09.04.2013 Рыбаковтың китабы 115 йылдан һуң яңынан cыҡты
«Китап» нәшриәтендә Сергей Гаврилович Рыбаковтың 1897 йылда сыҡҡан «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тигән китабы 115 йылдан һуң яңынан донъя күрҙе. Йыйынтыҡ 1892 − 1894 һәм 1896 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Ырымбур губернаһына (хәҙерге Башҡортостан территорияһына) ойошторған экспедициялар ваҡытында С. Рыбаков тарафынан тупланған этнографик очерктарҙан һәм башҡорт, татар, типтәр, ноғайбәктәрҙең музыкаль фольклорынан, йыр-көй өлгөләренән, ноталарҙан тора. Айырым бүлек халыҡ араһында булған йырсылар һәм музыканттарға арналған.
Китапты Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге ғилми хеҙмәткәре, музыка белгесе Лилиә Сәлмәнова төҙөп, баш һүҙ, аңлатмалар яҙып, баҫмаға әҙерләгән. Ул шулай уҡ С. Рыбаковтың тормошо, хеҙмәте һәм ижады хаҡында мәҡәлә лә яҙған. Йыйынтыҡ башҡорт йыр-моңон яратыусылар, фольклор, сәнғәт, музыка белгестәре өсөн ҡиммәтле ҡулланма буласаҡ.
Фәнирә ҒАЙСИНА.