16.04.2013 “Ҡаратау тотҡоно” – шиғри театрҙа
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы режиссура һәм актерҙар әҙерләү кафедраһының 4-се курста уҡыған башҡорт төркөмө студенттары сәхнә теленән дәүләт имтиханы тапшырыу сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Ҡаратау тотҡоно” поэмаһын сәхнәләштерҙе.
Спектаклде сәхнә теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, доцент Земфира Хөсәйенова һәм курстың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичева ҡуйҙы.
– Поэманы уҡыу программаһын үтеү өсөн генә сәхнәләштермәнек, быны беҙ, Ҡәҙим ағайҙың поэтик һүҙенә ҡушылып, Рәми Ғарипов исеме алдында үҙ гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәү тип тә һанайбыҙ. Өҫтәүенә, был спектакль поэтик театрҙы тергеҙеү йүнәлешендә тағы ла бер аҙым булып тора, – ти Земфира Хөсәйенова.
Студенттар үҙ тауышын, моңон аса алһын өсөн поэтик һүҙ менән эш итә белергә тейеш. Был йәһәттән Ҡәҙим Аралбайҙың юғары поэтик стилдә яҙылған, туған телдең байлығын, ҡеүәтен, гүзәллеген сағылдырған поэмаһы бик тә ҡулай. “Ҡаратау тотҡоно”нда драматизм да асыҡ ярылып ята. Шағир төп геройҙың аяныслы мәлен оҫта тотоп алған. Шуға күрә актерҙарға сәхнәлә уйнау өсөн киң мөмкинлек бирелә. Спектаклдә шағир образында – Тимур Рамазанов, автор ролендә Илнур Сәлимгәрәев сығыш яһаны, Зөлфир Басиров Ҡаратау образын һынландырҙы. Башҡаларға ла ролдәр табылды.
Ҡәҙим Аралбай поэма-спектаклдең асылы хаҡында:
– “Һәр кемдең дә булмай Ҡаратауы” тигән юлдар бар поэмала. Ҡаратау ‒ ул тыуған ер образы ғына түгел, кеше өсөн хыял донъяһы ла, оло маҡсатҡа ынтылыу ҙа, ижад асылы ла. Ҡаратау – ул кешенең ҡото, даланы. Ҡайһы берәүҙәр үҙ Ҡаратауын ғүмере буйы эҙләй. Үҙ Ҡаратауыңды табырға кәрәк ул. Рәми ағайҙың Ҡаратауы бар. Ул ошо Ҡаратауында тотҡонда булыуы менән бәхетле. Талантында тотҡонда булыуы менән. Йәштәргә лә, үҙегеҙҙең Ҡаратауығыҙҙы эҙләгеҙ, табығыҙ, тиер инем, – ти.
Спектаклде театр сәхнәһенә сығарыу теләге бар. Йәш актерҙар имтихан биреп, быны булдыра алыуын иҫбат итте.
Мөнир ИҠСАНОВ.