23.04.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Һеҙ нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Мин кешеләрҙең хәлен еңеләйтәм, уларҙы бәхетле итәм.
– Ул ниндәй һөнәр һуң? Һеҙ кем булып эшләйһегеҙ?
– Мин − түләүле бәҙрәф ҡарауылсыһы.
* * *
– Наркотик бармы?
– Юҡ.
– Әгәр тапһам?
– Беҙ бик рәхмәтле булыр инек.
* * *
– Шул кәрәк һиңә, – тип үсәне ҡатын күрше ҡатынына, карауат бер минут ҡына шығырлағандан һуң тынғас.
* * *
Ике хәтерһеҙ һөйләшә:
– Һинең хәтерһеҙлегең нисәнсе дәрәжәлә?
– Беренсе.
– Ә ул нисек була?
– Бәҙрәфкә барып еткәс, ни өсөн килгәнемде онотам.
– Был әле еңел форма. Бына минең икенсе дәрәжә: барып етәм, йомошомдо йомошлайым да, ҡағыҙға үрелгәс, салбарымды сисмәгәнем иҫемә төшә.
* * *
Ҡатыны иренә шылтырата:
– Ҡәҙерлем, мин саунала... Бында нәҡ һин әйткәнсә: бер ҡыҙ ҙа юҡ – бары тик ирҙәр генә...
* * *
– Бер минут көлөү ғүмерҙе биш минутҡа оҙайта, тигән һүҙ дөрөҫмө икән?
– Кемдән көләһең бит… Ҡыҫҡартыуы ла мөмкин…
* * *
– Ҡатын-ҡыҙ менән нимә хаҡында һөйләшергә?
– Уның матурлығы хаҡында.
– Әгәр ул матур булмаһа?
– Ул сағында башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмһеҙлеге хаҡында.
* * *
Судья – ғәйепләнеүсегә:
– Илле мең һум хеҙмәт хаҡығыҙ менән һеҙ нисек итеп ун миллион долларлыҡ йорт төҙөй алдығыҙ? Аңлатып бирегеҙ...
– Уйларға бер аҙ ваҡыт бирәһегеҙме?
– Ете йыл етәме?!
* * *
Телевизор программаларында һәр тапшырыуға махсус тамға һуғыла башлағас, балалар ҡайһы тапшырыуҙың иң ҡыҙыклы икәнлеген алдан белеп тора.
* * *
– Кисә банкетта үҙеңде хайуан кеүек тотҡанһың икән!
– Эйе. Араҡы эсмәнем һәм тәмәке тартманым.