28.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Ултырышта күңелһеҙ булмаһын өсөн Николай Валуев Дәүләт Думаһының китапханаһынан «Солох һәм тыныслыҡ» китабының ҡаты тышлыһын алып, уны ҡулына йомарлап залға үтә.
* * *
Хәҙер балаларҙы тәрбиәләү – ул процесс. Шуның өсөн дә уның менән күберәк компьютер шөғөлләнә.
* * *
– Әсәй, газ өҫтө ниңә шул тиклем бысраҡ?
– Атайың йомортҡа ҡурған.
– Нимә, табаһыҙ ғынамы ни?
* * *
Бюрократтар ғаиләһендә атай кеше улын мөйөшкә баҫтырыу өсөн кәрәкле документтар пакетын йыя алманы.
* * *
Оҙон муйынлы малайҙар бер ваҡытта ла контроль эшкә әҙерләнеп бармай.
* * *
Үҙегеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Улар мәктәпте Гугл һәм Википедиянан башҡа тамамлаған.
* * *
Иғлан: «Яңы тиерлек «Ока» машинаһы һатыла. Бәләкәй генә юл ҡазаһынан һуң ҡаҡҡылап-һуҡҡыланды, ултырғыстары киптерелде, кабиналағы еҫ елгә осоп бөттө».
* * *
– Һәм айырылышыуығыҙҙың инициаторы кем булды инде?
– Эйе, һәр ваҡыттағыса, әхирәттәр.
* * *
– Комплимент нимә ул?
– Нимә әйтергә белмәгәндә әйтелә торған һүҙ.
* * *
– Мин һине яратам!
– Мин нимә әйтергә белмәйем…
– Нисек бар, шулай әйт.
– Ауыҙың менән аша!