RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көлкөха-ха-хана

29.03.2013 Көлкөха-ха-хана

Яҡуп ағайҙың аты ҡанатланған икән
Был мәрәкә совет осоронда була. Колхоз-совхоз­дар­ҙың гөрләп сәскә атҡан мәле. Беҙҙең Тупаҡ ауылында Яҡуп атлы ир күрше ауыл фермаһында ҡышын-йәйен малдарға ярма тарттырып, фуражсы булып эшләй. Фуражсы булғас ни, ярма – ҡулда, эске – уйҙа, шайтан һыуы уға аҡмаһа ла, тамып ҡына тора икән. ҡатынының көн дә: «Эсмә инде, Яҡупҡайым, эсмә», – тип тылҡып тороуы уға һис кенә лә йоғонто яһамай. Ул көн һайын үҙенең ала бейәһенең арбаһында, ҡырын тейәп, бер нәмә лә белмәй, тәрән йоҡоға тала икән. Аңлы атына хөрриәт, ул ашыҡмай ғына юл ситендәге ҡуйы һутлы үләнде ашай-ашай, эйәһен төн уртаһы етеүгә өйөнә алып ҡайтып еткерә. Бер көндө хозур йәй айында ауылдың шуҡ малай-шалайы, Яҡуп ағайҙың көн дә эсеп, бер нәмә лә белмәй, арбала йоҡлап килерен белгәс, мәҙәк ҡылырға була. Төн уртаһында һиллек боҙоп, арба тәгәрмәстәрен шығырлата-шы­ғыр­лата, ала бейә үҙенең күптәнге ғәҙәте буйынса «төп ҡоҙа»ны арбаһында бәүелтә-бәүелтә өйө­нә ашыҡмай ғына алып ҡайтып барған, ә Яҡуп ағай күптән инде татлы тәрән йоҡоға сумған, ҡолағы төбөндә мылтыҡ атһаң да уянмаҫ. Шаян малайҙар уның атын күптән инде эйәһеҙ торған өйҙөң баҡсаһы янында туғара ла, күмәкләп арбаны этеп-һөйрәп, тәртәләрен әлеге баҡса рәшәткәһе аша үткәреп, ала бейәне баҡса ҡапҡаһынан уратып индереп, баҡса эсендә егеп ҡуялар. Ә унда үлән күпереп үҫкән була, ала бейә иркенләп үлән ашаһын өсөн аттың һыртындағы ҡайышын төшөрөп ҡуялар. Сихри йәйҙең ҡыҫҡа ғына төнө үтеп, хозурланып, әтәстәрен ҡыс­ҡыртып, һандуғастарын һайратып, һыҙылып алһыу таң ата. Иртәнге ҡояштың наҙлы нурҙары Яҡупты ҡытыҡлап, татлы йоҡоһонан уята. Ул ваҡытта инде ауылдың уңған килендәре көтөүгә һыйыр ҡыуа ине. Айнығып та ет­мә­гән Яҡуп ағай, үҙенең аты ме­нән ҡайҙа килеп ҡунаҡлағанын да белмәй, яҡ-яғына ҡаранып, арба­һында иҫе китеп ултыра. Бер аҙ башына һиллек ингәс, атының дилбегәһен ҡулына алып, уны «на-на», тип ҡыуа икән, арба тәгәрмәстәре баҡса рәшәткәһенә килеп терәлгәс, ат туҡтай ҙа ҡуя. Яҡуп ағай­ҙың бахмурҙан зыңҡып торған башы һис кенә лә эшләмәй. Оҙаҡ уйлағандан һуң, атын етәкләп алайым тиһә, баҡса рәшәткәһенә барып төртөлә. «Һы» тигән ул, тәрән ғәжәпләнеүен йәшерә алмай. Был ни ғәжәп, был ни эш, ат арбаһы баҡсаның тышында, ә ала бейәм эске яҡта фырх-фырх килеп һутлы үлән ашай, ә баҡса рәшәткәһе имен, емерелмәгән, тип мығырлауына һыйыр ҡыуып ҡайтып барған ҡатын-ҡыҙҙар шаһит була. Ғәжәпләнә торғас, Яҡуп ағай, ала бейәм ҡанатланғандыр ул, осоп ингәндер, тип ҡуйған, имеш. ҡатыны, атын туғарып, арба тәртәләрен арбаһы менән ҡуша бергә артҡа һөйрәп, яңынан егеп биргән икән. Әле лә беҙҙең яҡтарҙа, Яҡуп ағайҙың аты ҡанатланған икән, тигән мәҙәк хәлде һөйләп ҡуялар.

Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.

Айыухан

Минең шәп еҙнәй бар. Етеш йәшәйҙәр, ауыл хакимиәте башлығы, районда ихтирамлы кеше. ҡушаматы – «Айыу­хан». Бәһлеүән кәүҙәле булғанға бирелгәндер был ҡушамат, тип уйлар уҡыусылар. Бәхәсләшмәйем, еҙнәй, ысынлап та, ҙур кәүҙәле, логик яҡтан фекер йөрөткәндә, шулай булырға тейеш. Бер бажаның ҡушаматы “Ғифрит”, ул, ысынлап, ғифрит кеүек олпат. Ә «Айыухан»дың тарихы былайыраҡ.
Бер ваҡыт былар утынға киткән. Көҙ, көн йылы, йәй буйы ҡанды һурған серәкәй-күгәүендең әҫәре лә юҡ. Яңы бысҡылар, ағас артынан ағас ауа, кәйеф күтәренке. Төшкөлөктө ҡапҡылағас, аш һеңдереү өсөн еҙнә йөрөп килергә уйлай, бәлки, һаплыҡ ағас та осрар. Хужалыҡта кәрәкле әйбер­ҙәрҙең береһе ул, һәнәк-көрәкһеҙ булмай. Халыҡта, «арбаңды – ҡыш, санаңды йәй әҙерлә», тип бушҡа ғына әйтелмәйҙер. Артынан эте лә эйәрә.
Ял иткән иптәштәренән күҙ яҙҙырмай ғына (эш башлаһалар, симулянт, ялҡау, эштән ҡасып йөрөнө, тигән һүҙе тейеүе бар) бер нисә һап ҡырҡып алғас, ауыҙы быуланып торған тишекте шәйләп ҡала. “Бурһыҡ!” – тәүге уйы шул була. Беҙҙең яҡта бурһыҡ үҙенең шифалы майы менән дан тота. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, еҙнәй һаплыҡ ағасы менән өңдө көргөй
ҙә башлай. Эш башлаған иптәштәре лә, янында уралған этенең дә «табан ялтыратыуы» борсомай уны. Нисек тә бурһыҡты һуғып алырға! Һунарсы ҡомары көслөрәк шул. Өңдә фырылдау, ниндәй­ҙер хәрәкәт барлыҡҡа килгәс, был ҡолғаһын ташлай, балтаһын йәтешләп, уңайлы позицияға баҫа. Хәҙер бурһыҡ йүгереп килеп сыға ла... Шундай уйҙар менән өңдән күренгән ҡара морон­ға балта төйҙәһе менән бар көсөнә тондора. Шаңҡыған айыуҙан ҡурҡыуҙан ултыра төшкән еҙнә алдараҡ иҫенә килә. Йән көсөнә ул аҫтараҡ ағас әҙерләгән иптәштәре яғына йүгерә. Йүгереү тип әйтеп булмай, оса. Үҙенә «тыныс йоҡо, тәмле төштәр» тип яҙға тиклем әүен баҙарына барырға әҙерләнгән урман батшаһы, трактор, бысҡы тауышынан ҡурҡып, ҡаршы тарафҡа атлай. Был осрашыу еҙнәлә ниндәй хәтирә ҡалдыр­ғандыр – уныһы миңә ҡараңғы, әммә «Айыухан» ҡушаматын йор һүҙле ауылдаштары сәпәп тә ҡуйҙы.

А. ХӨСӘЙЕНОВ.



«Мин иртәрәк торам»

Нәсимә киленебеҙҙең килешмәгән ере юҡ: үҙе һылыу, эшкә бик уңған, ә ҡәйнешем Ринат шулай уҡ егәрле, тик ҡайһы саҡта һалдырмыш булып китә. Бына шул төшөргән сағында күрше бабай килендән:
– Нәсимә ҡыҙым, һин был Ринат менән нисек тораһың? – тип һорай икән.
– Мин, ҡатын кеше, иртәрәк торам, ә Ринат һуңыраҡ тора, – тип яуап биргән килен. Күрше бабай аптырап тороп ҡалған.

ҡушаматы – «Бесәй»

Беҙҙең Хәйбулла районында йәшәүсе кейәүебеҙ Өфөнән ҡайтышлай Шәкәр ауылында йәшәүсе атайымдарға һуғылған. Кейәү килгәс, атайымдар тауыҡ һуйған. Былар табында ултыралар икән. Шофер егет иткә үрелгән мәлдә генә атайым аяҡ аҫтында йөрөгән бесәйгә ҡысҡырып ебәргән. Һәм матур һүҙҙәр ҙә ҡушҡан.
Кейәүҙәр ҡайтып барғанда теге шофер егет:
– Хөснулла ағай, һинең ҡайның минең ҡушаматты ҡайҙан белә икән? Иткә үрелеүем булды, «Бесәй!» тип ҡысҡырып та ебәрҙе, – ти икән.

Люциә БАЙНАЗАРОВА.
Стәрлебаш районы,
Шәкәр ауылы.


«Миҙал кемдеке?»

Ялсыҡайҙа ундан ашыу бала тәрбиәләп үҫтергән бер нисә ғаилә бар. Ул әсәйҙәр күптән оло йәштә. ҡайһылары мәрхүмә булған инде. Барыһы ла Герой-әсә исеменә лайыҡ булған. Шуларҙың береһе Герой-әсә исемен алып, миҙал тағып ҡайтып төшкәс, бабайы оҙаҡ ҡына ныҡ итеп ҡарап торған да:
− Никакуй! Бер көн һин тағаһың, икенсе көндө мин тағам миҙалды, − тип ҡуйған, ти, имеш.

«Өкө ҡайҙа?»

Элегерәк Ялсыҡай башланғыс мәктәбе һәм Зәк-Ишмәт баш­лан­ғыс мәктәбе уҡытыусылары үҙ-ара һөйләшкән дә, балаларҙы бергә тәбиғәткә экскурсияға алып барған. Зәк-Ишмәт – татар, Ялсыҡай – башҡорт ауылы. Тәбиғәттең иң матур сағы, май айы. Беҙҙең ауыл уҡытыусыһы саф һауалы зәңгәр күккә һоҡланып торған да, татар балалары ла аңлаһын өсөн:
− ҡарағыҙ әле, балалар, ниндәй матур сава! – ти икән. Беҙҙең ауылдың бер малайы:
− Ағай! Ағай! ҡайҙа ул өкө? – тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалған, ти.

«Аша ботоңдо!»

Ике тракторсы, береһе йәш, икенсеһе олораҡ кеше, берәүҙәргә утын килтерә. Хужабикә уларҙы тауыҡ ите бешереп көткән. Икеһенә лә берәр тауыҡ бото һалып, тракторсыларҙы өҫтәл артына ултыртҡан. Йәш кеше ни, аппетиты шәп, үҙ өлөшөн тиҙ үк ашап та ҡуйған, ти. Ә олорағы хужа менән гәп һатып тик ултыра икән. Теге йәшерәге хеҙмәттәшенә:
− Йә, аша ботоңдо! – ти икән. Олоһо, хәҙер, хәҙер, ти ҙә тауыҡ ботона ҡағылмай ҙа. Йәшерәге бер нисә рәт шулай өндәшеп ҡараған, ти. Ахырҙа:
− Әй-й! Ашамаһаң әле! – тигән дә уның өлөшөн үҙе алған да кимергән. Олораҡ ағай, хәбәрен тамамлап, инде тәрилкәгә үрелһә, тауыҡ бото юҡ, ти. Шунан бирле ауылда берәйһенә тауыҡ бото эләкһә, башҡалары: «Аша, аша ботоңдо!” − тип әйтеп ҡуйырға онотмай.

Зәлифә АРЫҪЛАНОВА.
Мәләүез районы,
Һәргәй ауылы.

Һүҙ – тылсым

Был ҡыҙыҡлы хәлде таксист булып эшләүсе Мораҡ ауылы кешеһе (исемен әйтеп тормайым) һөйләне. Һөйләшеү тыуған яҡҡа ҡайтып барғанда, юлда килеп сыҡты.
– Мораҡ – Салауат йүнәлеше буйынса шәхси микроавтобусымда кешеләрҙе йөрөтәм, – тип һүҙ башланы ул. – Бер көндө кешеләрҙе йыйғас, яныма ике студент – Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ һәм Мораҡ егете ултырҙы. Юл буйына күҙәтеп барам: береһе ҡымшанмай, өндәшмәй, шым ғына баралар. Үҙем аралашыусан кеше булғас, беренсе һүҙ башланым. “Юл оҙон бит әле. Бәлки, танышып алыр­һығыҙ”, – тип тегеләргә көлөмһөрәп өндәштем. Бер-береһен оҡшаттылар, буғай. Танышып, һөйләшеп алдылар. Мораҡҡа килеп еткәс, телефон номерҙары менән алмаштылар. “Өйләнешһәгеҙ, миңә яусылаған өсөн бер шампан шарабын алып килергә һәм туйға саҡырырға онотмағыҙ”, – тип шаярттым. Был ваҡиғанан һуң ярты йыл үткәндер. Бер мәл кешеләрҙе йыйған ваҡытта ҡаршыма ниндәйҙер егет һәм ҡыҙ килә. ҡулдарында шампан шарабы, үҙҙәре көлә-көлә миңә яҡынлаша. Көнөнә күп кеше йөрөтөргә тура килгәс, уларҙы таныманым. Яңы клиенттар барлыҡҡа килде, тип ҡыуанһам… “Был һеҙгә”, – тип ҡулыма шампан шарабын тотторҙолар. Шунда ғына ошо икәүҙе ҡасандыр таныштырғаным иҫкә төштө. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, танышыу бушҡа үтмәгән – туйға әҙерләнәләр икән.
Тормошта хатта бер әйтелгән һүҙ бәйләме тылсымлы көскә эйә була икән.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

ҡара һыйыр

Бибиямал өләсәйем Бөйөк Ватан һуғышы осоронда колхозда көтөүсе булды. Бөтә ирҙәр – һуғышта, ауылда бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар ғына. Шулай бер ваҡыт бер ҡара һыйыр юғалған. Эҙләй-эҙләй хәле бөткән өләсәйемдең. Председатель, әгәр тапмаһаң, төрмәгә ебәрәм, тип ҡурҡытҡас, ни эшләһен, тағы ла киткән эҙләргә. Беҙҙең яҡта урмандар ҡуйы, йылғалар күп, тауҙар бейек. Эҙләп килә торғас, күҙе тоноп бөткәндер инде – йылға ярында теге ҡара һыйырҙың ынтылып һыу эсеп торғанын күргән. Нисәмә көн эҙләп йөрөп ярһыған, арыған өләсәйем, аҡты-ҡараны күрмәй, теге һыйырға ташланған. Хәйерсе, бирән, ҡасҡалаҡ, тип әрләй-әрләй, ҙур һуйыл менән тондорған. ҡара һыйыр тигәне һоро айыу булып сыҡҡан. Өләсәйемдең һуйыл менән һуғыуы була, айыу ҡапыл артына боролоп, өләсәйем аша пружина кеүек һикереп, урманға ҡаса. Айыу – өләсәйемдән, өләсәй айыуҙан ҡурҡҡан. Һыйырҙы шул айыу аша­ғандыр, тип ауылға ҡайтып, фермаға барһа, һыйыры ҡайтҡанын күргән. ҡара һыйырға ла теге һуйылдан өлөш сыҡҡан.

Дамилә КИЛСЕНБАЕВА.
Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)