24.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Күп осраҡта балаларҙа «Бөтә нәмә ҡайҙан барлыҡҡа килә?», ә өлкәндәрҙә «Бөтә нәмә ҡайҙа булып бөтә?» тигән һорау тыуа.
* * *
– Табип әфәнде, ауырыуҙы ҡарағыҙ әле...
– Һеҙ нимә, әллә мин сирлеләр күрмәгән тип уйлайһығыҙмы?
* * *
Ҡарпыш ҡолаҡлы парашютист ергә дуҫтарына ҡарағанда бер аҙ яйыраҡ төшә.
* * *
Илебеҙҙә елкә төбөнә тондороу – мәғлүмәтте быуындан-быуынға тапшырыуҙың иң таралған ысулы.
* * *
– Мин һеҙҙән «Нисек миллион эшләргә?» тигән китап һатып алғайным. Уның яртыһы тиерлек йыртып алынған.
– Һеҙҙең өсөн ярты миллион аҡса түгелме ни?
* * *
– Табышығыҙҙың күберәк өлөшөн дәүләттән йәшереп ҡалдырырға уйлағанһығыҙ, – ти һалым инспекторы бер эшҡыуарға.
– Һеҙҙең «табыш» тигән графағыҙҙың бәләкәй булыуына мин ғәйепле түгел. Унда бит бөтә нулдәрҙе лә һыйҙырып бөтөп булмай, –тип аҡланған эшҡыуар.
* * *
Бер түрәнең секретары көн һайын эшкә һуңлап килә. Бер көндө етәксе ҡыҙҙан:
– Бөгөн кисен буш булаһығыҙмы, әллә берәй эшегеҙ бармы? – тип һорай.
– Юҡ, – тип ҡыуанып китә ҡыҙ, эстән генә нимәгәлер өмөт итеп, – бер ниндәй ҙә эшем юҡ.
– Улайһа, – ти директор, – иртәрәк ятып йоҡларға тырышығыҙ әле, бәлки, иртәгә эшкә һуңламай килерһегеҙ.
* * *
Таҡыр башлы «яңы урыҫ» бөҙрәханаға инә лә, сәс ҡырҡыусы егеттең ҡабарып торған сәсенә күрһәтеп:
– Бына һиңә 100 доллар! Минең прическа үҙеңдеке кеүек булһын, аңланыңмы? – ти.
Егет нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала һәм тиҙ генә үҙенең сәсен ҡырып ташлай.
* * *
Ир яңғыҙы ғына курортҡа китә. Бер аҙнанан ҡатынына «Барыбер тик һине генә яратам» тигән смс ебәрә. Ҡатыны, уға яуап итеп, «Эйе, һин дә әлегә иң яҡшыһы» тигән яҙыу ебәрә.