30.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Һеҙгә килгәндәр, – ти төрмә хеҙмәткәре бер тотҡонға.
– Урынында юҡ, тип әйтегеҙ, – тигән ир.
* * *
Төрмә начальнигы иреккә сығырға әҙерләнгән берәүгә:
– Хәҙер һеҙ ирекле, ҡалған ғүмерегеҙҙе дөрөҫ итеп йәшәрһегеҙ, тип уйлайым, – ти.
– Минең йәшем экспериментҡа сығарыла торған ваҡыттан үткән, – тип яуаплаған ир.
* * *
Судья – хөкөм ителеүсегә:
– Һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә бер генә изгелек тә эшләмәгәнһегеҙ.
– Яңылышаһығыҙ, – тигән ир. – Минең арҡала адвокаттар, судьялар, төрмә хеҙмәткәрҙәре эшле.
* * *
– Һеҙҙең дәлилдәрегеҙ бармы? – ти прокурор.
– Уныһы тағы нимә? – тип һорай тотҡон.
– Урлашыу ваҡытында һеҙҙе берәйһе күрҙеме?
– Аллаға шөкөр, – ти теге, – бер кем дә.
* * *
– Әгәр ҙә һеҙ миңә 100 доллар бирһәгеҙ, бер бик хөрмәтле кешенең ғүмерен ҡотҡарасаҡһығыҙ.
– Үҙегеҙ хаҡында әйтәһегеҙ икән, минеңсә, бик яңылышаһығыҙ, һеҙ күберәк йолҡошҡа оҡшағанһығыҙ.
– Юҡ, мин һеҙҙе күҙ уңында тотҡайным.
* * *
Судья – 115 йылға хөкөм ителеүсегә:
– Улай уҡ ҡайғырмағыҙ! Беҙ бит бюрократтар түгел – күпме ултыра алаһығыҙ, шулай ултырырһығыҙ...
* * *
– Хөкөм ителеүсе, әйтегеҙ әле, һеҙ өйләнгәнгә тиклем нимә эшләнегеҙ?
– Нимә теләнем, шуны, гражданин судья.
* * *
Хәйерсе:
– «Байыр өсөн мең ысул» тигән китап авторына бер аҙ аҡса бирегеҙсе...
– Һеҙ нимә, – тип аптырай үтеп барыусы, – шундай китап авторыһығыҙ, ә үҙегеҙ хәйер һорашаһығыҙ?
– Бына ошо мең ысулдың береһе инде.
* * *
Судья – шаһиттан:
– Тимәк, ғәйепләнеүсе был ханым менән ирле-ҡатынлы һымаҡ йәшәне?
– Юҡ. Бер аҙ яҡшыраҡ...