26.03.2013 ТУҒАНЛЫҠ ҺӘМ ПОЭЗИЯ БАЙРАМЫ
22 мартта Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре – 2013” шиғриәт фестиваленең һуңғы этабы үтте. Ун дүртенсе тапҡыр үткән поэзия байрамында 14 еңеүсе тәбрикләнде. Улар быйыл ошондай номинацияларҙа билдәләнде: “Шағир һәм заман” (башҡорт, рус, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙыусы авторҙар), “Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!” (Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала), “Фестиваль асышы”, “Йәштәр поэзияһы”, “Мөхәббәттән донъя нурлана”, “Беҙ бала саҡ иленән”.
Бәләбәйҙең абруйлы премияһы – яугир шағир Фәтих Кәрим исемендәге премия быйыл Барый Ноғомановҡа, Алла Докучаеваға, Рауил Шаммасовҡа (Рауил Шаммас), туғандаш Сыуаш Республикаһынан Рәйсә Сәрбигә, С. Амутбаев исемендәге Минзәлә дәүләт драма театрына тапшырылды.
Туғанлыҡ һәм шиғыр байрамына килеүселәр ойоштороу кимәленең юғарылығына хайран ҡалып, оло кинәнес алып таралышты.
Рәзилә ЫРЫҪҡУЖИНА,
“Илһам шишмәләре – 2013” фестивале лауреаты.