14.05.2013 Тормошсан ижад
Cалауат Әбүзәр ҡатмарлы ваҡиғаларҙы художестволы юғарылыҡта, ябай һәм аңлайышлы һүҙҙәр менән уҡыусы күңеленә еткерә белә
Яҙыусылар, шағирҙар араһында булған һөйләшеүҙәрҙең береһендә: «Бөгөн кемде һеҙ һәләтле һәм өмөтлө шағир тип һанайһығыҙ?» − тигән һорау бирҙем. Күренекле, халыҡ араһында оло абруй ҡаҙанған Хәсән Назар һис икеләнмәй: «Мин Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарына ғашиҡмын, артабан уға ҙур өмөттәр бағлайым», − тип яуапланы.
Ошонан һуң мин дә Салауат Әбүзәрҙең ваҡытлы матбуғатта донъя күргән шиғырҙарын күҙ уңынан төшөрмәй, һәр береһен уҡып барырға тырыштым. Нимәгә инандым – йәш ижадсы ҡатмарлы ваҡиғаларҙы, сәйәси мәсьәләләрҙе шиғри юлдар менән, художестволы юғарылыҡта, ябай һәм аңлайышлы һүҙҙәр ярҙамында уҡыусы күңеленә ярып һала белә.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, һис уйламағанда Салауат Әбүзәрҙең «Йыһан емеше» исемле шиғырҙар китабы ҡулыма килеп эләкте. Тәүге битен асыу менән «Ир ҡатыны» поэмаһы йөрәгемде әсир итте. Ул мине балалыҡ йылдарыма алып китте.
Ауыр һуғыш йылдары. Беҙ, ауыл малайҙары, атһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Ә мин, ат көтөүсеһе булһам икән, тип хыялланып йәшәнем. Хоҙайға шөкөр, был моратыма ирештем. Яҙ еткәс, ябыҡҡан аттарҙы колхоз аҙбарынан, ҡарау өсөн, кешеләргә таратып бирәләр ине. Ошо мәлдә шатлығым күкрәгемә һыймай − беҙгә лә бик ябыҡ, әммә аҡыллы ат эләкте. Мин уны ашатып, етәкләп Ҡыҫмарт йылғаһына һыу эсерергә алып барам. Ул шул тиклем миңә өйрәнде, хатта тауышымды ишетеү менән кешнәп ҡаршы алыр ине. Уны егеп, һаламға, бесәнгә, урманға утынға ла йөрөштөрҙөм. Беҙ бик дуҫлаштыҡ…
Ауыл малайҙары колхоз аҙбарына барып, үҙебеҙгә ат һайлайбыҙ. Миңә матур ғына буҙ ат оҡшаны. Атайҙан йәшереп кенә, бишмәт аҫтына ҡыҫтырып, уға бесән алып барып ашата инем. Хайуан килеүемде әллә ҡайҙан тойоп торҙо. Бер ваҡыт ат аҙбарына хәрби комиссия килеп төштө, һуғышҡа оҙатыу өсөн аттар һаҡлайҙар. Буҙ ат та ошо исемлеккә эләкте. Алып китер көнө аҙбарға йүгереп барҙым. Ул мине ғәҙәттәгесә ҡаршы алды, әммә ял-ҡойроғон тарарға, иркәләргә ваҡыт бирмәнеләр. Башын яурын баштарыма һалып һыйынып торҙо ла китергә мәжбүр булды. Икебеҙҙең дә күҙҙәребеҙҙән йәш эркелеп, ергә тамды…
Һуғыш тамамланғас, түҙмәнем, тағы аҙбарға барҙым, әммә буҙ атты осратманым. Күрәһең, ул илде һаҡлауҙа батырҙарса һәләк булғандыр. Салауат Әбүзәрҙең поэмаһында атҡа ҡарата йылы тойғо, изге ҡараш бирелгән, әхлаҡ тәрбиәһе сағылыш тапҡан. Поэманың тәрбиәүи роле баһалап бөткөһөҙ.
Поэмала йән тетрәткес һүҙҙәр бар. Шәһит ҡартты юғарынан йәне төҫлө күреп йөрөгән атын һуйырға мәжбүр итәләр.
Ә аҙаҡтан, аҙна үткәс, буғай,
Ҡарҙар буйлап, тотоп йүгәнен,
Йыш күргәндәр икән Шәһит
ҡарттың
Һаман да ат эҙләп йөрөгәнен…
Һәм мәңгегә киткән тиҙәр уны
Башын һалған килеш эйәренә.
Поэма халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды хайуандарға ҡарата ихтирамлы, мәрхәмәтле булырға өндәп, уның да, йән эйәһе булараҡ, донъяға йәшәр өсөн килгәнен аңлатырға тырыша.
Мине тағы ла шул ҡыуандыра: Салауат Әбүзәр шиғриәттә генә түгел, башҡа жанрҙарҙа ла бик уңышлы эшләй. Республикабыҙ театрҙары сәхнәләрендә уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр алҡыштар аҫтында үтә. Бер һөйләшеп ултырғанда автор күптән яҙылып бөтөп, өйөндә ятҡан романы тураһында ла һүҙ ысҡындырҙы. Салауат Әбүзәр кеүек һәләтле ижади шәхестәре барында халҡыбыҙҙың ижад шишмәһе бер ҡасан да ҡоромаясаҡ, киреһенсә, үҫер, киңәйер, тигән ышаныслы өмөт ҡала.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.