RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ китаптар тәрбиәһендә үҫтек

27.05.2013 Беҙ китаптар тәрбиәһендә үҫтек

«Беҙ һиңә уҡырға күп итеп китап бирәбеҙ, тик һине майҙанда һуҡтырасаҡбыҙ, тиһәләр, мин бик теләп риза булыр инем».
Максим Горький.

Китаптар тураһында бик күп мәҡәл килтерергә була. Беҙҙең заманда ни эшләптер яңы сыҡҡан китаптарҙы ҡулдан төшөрмәй, бер-беребеҙҙән алып, сиратлап уҡый инек. Ә хәҙер китап уҡыусылар бик һирәк. Сөнки халыҡ компьютер алдында ултырырға һәм телевизор ҡарарға һалышып алды. Ә китаптың кеше рухын тәрбиәләүҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә икәнен аңлаусылар һирәгәйеп бара. Рухи аҙыҡһыҙ йәшәү, минеңсә, йәшәү түгел. Мин үҙем китапһыҙ йәшәмәнем, ике тапҡыр бик күп итеп һатып алдым, һуңынан уларҙы мәктәптәргә бүләк итергә тура килде, сөнки бер бүлмәле фатирымда ете кеше йәшәгәндә ҡуйырлыҡ урын да булманы. Ауылда саҡта Зәйнәб Биишеваның китаптары (романдары) бер-бер артлы баҫылып сыҡты. Шуларҙы ҡышҡы оҙон төндәрҙә алмашлап беребеҙ ҡысҡырып уҡый, башҡалар тыңлай. Ҡыҙғаныс урындарында илашып та, ҡыҙыҡлы урындарында көлөшөп тә алабыҙ. Башҡорт яҙыусыларының романдары буйынса уҡыусылар конференцияһы үткәрәбеҙ, әҫәрҙәге образдар тураһында бәхәсләшеп китәбеҙ. Ул конференциялар бик ҡыҙыҡлы үтә торғайны.
Мине бер мәктәпкә директор итеп ебәргәйнеләр. «Беҙгә бер мәктәп директоры күсеп килде. Һигеҙ йәшник китабынан башҡа ҡаралтыһы ла юҡ!» – тип ауыл халҡы көлгән икән. Һуңынан улар үҙҙәре килеп китап алып китә ине. Шиғырҙар, поэмалар – үҙҙәре бер йөрәккә үтеп инерлек мөғжизәләр. Әсәйем менән өләсәйем «Еҙ төймә», «Ҡайтығыҙ, торналар», «Ҡара һыуҙар» поэмаларын ҡышҡы кистәрҙә ҡат-ҡат уҡыта ине. Минең элекке уҡыусыларым Банат Байбулатова, Нәзифә Ишемйәрова, Хәлиҙә Бикбулатова, Минзәлә Ҡужанаҡова сәхнәлә тороп шиғыр һөйләһә, клубтағы халыҡ илай-илай тыңлай ине. Тимәк, әҫәрҙәрҙең халыҡтың йөрәгенә үтеп инерлек көсө булған. Повесть-романдарҙағы ыңғай образдарға оҡшарға тырышып, нимәләр генә эшләмәй инек?! «Ҡорос нисек сыныҡты?», «Күгәүен», «Көндәр һәм төндәр», «Йәйғор», «Йыртҡыс ҡаны», «Ырғыҙ», «Дауыл алдынан» һәм башҡа бик күп романдарҙың йоғонтоһо беҙҙең ғүмеребеҙҙе оҙатып бара. Илде, тәбиғәтте, халыҡты һөйөүҙә, яҡлауҙа, һаҡлауҙа изге тойғолар уята. Шуның өсөн йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған китаптарҙан айырылмайыҡ, донъяла үҙеңде ысын кешеләрсә йәшәргә өйрәтеүсе әҫәрҙәрҙе уҡыйыҡ. Фильмдар ҙа шул китаптар йөкмәткеһенә ҡоролған бит.

Факиһа ҒӘЛЛӘМОВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)