26.04.2013 «Язданға һыуыҡ үтһен инде»
Белорет районының Айыс ауылы кешеһе Яздан күнәктәр эшләп, Верхнеуральск баҙарына игенгә алмаштырырға киткән. Юлда буран сығып, бының аяғы өшөгән. Күнәктәрҙе игенгә алмаштырғас, аяғына ҡыҙыл сыбар быйма алып кейгән дә: «Язданға һыуыҡ үтһен инде», – тигән.
Ҡайтышлай буран көсәйгән. Быймаһының эсенә ҡар тулып, бының аяғы өшөп, шешенгән. Ҡайтып еткәс, быйманың ҡунысын ярып, саҡ сискәндәр. Ошо ваҡиғанан һуң берәйһе яңы аяҡ кейеме алып кейһә, «Язданға һыуыҡ үтһен инде», – тиҙәр.
Вәлиәхмәт ХӘБИӘХМӘТОВ.
Белорет ҡалаһы.