17.05.2013 Геройҙың исеме әҙәбиәттә лә мәңгеләштерелде
БР Яҙыусылар союзы идараһының сираттағы киңәйтелгән ултырышы үтте. Көн үҙәгендә торған мәсьәләләрҙе ҡарау менән бергә, яҙыусыларға әҙәби премиялар тапшырыу тантанаһы ла булды. Тәүге тапҡыр хәрби-патриотик тематикаға арналған нәфис әҫәрҙәр өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге премия бирелде. Конкурсҡа килгән һигеҙ әҫәрҙән икеһе һайлап алынды.
Премияға “Исповедь” романы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, авиация полковнигы Азат Мағазов һәм “Илһөйәр” повесы өсөн Гөлнур Яҡупова лайыҡ булды. Легендар осоусы исемендәге премия Яҙыусылар союзы һәм БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырылған. Маҡсаты – ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, хәрби-патриотик йүнәлештәге әҙәби әҫәрҙәр ижад ителеүенә булышлыҡ итеү. Муса Гәрәевтың үҙенең дә яҙышҡаны билдәле. Конкурс өс йылға бер тапҡыр үткәреләсәк.
– Әҫәрем башта хикәйә жанрында яҙылды. Һуңынан уны повесть кимәленә үҫтерҙем. Төп герой – афған һуғышында ҡатнашыусы хәрби осоусы. Бындай персонаж һайлау әҫәргә романтик төҫ тә өҫтәгән кеүек. Әҫәргә тотонор алдынан хәрби техниканы, вертолеттар ҡоролошон өйрәнергә тура килде. Повесымдың шундай премия менән баһаланыуына бик шатмын, – ти Гөлнур Яҡупова.
Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия ла үҙ эйәһен тапты. Премияға дәғүә иткән дүрт китап араһынан Йыһат Солтановтың “Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше” тип аталған күләмле әҫәре һайлап алынды.
– Премияны ихлас күңелдән ҡабул итәм. Ниндәй генә әҫәргә тотонһам да, ижадта күңелемде халҡыбыҙҙың бөтмәҫ рухы күтәрҙе. Мәғрур Уралыбыҙҙың Ирәмәл тауылай ҡеүәтле башҡорт улы Мөхәмәтша Буранғоловҡа әле булһа лайыҡлы һәйкәл ҡуйылмауы борсой мине, – тине премия лауреаты Йыһат Солтанов.
Шулай уҡ Яҙыусылар союзы исеменән Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына прозаик Айгиз Баймөхәмәтов тәҡдим ителде. Быйыл уның киң шаңдау тыуҙырған “Ҡалдырма, әсәй” повесы донъя күрҙе һәм уҡыусылар күңелен яуланы.
М. МОРАТОВ.