RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йыр-шиғырҙан мине көнләмәсе...»

22.03.2013 «Йыр-шиғырҙан мине көнләмәсе...»

Йыр-шиғырҙан мине көнләмәсе..
Йыр-шиғырҙан мине көнләмәсе,
Улар бит минең йәнем-һулышым.
Һыуһыҙ гөлдәр йәшәй алмағандай,
Йырһыҙ зәғиф минең тормошом.
Йыр-шиғырҙан мине көнләмәсе,
Барығыҙ ҙа берҙәй ғәзиз һеҙ.
Һөйөүеңә яуап илһам емешем,
Тыуыр инеме шиғыр бер хисһеҙ?..
Балаларымды һөйөп ҡосҡанда
Йыр-шиғырҙан тыуыр гөлләмә.
Илһам нигеҙе – йәшәү, һөйөүҙә.
Тик шиғырҙан, йырҙан көнләмә!

Татыулыҡ ағасы

Был, улым, беҙҙең шәжәрә –
Олпат нәҫел ағасы.
Әйтерһең дә, туғандарҙы
Туплаған ҙур аласыҡ.

Аҫҡы ҡатта йәшәй атай,
Унан ары – ҡартатай.
Тамыры – шәжәрәбеҙгә
Нигеҙ һалған олатай.

Бына, улым, был ҡаттың
Хужаһы булып һин ҡайттың.
Ике апайға ҡыуаныс,
Нәҫелебеҙ ҙә артты.

Ошо була шәжәрә –
Быуын һайын йәшәрә.
Татыулыҡ ҡәҙерен белә
Олоһо ла, йәше лә!

Тормош сәскәһе

Беҙ был ерҙә бары ҡунаҡ ҡына,
Һәр миҙгелдең була мөҙҙәте.
Ерҙә булған һәр мәлде ҡәҙерләп,
Өлгөрәйек татып ләззәтен!

Байлыҡ өсөн сарыф булған ғүмер –
Шырпы һыҙған кеүек кенәлер.
Мөхәббәт бит йәшәүебеҙ йәме,
Татығандар ғына беләлер...

Рәнйештәрҙе һөйөү менән йыуып,
Иркә һүҙҙәр генә ҡойһағыҙ –
Тормош сәскәһенән бәхет тигән
Баллы һутты эсеп туйғыһыҙ...


Ихлас битлеге

"Ихласлыҡ битлеге бармы?" –
Тип теләнселәп
Юл сатында тороуымда
Бар сәйер сәбәп:

ҡиблаларым алмашына
ҡайсаҡ яңылыштан:
Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө,
Туҡһаны – туҡһан.

Ирендәр йылмайғанда
Күҙҙә – юхалыҡ,
Һалҡынлыҡтан йөрәк туңа,
ҡайҙа ихласлыҡ?

Иҫәр клоундар ялҡытты,
Илаҡ Пьеро ла...
Исмаһам, ихласлыҡтың
Битлеге булһа...

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.


* * *
Күңелемдә муйыл сәскә ата,
ҡоштар һайрай үҙәк өҙҙөрөп,
Күбәләктәр оса елп-елп итеп,
ҡояш нурҙар һибә ҡыҙҙырып.

Ә бит тышта һалҡын буран уйнай,
ҡарҙар яуа күктән өйрөлөп.
ҡышҡы урман шаулай ошо мәлдә
Өшөгәндәй булып, бөгөлөп…

* * *
Бар донъяға дан таратҡан
Ирәндек тауы – беҙҙә.
Ошо гүзәл тарафтарҙан
Оло сәләмем һеҙгә.

Ирәндектең киң итәген
Талҡаҫ күле биләгән.
Йәй көндәре был ерҙәрҙе
Бала-саға биҙәгән.

Урғылып-урғылып тауҙан
Ағып төшә Ғәҙелша.
Ошо гүзәл тәбиғәткә
Хатта күҙҙәр ҡамаша.

ҡаяларың мәғрур тора,
Тауҙарың күккә ашҡан.
Иртә яҙҙа ҡар ирегәс,
Һаҡмарың гөрләп таша.

Яратамын, үҙ итәмен
Һәр тупрағың, һәр ташың,
Сит яҡтарҙа йөрөгәндә
Иҫкә төшә ҡарашың.

Эльвира БАЙҒУЖИНА.
Сибай ҡалаһы.



***
Ауылымдың зәңгәр томандары
Алыҫтарҙан килеп еттеләр.
Һаҡмарымдың наҙлы сәләмдәре
Күңелемә инеп үттеләр.

Сылтыр-сылтыр Һаҡмар һыуы аға,
Алыҫтарға беҙҙе саҡырып.
Шәп ағымдай уҙҙы бала сағым,
Әсәйемдән мине айырып.

ҡарауылтау баштарында
ҡанат ҡаға ҡарағош.
Йөрәк ярһый, һағынһам да,
Етте ваҡыт, әсәй, хуш!

Әсәкәйем

Әсәйемдең күҙҙәрендә
Күрәм һөйөү, хәстәрлек.
Яндарымда һин булғанда
Бәхет миңә етерлек!

Әсәкәйем, доғаларың
Һаҡлай минең төштәрҙе.
Рәхмәт әйтәм донъя өсөн,
Үҫтергәнгә һин беҙҙе.

Йөҙҙәреңдә һырҙар булыр,
Салланырҙар сәстәрең...
Һәр саҡ көләс, наҙлы булып
Йөрәгемдә йәшәрһең!

Гөлдәр ЙОМАШЕВА.
Баймаҡ районы.


Кешеләрҙең кешеләргә үстәре бар

Кешеләрҙең кешеләргә үстәре бар,
Үсләшергә теләктәре, көстәре бар.
Аҫыл көстәр эшкә етмәй, үскә етә,
Үскә кеше йомарт, ихлас – иҫтәр
китә.

Үс йомғағын кеше көн дә бәйләй-
һүтә,
Хәтер, йылан кеүек, эстән саға, өтә.
Әсе ағыу күңеленә тамам үтә,
Үс теләге әҙәмдәрҙе батыр итә.

Кеҫәһендә йән дуҫына бысаҡ йөр(ө)тә,
Арҡа менән боролғанын сабыр
көтә...
Үстәр арта,
Ваҡыт кәмей, көстәр бөтә,
ҡабатланмаҫ ғүмеркәйҙәр үтә-үтә...

«Юлдаш» каналына бағышлау

Башҡортоңдоң рухын һиҙгең килһә,
Башҡорт дуҫтар булһа һанаулы,
Һиңә ярҙам итер,
ҡабыҙа һал
Йырлы-моңло "Юлдаш" каналын.
Алыҫтарға алып барһа һуҡмаҡ,
Юлдаштарың булһа самалы,
Һиңә серҙәш, йырҙаш, юлдаш булыр
Йырлы-моңло "Юлдаш" каналы.
Ләкин ситектәрең тишек булһа,
Йә итәгең булһа ямаулы,
Ул байытмаҫ, рухи байлыҡ бирер
Йырлы-моңло "Юлдаш" каналы.

Резеда ШӘРИФУЛЛИНА.


Шағир

Янырмындыр тамуҡтарҙа,
Инмәм ожмахҡа, беләм!
Алла ҡаршына баҫҡанда,
ҡар-боҙҙан булыр келәм.

Үпкәләмәм яҙмышыма,
Түгелмен ундайҙарҙан!
Тормаһа ла минең тормош
Гел генә ундайҙарҙан!

Бөтәһе лә аңлап бөтмәҫ
Табышмаҡтай һүҙемде.
Улар алдында һынатмам
Бер ҡасан да үҙемде!

Күңел сәскәләре

Яҙҙың беренсе тамсыһы
Боҙҙарҙы тишә икән!
Егеттәрҙең күҙе шул саҡ
ҡыҙҙарға төшә икән.

Оҙаҡламай ҡар-боҙҙар ҙа
Иреп тә бөтөр әле!
Гөлдәр сәскә атыр мәлдәр
Килеп тә етер әле!

Күңел сәскәләре – һөйөү
Байрамға бүләк булһын!
ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмере
Шатлыҡ-бәхеттән торһон!

Мөнир АТАНҒОЛ.


Маҡсатым барҙы алдан

Төнгә ҡарай юлға сыҡҡан мәлдә
Йондоҙ булды минең юлдашым.
Аяҙ күгем болотланған хәлдә
Яҡты йөҙөм – һүнмәҫ булмышым.

Төнгә ҡарап юлға сыҡҡанда ла
Күк көмбәҙе һипте яҡтылыҡ.
Төнөм бирһә томан ҡара ергә,
Күңел күгем һипте аҡ хаҡлыҡ.

Үрҙәр ятты шырлыҡ араһында.
ҡаршы елдәр һүрҙе күңелде.
Тик маҡсатым барғас минән алда,
ҡеүәтемә тағы көс килде.

Әллә ҡояш тотолдомо?

Дүрт йылғаса ҡояш тотолдомо?
Ниңә халыҡ аҡ көн күрмәне?
Атыу, шартлау солғап алғас ерҙе,
ҡош-йәнлектәр оя күрмәне.

Был ҡайғыны күргән ағас-таштар
Түҙә алмай һынды, ватылды.
Кеше менән аттың башы ғына
Тоғро ҡалып ҡына тын алды.

ҡәһәр һуғыш килде үлем менән,
Аслыҡ, емеректе эйәртеп.
Еңеү килде ҡара ҡайғы аша,
Йөрәк йәҙрәләрен иретеп.

Дүрт йылғаса ҡояш тотолдомо?!
Дүрт йыл халыҡ яҡты күрмәне.
Еңеү яулап ҡайтҡас ҡаһармандар,
Бәхет гөлөн елдәр өрмәне,
Кешеләргә тынғы теймәне.

Римма ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.


Яҙғы йыуаныу

ҡояш балҡый, ләйсән яуа, ‒
Эй, игендәр шытыр!
ҡоштар һайрай, һыуҙар аға, ‒
Йә, Хоҙайға шөкөр.

Күҙ күрә, ҡолаҡ ишетә,
Аяҡ-ҡулым иҫән. ‒
Ошоларҙың һәммәһенә
Шөкөрана итәм.

Гонаһтыр ул – зар-интизар,
Мыжымасы, төкөр!
Күрһәткәненә яҡты таң
Ит Хоҙайға шөкөр!

Матур үтә көндәрем

Тәҙрә төбөмдә лә гөлдәр,
Өҫтәлемдә – гөлдәрем.
Гөлдәр үҫтергәнгә микән,
Матур үтә көндәрем.

Йырҙар көйләй ҙә йөрөйөм,
Шиғыр яҙам төндәрен.
Күңел тулы хис булғанға
Матур үтә көндәрем.

Эргәмдә яратҡан кешем,
Балалар, ейәндәрем.
Шулар менән мәж килгәнгә
Матур үтә көндәрем.

Баш осомда ҡояш балҡый,
Гөрләй күгәрсендәрем.
Илдә тыныслыҡ торғанға
Матур үтә көндәрем.
Х. МИҺРАНИ.


Өлөшһөҙ мөхәббәт

Аҡ кәзәнең тиреһенән
Яға тектем туныма,
Буш биҙрәң менән сыҡма
Минең барыр юлыма.

Матур ҡыҙҙы мин һайланым
Кәләш итеп алырға.
Миңә ул тиҙ отказ һуҡты,
Һуңланың, тип алданы.

Хаттар яҙҙым Мәскәүҙән:
Тик һине генә һөйәм.
Насип булһа, осрашырбыҙ,
Ара алыҫ, тиеп көйәм.

Икебеҙҙе яндырманың,
Ах, өлөшһөҙ мөхәббәт.
Матур ҡыҙҙар донъя тулы,
Миңә тик берәү кәрәк.

Әсәйем

Йылдар үткән һайын етмәй миңә
Әсәйемдең йылы ҡарашы.
Етмәй миңә ихлас һөйләшеүҙәр,
Әсәйемдең моңло тауышы.

Ул зарланмаҫ ине, тормошонда
Кисерһә лә хәсрәт-ҡайғылар.
ҡайнар аш бешереп көтә ине
Әсәйем мин эштән ҡайтыуға.

Әсәйемдең өҫтәлендә һәр саҡ
Самауыры йырлап ултырҙы.
Ишектәре асыҡ булды, өйөн
Туған-тыумасалар тултырҙы.

Бер әсәйемә ялға ҡайттым.
Бик бирешкән ине, йонсоған.
Күрше Рәйсә апай, һөйөнсө, тигәс,
Яҡтырҙы бит йөҙкәйе уның.

Етеҙ ине әсәй хәрәкәте,
Өҫтәл тулы майы, ҡоймағы.
Көтөп алған улы ҡайтып еткәс,
Теүәл булды әсәй донъяһы.

Даларис ИМЕЛБАЕВ.
Ялта-ҡырым,
Украина.


Аҡҡош һөйөүе

Мин торамын пар аҡҡошҡа ҡарап, ‒
Ниндәй һөйөү, ниндәй көс һеҙҙә!
Бер-берегеҙ бәлә-ҡаза күрһә,
Иш ташламаҫ ғүмер-ғүмергә.

Һоҡланам да пар аҡҡошҡа ҡарап,
Күҙҙәремә йәштәр эркелә:
Ниңә кеше заты һеҙҙең кеүек
Була алмай икән гел бергә?

Тоғро ғашиҡтарҙың араһына
Инә алмай яттар һис кенә,
Саф һәм ихлас йәшлек мөхәббәтен
Яндыралмай утлы йәшен дә!

Ауылда – яҙ

Ауылда – яҙ. Муйыл еҫе
Йәшен-ҡартын тилертә.
Йөрәк үҙе йырлай әллә,
Тынмаҫ бер моң ишетәм.

Йырлы ауыл кистәрендә
Моңландым да, көлдөм дә,
Хәтфә Өршәк туғайында
ҡолонсаҡтай елдем дә.

Шундай һиллек ауыл өҫтө,
Һыҙыла тик бер гармун.
Айҙың тылсым нурҙарында
ҡойола, сайҡала моң.

Батмасы, Ай, кире борол —
Был мәлдәр ике килмәй!
Йәшлек урамдарыбыҙ ҙа
һәр йырҙы тик бер көйләй.

Азат АҡБУЛАТОВ.

Ауырғазы районы,
Усман ауылы.














Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)