ҡарттарға.
ӘСӘЙЕМ УСАҒЫ
Был донъяны бүләк итеп,
Әсәм мине тыуҙырған.
Әсәм яҡҡан усаҡтың
Көлөн елдәр туҙҙырған.
Сәстәремә көлө ҡунған,
Күңелемдә − күмере.
Шул усаҡтан ялҡын алып,
Үтә минең ғүмерем.
Ҡуҙы күптән һүнһә лә,
Ялҡынында йәшәйем.
Бөгөнгөләй хәтеремдә:
Усаҡ яға әсәйем.
Йыры аға,
Усаҡ яға,
Ялҡын баҙлай йөҙөндә.
Осҡон яна, осҡон сәсрәй
Әсәйемдең күҙендә.
Һиҙмәгәнмен: был донъянан
Ялҡындар алғандарын,
Усаҡ кеүек, ғүмерҙәрҙең
Белмәнем янғандарын.
Усаҡ яна,−
Йылдар яна,
Ғүмер әйләнә ҡуҙға.
Осҡон туҙа,
Ҡаҡлыға ул
Һауалағы йондоҙға.
Ҡайһы саҡта был донъяла
Йылы етмәй ирҙәргә.
Усаҡ һүнгән.
Әсәкәйем
Киткән ҡайтмаҫ ерҙәргә.
Йылдар үткән.
Үҙемдең дә
Мөрйәмдән төтөн сыға.
Усаҡ яна,
Ялҡын бирә
Йонсоп килгән юлсыға.
Рәхмәт, тимен, яҙмышыма:
Мөрйәмдән төтөн сыға.
Һаулыҡ теләйем − сирлегә,
Ғүмер бирһен − һауҙарға.
Әсәйемдең усағылай,
Офоҡ баҙлай тауҙарҙа.
УЛЫМА
Һин бер генә йылы һүҙ әйт,
Балаҡайым, мине йыуат.
Мәңгелектең ағасынан
Ҡойолорға тора быуат.
Был бит инде иҫке быуат, −
Минең быуат,
Балаҡайым, мине йыуат.
Һабан һөрҙөм,
Иген иктем,
Ярһыу атты дағаланым.
Иҫке быуат түбәләрен
Егет булып яғаланым.
Ғүмеремдең яҙҙарына
Юлыҡтым мин, юлдар урап.
Кәкүк айы...
Йөрөнөм мин
Оҙон-оҙон ғүмер юрап.
Көҙҙәремә сыҡтым әле,
Утын күрҙем сағандарҙың,
Ямғыр күрҙем, яуын күрҙем,
Дауын күрҙем замандарҙың.
Быуаттарҙың шырлығында
Дөрләп янды яу көндәре,
Кейемемә һеңгән минең
Быуаттарҙың төтөндәре.
Уйлағанда уйылырмын,
Шәфәҡ һымаҡ ҡыйылырмын.
Иҫке быуат менән мин дә
Туңған ергә ҡойолормон.
Мин китергә йыйынмайым,
Ә шулай ҙа мине йыуат.
Мәңгелектең ағасынан
Ҡойолорға тора быуат,
Минең быуат...
Мин китермен,
Һин ҡалырһың
Заманыңда, улым − Булат!
Мәңгелектең ағасында
Бөрөләнә һинең быуат −
Яңы быуат!
* * *
Ваҡлыҡ баҫты донъяны,
Инәйек тип баҙарға.
Бүленеп тә киттекме
Ярлы менән байҙарға.
Ваҡлыҡ баҫты донъяны,
Ни булды һуң халыҡҡа?
Әйләндекме әллә беҙ
Бүре менән һарыҡҡа.
Ваҡлыҡ баҫты донъяны,
Ҡыптыр туның − һикелә.
Берәү туңып һикерһә,
Берәү туйып һикерә.
Ваҡлыҡ баҫты донъяны,
Ни булды һуң халыҡҡа?
Арҡабыҙҙы ҡуйҙыҡмы
Балҡып торған хаҡлыҡҡа?
Яҙы һалҡын, һары сәскә
Ҡаплап алған аҡланды.
Ваҡлыҡ баҫты донъяны,
Кешеләр ҙә ваҡланды.
* * *
Ят яҡтарҙа уйым осһа
Тыуып үҫкән яғыма,
Хыялымда Салауатым
Килеп етә яныма.
Сит тарафта бейек тауҙар
Ҡараһа миңә һөҙөп:
− Ҡайтырһың,− ти Салауатым, −
Минең юл ғына өҙөк.
Ҡайтыр көндәрҙе һанайым,
Күңелдә ниңә көҙөк?
Батыр миңә бойоҡ баға:
− Минең юл ғына өҙөк.
Бер башыма урын тапмай,
Йәшәйем ситтә түҙеп.
Батыр әйтә:
− Һин ҡайтырһың,
Минең юл ғына өҙөк.
Күрәм тыуған тауҙарымдың
Ҡулдарын болғауҙарын.
Ә Салауат алға баҫа,
Сыңлатып бығауҙарын.
Тыуған яҡ
ҡайындары
Дауылдарҙан ниҙәр генә
Даулайһығыҙ, ҡайындар?
Шатлыҡтан да, ҡайғынан да
Шаулайһығыҙ, ҡайындар.
Һүҙһеҙ генә үҙ еремә
Таң ҡалған бар минең дә.
Ел-дауыллы минуттарҙа
Сайҡалған бар минең дә.
Аҙмы мин дә йолҡондом шул
Йылдарҙың елдәренән.
Йәшел генә япраҡтарым
Ҡойолдо иңдәремдән.
Таң мәлендә һүнгәнме ни
Аҡландарҙа усаҡтар.
Һығылмайбыҙ,
Үткән инде
Елгә бөгөлгән саҡтар.
Әллә инде ауырая
Ҡарҙарҙан иңем генә.
Ҡаршылаһаҡ ине тағы
Яҙҙарҙы имен генә.