RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мар. СӘЛИМ: КҮКРӘП ҮҪӘ ЙӘШ КАДРҘАР

09.04.2013 Мар. СӘЛИМ: КҮКРӘП ҮҪӘ ЙӘШ КАДРҘАР

(Кешеләр тураһында мәҫәл)
Ышанһағыҙ – ышанығыҙ,
булды бер мәл
бына шундай ғәжәйеп хәл.
Ултырғайным яҙырға тип
бик шәп мәҫәл,
өй(ө)рөлөп килеп инде
бер көтөү йәнлек өйгә.
Һәм ташланды улар миңә:
– Тема эҙләп,
сүп-сар күҙләп,
ултыраһың ауыҙыңды элеп
сөйгә, –
тине Айыу елкәһенә менгән Бөжәк.
– Тынғы бирмәйенсә беҙгә,
ҡыҫылаһың эшебеҙгә.
– Мәҫәлдәреңдең юҡ тоҙо, –
тине Ҡуян, Бүре артына боҫоп. –
Күрһәтәһең тормошобоҙҙо боҙоп.
Һәм, батырайып, әйтте ул,
минең алдыма баҫып:
– Иҫкәртеп ҡуям –
мин түгел ҡурҡаҡ Ҡуян.
– Ә мин, – тине шул саҡ Төлкө, –
һин яҙғанса,
хәйлә ҡапсығы түгел.
Бик изге минең күңел.
Йәғни, кешесә әйткәндә,
мин үтә толерантлы.
талантлы
һәм... ҡанатлы!
– Һиңә, мәҫәлсе әфәнде, –
Бүре эре һөйләнде, –
йәнлектәр донъяһын кәрәк
дөрөҫ итеп күрергә.
Беҙ, мәҫәлән, түгел һис тә яуыз
йыртҡыс –
ил ҡоротҡос;
беҙ – булдыҡлы бүреләр.
Хупланы уны бар кейек,
тояҡ тибеп:
– Кеше өрһөн,
бүре йөр(ө)һөн!
Ниһайәт, әйтте үҙ һүҙен
урман батшаһы Айыу
(ҡартайһа ла, һай, ҡыйыу):
– Йә, күрҙеңме, яҙыусы –
беҙгә яла яғыусы,
юҡҡа бәлә тағыусы?!
Бына шундай команда
булғанға минең янда,
эш шәп бара урманда!
Шаулашты барса кейек,
хас урмандағы кеүек:
– Аңламай ул буш ҡыуыҡ,
аңлатыуҙан файҙа юҡ!
– Тарттырайыҡ хөкөмгә,
һабаҡ булһын һәр кемгә!
Шау-шыу киткәс оҙаҡҡа,
әйтте Айыу аҙаҡтан:
– Һиңә ғәҙел язабыҙ:
беҙҙән түгел, кешеләрҙән
көлөп мәҫәл яҙаһың!
Йә Хоҙа, бындай язаның
Эзоптарға, Крыловтарға,
хатта Михалковҡа ла
булмағандыр яҙғаны.
Ҡос осҡос хәл!
Ҡотолорға юҡ бер әмәл.
Һәм, ахырҙа, тыуҙы
бына ошо мәҫәл:
“Борон замандарҙа түгел,
ҡара урманда ла түгел,
үҙемдең фатирымда
өр-яңы компьютерымда
эшләп ултырған мәлдә
килеп баҫты эргәмә
бәп-бәләкәй бер бәндә.
Алты йәшлек улым ул –
буласаҡ уң ҡулым ул,
таянысым, юлдашым,
ышанысым, алмашым.
– Атайым, – ти, – бир әле,
мин дә уйнап ҡарайым.
Шулай матур һорағас,
бирмәй ҡайҙа барайым.
Бирҙем компьютер улыма –
минең алтын ҡулыма,
гәүһәр йөҙөк ҡашыма,
лайыҡлы алмашыма.
Ултырттым урыныма –
тас хужа инде бына!
Башлы малай –
шап та шоп
әле бер, әле икенсе
төймәгә баҫып ҡарай.
Баҫҡан һайын
яңы нәмә
пәйҙә була мониторҙа.
Ә малайҙың танау күктә,
йөҙәме ни болоттарҙа:
– Бына ошолай эшләргә
кәрәк, атай, компьютерҙа!
Мин шаҡ ҡатам, шатланам,
шатланып, ҡанатланам:
– Күкрәп үҫә йәш кадрҙар!
Шул саҡ вундеркинд-малайым
баҫҡайны бер төймәгә,
экрандағы бөтә нәмә
әйләнде өйөрмәгә...
Система сафтан сыҡты,
әрәм булды, ҡырылды –
компьютерым ватылды.
Малайым тороп шылды...”

* * *
Уҡығас был мәҫәлде,
аңлағас ысын хәлде,
януарҙар,
хайуандар,
ҡоштар һәм дә бөжәктәр
“тоҙ”она төшөндөләр,
рәхәтләнеп көлдөләр.
Кешеләрме?
Ә кешеләр...
Көлмәй генә,
нәҡ мәҫәлдә яҙылғанса
эшләнеләр,
йәшәнеләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)