21.05.2013 Рәми һүҙе яңғыраны илдә
Тәүге тапҡыр Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә ғәҙәти булмаған байрам − Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса «Минең Рәми» марафоны үтте
Унда республика район-ҡалалары ғына түгел, башҡа төбәктәр ҙә ҡатнашты. Баш ҡалабыҙ Өфөлә байрам Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда уҙҙы. Күҙалланыуынса, Рәми ижадын һөйөүселәр бик күп булды. Өс сәғәт буйы уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, артистар, яҙыусылар, башҡа һөнәр эйәләре арабыҙҙан иртә киткән талантлы ҡәләм эйәһенең шиғырҙарын яңғыратты. Марафонды ойоштороусылар – «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдары, «Йәшлек» гәзите, «Юлдаш» радиоһы башлап ебәрҙе. Шағирҙың үҙе уҡыуындағы радио фондында һаҡланған яҙмалар ҡуйылды. Был кисәлә Рәмиҙең тауышы яңғырауы үтә лә тулҡынландырғыс тойғолар уятты. Сәхнәнән Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай өлкән ҡәләмдәшенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
− Ирлек булһын шағирлыҡта,
Шағирлыҡта ирлек булмаһа,
Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа.
Рәми Ғарипов үҙенең һүҙен ваҡытында әйтте. Хатта ҡайһы бер һүҙҙәрҙе киләсәк быуындарға төбәп әйтте. Уйҙары халыҡ күңеленә йылдан-йыл нығыраҡ үтеп инә. Бөгөн йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡый икән, был – ҙур байрам. Тормошобоҙҙа ул оло яңылыҡ та. Ошо байрамды киләсәк быуындар ҙа дауам итһен, − тине үҙ сығышында Рауил Бикбаев.
Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың «Есенинға» һәм «Ҡурайсы» шиғырҙарын хисле итеп һөйләүе майҙанды тын ҡалдырҙы. Йәш актерҙар Шәһит Хамматов, Алтынай Юнысова уҡыуында ла шиғырҙар көслө һәм матур яңғыраны. Шағирҙарҙан, артистарҙан мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа ҡалышманы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары берҙәм булып сәхнәгә менер өсөн сиратҡа теҙелде. Өфөләге байрамға башҡа ҡалаларҙан да, хатта алыҫ Бөрйән районынан да ашҡынып килеп еттеләр. Ишембай ҡалаһының республика кадет мәктәбе уҡыусылары Рәмиҙең шиғырҙарын аһәңләнеп уҡыны.
− Рәми Ғариповтың ижады күңелемә бик яҡын. Бала саҡта ҡуйын дәфтәрҙәренә уның шиғырҙарын яҙа торғайныҡ. Блокноттың бер битенә шулай яҙғайным: «Күҙ алдымда һин булмаған, һине генә уйламаған көнөм-төнөм бармы икән?» Ә икенсе биткә яҙылған дауамын, оялып, йәбештереп ҡуйғанмын. Рәмиҙең тәржемәләрен дә бик яратам. Әммә үҙенең ижады руссаға күберәк тәржемә ителһен ине.
Бындай сараның үткәрелеүе киләсәк быуындар өсөн мөһим. Бөгөн Рәми һүҙе генә түгел, ә башҡорт теленең ҡәҙере лә өҫкә ҡалҡа, − тине Ишембай кадет мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әнисә һөйәрғолова.
Марафондың иң мөһим мәле – шиғри флеш-моб. Майҙанға йыйылыусылар сәхнә алдына баҫып, шағирҙың «Туған тел» шиғырын яңғыратты. Бынан һуң да халыҡ таралырға ашыҡманы. Рәмиҙең шиғырҙарын уҡырға теләүселәр әленән-әле табылып торҙо.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Нурия Ирсаеваның шағирҙың бөтәбеҙ ҙә мәктәптә ятлап үҫкән «һабантурғай» шиғырын һәм тағы бер нисә әҫәрен илһамланып яттан һөйләүен байрамда ҡатнашыусылар ихлас алҡышланы.
Был көндө майҙанға килеүселәр Рәмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса марафонды киләһе йылда тағы ла матурыраҡ, ойошҡаныраҡ һәм киңерәк итеп үткәреү теләген белдерҙе. Бөйөк шағирыбыҙҙың һәр кемдең күңелен тетрәткән шиғырҙары яңғыраған шиғри һүҙ һәм рух байрамы бер тынала үтте лә китте.
Фекерҙәр
Гөлшат ҠОЛМӨХӘМӘТОВА, Салауат ҡалаһы 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Шағир ижады менән ҡыҙыҡһыныу миндә ғаиләнән килә. Ул ваҡытта әле Рәми Ғарипов ижады мәктәптә өйрәнелмәй ине.
Атайым Зиннур Абдулла улы – шағирҙың һабаҡташы. Күптәр уны «Минең Рәми» интернет видеоконкурсы еңеүсеһе булараҡ белә. Атайым беҙгә Рәми Ғарипов тураһында йыш һөйләй торғайны. Уның өйҙә, ауыл клубында арҙаҡлы шәхесебеҙҙең шиғырҙарын илһамланып башҡарыуы әле лә күҙ алдымда. Мин атайым өлгөһөндә уҡыусыларымда халыҡ шағиры ижадына һөйөү тәрбиәләйем.
Марафон үткәреләсәген ишеткәс тә унда гимназия коллективы менән ҡатнашыу теләге тыуҙы. Тәҡдимемде гимназиябыҙ директоры Айнур Фәрғәт улы Ишемғолов хуплап ҡаршы алды, үҙе лә шиғыр ятларға булды, бөтә уҡытыусыларҙы ла был сараға йәлеп итте. Марафонды шағир тормошон сәхнәләштереүҙән башланыҡ. Директорыбыҙ һәм 10-сы класс уҡыусыһы Артур Миһранов Рәми ролендә сығыш яһаны. Артабан шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Иң ҡыҙыҡлыһы уҡыусыларға өлгө күрһәтеп, уҡытыусылар коллективының бергәләп «Аманат» ҡобайырын, «Урал йөрәге» шиғырын һөйләүе булды. Уҡыусылар ҙа уҡытыусыларынан ҡалышманы. Шиғыр һөйләүселәр араһында башҡа милләт балалары булыуы ла ҡыуаныслы ине. «Туған тел»де бергәләп һөйләгәндә, зал шығырым тулы булды. Был марафонға беҙҙе йәлеп иткәндәре өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Ләлә ИШМОРАТОВА, БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары:
− Акция үткәреләсәге тураһында ишеткәс, бик ҡыҙыҡһынып килдем. Сөнки Рәми Ғариповтың шиғырҙарын, көндәлектәрен уҡып, һәр саҡ ижадына һоҡланам. «Уйҙарым» ҡобайырына яҙылған йыр тураһында «Моңъяҙма» тапшырыуын эшләргә насип булғайны. Шул мәлдә Рәмиҙең тормошон тәрәнерәк өйрәнеп, ниндәй уйҙар менән йәшәгәненә хайран ҡалғайным. Әле шиғырҙарын ҡыҙҙарыма уҡыйым. Береһен Рәми Ғариповтың улы уҡыта, художество мәктәбендә һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтә.
Сарала йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Әммә башҡорт зыялылары бында күберәк булһын ине, тигән теләктәмен. Шиғри һүҙ халыҡҡа кәрәк. Шуға был сара артабан да дауам ителһен. Элек шиғри марафондар Салауат Юлаевтың көнөндә йыш була торғайны бит.
Гөлнур ҠЫУАТОВА, йәш шағирә:
− Рәми Ғариповтың шиғырҙарын бәләкәй саҡтан уҡ яратып уҡып йөрөй торғайным. Мәктәп программаһы буйынса уҡытыусылар талап иткәнгә түгел, ә үҙ теләгебеҙ менән өйрәнгәнбеҙ шағир ижадын. Һәр шиғыры, яттан белмәһәм дә, таныш, тип әйтә алам. Бөгөнгө сара – көтөп алынған яңылыҡ. Шуға ла унда бик шатланып килдем.
Айназ Низаметдинов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы:
− «Бына минең тыуған ер», «Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән» шиғырҙарын һайланым. Рәми Ғариповҡа арналған кисәләрҙә һәр ваҡыт ҡатнашам. Сөнки ижадын бик яратам. Айырыуса патриотик, тыуған ил тураһындағы шиғырҙары оҡшай. Рәми рухташым тип тә әйтергә була. Тимәк, ошо байрамға килеүселәрҙең барыһы ла – минең рухташтарым, дуҫтарым.
Нәзиф Илсенбаев, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы:
− Рәми Ғариповты яҡташым тип һанайым. Салауат районына терәлеп ятҡан Мәсетле еренәнмен. Шуға шағирҙың ижадын айырыуса яратып уҡыйым. Шиғырҙары менән 6-сы синыфта таныштым. Тик гимназияға уҡырға килгәс кенә ижады менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттем. Флеш-моб булыуына шатмын. Ул – йәштәрҙе берләштерә торған сара.
Тимур ҒИЛМАНОВ, БДПУ студенты:
− Шағир яҙыуынса, «иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән, килер ул көн, килер ул байрам». Ысынлап та, шул байрам килде кеүек. Шағирҙың ижадын күтәреүҙә бөгөнгө сара ҙур аҙым булып тора. Тормошон үрнәк итеп алыр өсөн иһә Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡырға кәрәк, тип уйлайым.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, тележурналист, шағирә, Күгәрсен районы:
− «Минең Рәми» шиғри марафоны Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы майҙанында ла гөрләп үтте. Сарала педагогик хеҙмәт ветерандары, урындағы шағирҙар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, район үҙәгендәге башҡа ойошмалар вәкилдәре лә ҡатнашты.
Мәктәп уҡыусыларына килгәндә, Рәми ижады менән иң яҡындан таныш ҡатлам − улар. Береһенән береһе уҙҙырып, тасуири итеп шиғыр ятлауҙа уларға етеүсе булманы. Күберәк уҡыусылар көсө менән үтеп киткән был шиғриәт һәм рухиәт байрамына киләсәктә, бәлки, халыҡты күберәк йәлеп итеп булыр. Район буйынса иҫәпләгәндә, барлығы 120 – 130 кеше ҡатнашты. Ләкин был һан күгәрсендәр өсөн аҙыраҡ.
Әлфирә Нуриева, Дыуан районы республика лицей интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
− Был марафонға гимназиябыҙҙың һәр синыфы әҙерләнде. Барлығы 350 кеше ҡатнашты. Балалар шағирҙың төрлө шиғырҙарын һайланы. Ҡыҙығыраҡ булһын өсөн cығыштарҙы йыр-бейеү менән аралаштырҙыҡ. 70-се йылдарҙағы кейемдәрҙе кейеп уҡыған балалар ҙа булды. «Туған тел» шиғырын «Ай-һай, Салауат!» йыры фонында һөйләнек. Байрамды балалар бик тә оҡшатты.
М. ИҠСАНОВ.
Ю. КәРИМОВ фотолары.
Хатта ямғыр ҙа ҡамасауламаны
17 майҙа билдәләнгән ваҡытта Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында байтаҡ халыҡ йыйылды. Һибәләп ямғыр яуып торҙо, әммә был шиғри марафонда ҡатнашыусыларға артыҡ ҡамасауламаны, буғай; һәр хәлдә, тәбиғәт күренешенә зарланыусы булманы. Ҡатнашыусылар, башлыса, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалы, Сибай педагогия, медицина, политехник, сауҙа-иҡтисад, сәнғәт колледждары, 24-се һөнәрселек лицейы студенттары, Сибай гимназия-интернаты, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары булды.
Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙе ҡаланың төрлө сәнғәт ойошмаларының һәм һәүәҫкәр артистарҙың сығыштары алмаштырып торҙо. Марафонды «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры режиссеры Борис Мәхмүтов алып барҙы, ойоштороуға иһә Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы, Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ҙур көс һалды. Дөйөм алғанда, Башҡортостан кимәлендә уҙған был шиғри марафонда сибайҙар башҡаларҙан ҡалышмай, дәррәү ҡатнашты.
Илшат ҠАНСУРИН.
«Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән...»
Учалылар ҙа шиғыр байрамынан ситтә ҡалманы
– Мәктәп программаһына Рәми Ғәриповтың байтаҡ әҫәре ингән һәм балалар уның шиғырҙарын ихлас, еңел ятлай, сөнки улар күңелгә йыр кеүек яғыла, – тип, сәхнәгә сығып, һүҙен башланы Учалы ҡалаһының 12-се башҡорт лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Ғүмәрова. – Рәми ағайҙың шиғырҙары аша беҙ уҡыусыларҙа тыуған ергә, телгә һөйөү, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләйбеҙ. Бөгөн бөйөк әҙипкә арналған сара ябай түгел, ә оло байрам, тантана ул.
Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы артистарға, уҡытыусыларға ғына хас матур тауыш менән Рәми ағайҙың «Кеше» шиғырын ятланы. БДУ-ның Учалы филиалы уҡытыусыһы Азат Ғарипов менән студент Азат Ғайсин алып барған шиғри марафонды шағирә Диләрә Мәхмүтдинова «Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин...» шиғыры менән дауам итте, унан һуң сират унынсы мәктәп уҡыусылары Гөлназ Умуржановаға, Денис Миһрановҡа етте, аҙаҡ сәхнәгә бер-бер артлы БДУ-ның Учалы филиалы студенттары сыҡты. Ураҙ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Хәмитова ике уҡыусыһы – Алһыу Мостафина менән Гөлсәсәк Шәйәхмәтованы килтергәйне. Улар ҙа яратҡан шағирҙарының шиғырҙарын рухланып һөйләп ишеттерҙе. Учалы ҡалаһының стела янындағы майҙанында беренсе тапҡыр Рәми Ғариповтың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре яңғыраны: «Болан», «Башҡортостан», «Сәскәләр», «Йырҙарыма ҡайтам», «Кавказ»...
Сарала ҡатнашҡан имам-хатип Сәғитйән Ибраһимов, Рәми Ғариповты бөйөк шағир булғаны өсөн генә түгел, талантлы тәржемәсе булғаны өсөн дә тәрән ихтирам итәм, тине: «Рәми кешенең яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылышы сағылған Көнсығыш шағирҙарының әҫәрҙәрен бар тулылығында, гүзәллегендә күрһәтеү өсөн махсус рәүештә фарсы телен өйрәнеп, Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын бигерәк матур итеп башҡорт теленә ауҙарған». Әйтеп кенә ҡалманы, шунда уҡ тасуири итеп робағиҙарҙы ла уҡып ебәрҙе. Рәми Ғарипов кеүек талантлы кешенең шиғырына яҙылған «Салауат батыр» йырын Учалының талантлы йырсыһы Тимур Ямалов башҡарып, сараға йыйылғандарҙы тағы ла рухландырып ебәргәндәй булды.
– Был сара иртән мәктәптәрҙә башланды, – тине Учалы ҡала-район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфетдинова. – Һәр белем усағында Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡынылар, хатта ҡайһы бер мәктәптәрҙә шағирҙы иҫләп, бер минутлыҡ тынлыҡ та иғлан иттеләр. Шиғриәт һөйөүселәрҙе, туған телгә битараф булмағандарҙы берләштергән был марафон мотлаҡ йолаға әйләнәсәк, күрегеҙ ҙә тороғоҙ!
Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әҡлимә Сафина ла, киләһе йылда сараны мәртәбәлерәк, ҙурыраҡ итеп ойошторорбоҙ, уға алдан әҙерләнә башлаһаҡ, кеше лә күберәк ҡатнашасаҡ, тине. Фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килһен был һүҙҙәр – марафон йолаға әйләнерҙәй шәп сара!
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.