RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡотло берекмә

29.03.2013 Ҡотло берекмә

йәки Шиғриәт ғәфү итәме?..
Ҡотло берекмә
Дәүләкәндә урындағы «Дим» әҙәби ижад берекмәһенең сираттағы ултырышы ойошторолоп, шиғриәт кисәһе үткәрелде.
Әхиәр Хәкимовтың фатихаһы менән башланғыс алған шиғриәт түңәрәге 1996 йылдан эшләй. Бында шөғөлләнеүселәр – төрлө йәштәге төрлө милләт кешеләре. Әммә уларҙы әҙәбиәткә һөйөү, ижадҡа ынтылыш берләштерә. Берекмә ағзалары Дәүләкәндән генә түгел, райондың төрлө ауылдарынан килеп шөғөлләнә бында. Әҫәрҙәрен туплап, даими рәүештә йыйынтыҡтар баҫтыралар.
Сираттағы ултырыш байрамса төҫ алғайны. «Дим»дәр тәүҙә, тарих биттәрен барлап, музейҙың асылған көнөн иҫләне, берекмәнең тәүге ултырышы тураһында фильм ҡараны. Артабан ижадсылар үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡыны. Кисәне башҡорт һәм рус төркөмдәре етәкселәре Гөлүзә Арыҫланова менән Вера Скрипникова алып барҙы.
Берекмә ағзалары шиғыр уҡып ҡына ҡалманы, һорауҙар биреп, фекер алышып ултырҙылар. З. Снигерева, Р. Мөхәмәтрәхимова, М. Хәлилова, Н. Хәмитов, А. Уразбахтиналарҙың әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Т. Юсеева, Г. Саматова, А. Бондаренко, В. Родиндарҙың хисле шиғырҙары, Рәмил Фәйзуллиндың үҙ поэмаһын яттан һөйләүе һоҡландырҙы. Фәнүр Низаметдинов, һәр ваҡыттағыса, шаян тел менән етди темалар күтәрҙе.
«Дим» берекмәһендә шөғөлләнеүселәр – ижадҡа ғашиҡ, эскерһеҙ, әүҙем кешеләр. Уларҙың әҫәрҙәре матбуғат биттәрендә баҫыла, конкурстарҙа ҡатнаша. Әхиәр Хәкимов был күренештәргә шаһит булһа, ҡыуаныр ине, моғайын. Ул йәшәгән йорт, хәҙер инде музей, Дәүләкәндең әҙәби үҙәгенә әйләнде, тиһәк тә, хата булмаҫ. Бында әҙиптең ижадташ дуҫтары, уҡыусылары йыш килә. Яҙыусылар, шағир­ҙар, журналистар менән осрашыуҙар үткәрелеп тора. Ә «Дим» әҙәби ижад берекмәһе эшмәкәрлеге Дәүләкән районы мәҙәниәтенең күркәм биҙәгенә әүерелде. Был йәһәттән музейҙың директоры Гөлүзә Арыҫланованың эшмәкәрлеге ҙур баһаға лайыҡ. Музейҙың яҡты, нурлы булыуы, үҙенә әйҙәп тороуы уның тырышлығына, яуаплылығына, ижадты һөйөүенә бәйле. «Шиғриәт башлап ташлағанды кисерә алмай, тиҙәр. Шулайҙыр. Яҙышыуҙы ташламайыҡ, ижад шишмәләребеҙ урғып торһон!» − тип теләк әйтте Гөлүзә Әхмәтгәрәй ҡыҙы килеүселәргә.
Ысын ҡиммәттәрҙән тайпылмай, яңы ниәттәр ҡороп йәшәй дәүләкәндәр. «Дим» түңәрәге киләсәктә лә кешеләргә йән йылыһы өләшеүсе, йәштәрҙең ҡанатын нығытыусы берекмә булып ҡалыр, тип ышанғы килә. Сөнки ихласлыҡ нуры, берҙәмлек рухы һүрелмәгән әле бында.

Сәлимә ӘХМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)