RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шиғри гөл баҡсаһында

14.05.2013 Шиғри гөл баҡсаһында

Шиғри гөл баҡсаһындаЙәш шағирә Зарина Бағышаеваның Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән “Яҙ бүләге” йыйынтығын оҙаҡ ҡына ваҡыт таба алмай йөрөнөм. Ниһайәт, ошо арала был шиғри китапты ҡулға алып уҡып сығырға насип булды.
“Яҙ бүләге” көтөп алынған бүләк булған икән. Китапты асыу менән күңелгә яҙғы сәскәләр кеүек наҙ, яҡтылыҡ бөркөп торған шиғри гөлләмәләр инеп ятты. Ысынлап та, Заринаның һәр шиғыры бер гөл кеүек. Ошо гөлдө күргәс тә йәнгә һиллек, тыныслыҡ инеп ҡалғандай була, хуш еҫ бөркөп торған сағыу сәскә таждарында таңғы ысыҡ тамсылары, ҡояш нурының сатҡылары уйнап күҙҙең яуын алғандай. Тәбиғәткә мәҙхиә йырлай шағирә. Уның менән бергә сәйәхәт итеп, көләс йәйҙе лә, шаян яҙҙы ла, йомарт көҙҙө лә, саф ҡышты ла күрәһең. Заринаға һәр миҙгел берҙәй яҡын, ҡәҙерле. Шиғырҙарын уҡып, үҙең дә миҙгелдәрҙең матурлығына төшөнөргә өйрәнәһең:
Үләндәргә иртәнге сәй –
Саф ысыҡтың тамсыһы.
“Хәйерле сәғәт!” – ти томан –
Ысыҡтың ярҙамсыһы.
(“Ысыҡ”).
Заринаның шиғырҙарын уҡығанда, бала саҡ, мәктәп йылдары хәтергә төшә. Туған тел дәрестәрендә тап шундай эскерһеҙ балалар, үҫмерҙәр яратып уҡыған яҙғы шиғырҙар өйрәнелә. Йәш шағирәнең шиғырҙары ла еңел уҡыла, яҡты хис-тойғолар ғына уята. Күңеле саф, бар донъяға ышаныс менән ҡараған, киләсәккә өмөт-хыялдар менән йәшәгән кеше генә шундай ихлас, һөйөү тойғоһо менән һуғарылған шиғырҙар яҙа алалыр.
Тәбиғәткә генә түгел, яҡындарына бағыш­лаған шиғырҙары ла байтаҡ автор­ҙың. Унда ла изге тойғолар бар сафлығында асыла:
Йондоҙ тиер инем әсәйемде,
Тик йондоҙҙар бик күп һауала.
(“Ашҡынам”).
Сәғәт ун ике һуҡҡан саҡта
Теләк әйттем ҡапыл бер тында:
Алла бирһә, яҙһын ине тағы
Йыйылырға ошо табында.
(“Теләк”).
“Өфөмә йыр” тип аталған бүлектәге бер шиғырында Зарина:
Үҙенә күптәрҙе шулай
Ғашиҡ итә баш ҡалам.
Уны һөйөү – илде һөйөү,
Мин илһеҙ йәшәй алмам.
(“Яратҡан ҡалам”).
Был юлдарҙа шағирәнең күңеле тағы ла нығыраҡ асыла. Яҡындарына ғына түгел, үҙ халҡына һөйөүен белдерә ул. Тыуған яҡ тыуған ауыл менән генә сикләнмәй, тотош илде үҙ эсенә ала. Тимәк, лирик герой үҙ йортонан айырылыу һағыштарына, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ә баш ҡаланы ла үҙ йорто тип иҫәпләй һәм үҙен бында хужаларса иркен тота. Бындай аҫыл сифат иһә киң күңелле, ныҡлы рухлы кешеләргә генә биреләлер. Лирик герой (автор), тимәк, наҙлы, эскерһеҙ булыуы менән бергә, сая, ҡыйыу ҙа. Сөнки илде һөйөү, ил өсөн янып йөрөү, һис шикһеҙ, ҙур ҡыйыулыҡ талап итә. Шул уҡ ваҡытта ихтыяр көсө күңел сафлығын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Тәү ҡарашҡа ике ҡапма-ҡаршы сифат – рух ныҡлығы һәм балаларса сафлыҡ бер-береһенә терәк булып тора ла баһа.
Шағирәнең ошо ике сифат берҙәмлеген “Һүтелгәндә ғүмер йомғағы” исемле бүлек тағы ла тулыраҡ аса төҫлө:
Ҡара болот булғым килмәй,
Тиңләшәм тик ҡояшҡа, – ‒
ти лирик герой “Яратам” тигән шиғырында. Бальмонттың “Будем как солнце!” тигән атаҡлы юлдары хәтергә төшә. Ысынлап та, йыш ҡына тормош маяғын юғалтҡандай, кемде өлгө итеп күрергә белмәй китәбеҙ шикелле. Шул ваҡытта башты күтәреп, зәңгәр күккә күҙ һалырға онотабыҙ. Бәлки, ҡояшҡа ҡарау ҙа етәлер. Ниңә уға тиңләшмәҫкә? Ҡояш кеүек гел күңел яҡтыһын һәм йылыһын биреп торһаҡ икән. Тик, Бальмонт­тан айырмалы, Зарина башҡа­лар­ҙы үҙ артынан әйҙәмәй, бары үҙе хаҡында әйтә, шулай күңел хистәре, кәйефе уҡыусыға ла йоғоп ҡала. Был күпкә отош­ло, сөнки ихласлыҡ өгөт-нәсихәткә ҡарағанда өҫтөнөрәк булып сыға.
Йыйынтыҡтың һуңғы бүлегендә авторҙың мөхәббәт лирикаһы тупланған. Лирик герой­ҙың ғишыҡ тойғолары ла үтә эскер­һеҙ, нескә. Һөйгәнен дә бар күңеле менән бирелеп ярата:
Ҡояш һөйә зәңгәр һауаһын,
Ай ярата йондоҙ-ҡыҙҙарын.
Ә Ер ҡыҙы ғашиҡ егеткә,
Уның хаҡта бөтә йырҙары.
(“Ғашиҡ ер ҡыҙы”).
Тик мөхәббәт лирикаһында һағышлы хистәр ҙә төҫмөрләнеп ҡала. Был тәбиғи ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәттә, иң саф мөхәббәт иң ғазаплы, иң бәхетһеҙ яҙмышлы ла булып ҡуя шул. Уның ҡарауы, һөйөү ғазабы ғына шундай һоҡланғыс юлдар тыуҙыра алалыр:
Мөхәббәттең татлы һутынан
Ауыҙ иттермәне туйғансы.
Шуға микән күңел болоҡһоп,
Яңғыҙлыҡтан һәйкәл ҡуйғансы.
(“Һыҙлай йөрәккәй”).
Теләп һиңә тыныс йоҡоларҙы,
Бәүелтәмен һөйөү-бишектә.
Шул саҡтарҙа төштәр күрәһеңдер,
Бер нәмә лә белмәй, ишетмәй.
(“Һөйөү-бишек”).
Йөрәгемде күңел күгеңә
Ҡояш итеп килә эләһем.
(“Бәхетле бул!”).
Әммә лирик герой барыбер үҙенә тоғро ҡала, һағыштарҙың үтеүен көтөп, тәбиғәт гүзәллегенән көс алып йәшәй белә:
“Эй, бәләкәс, илама”, – тип
Йыуата мине Айым,
“Һин моңайғас, – ти гөлкәйем, –‒
Бүтән сәскә атмайым”.
(“Үтер һағыш”).
Зарина Бағышаеваның “Яҙ бүләге” китабын асҡанда гөл-баҡсаға ингәндәй булаһың. Авторҙың шиғырҙарына күҙ һалғанда, бар ауыр уйҙар артта ҡалып, күңел яҡтырып, таҙарып ҡала. Уҡыусының күңелен күтәрә алыуы менән ҡеүәтле шағирәнең ижады. Яңынан-яңы шиғриәт баҡсаларын үҫтерергә насип булһын уға.

Мөнир ИҠСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)