RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын менән ир – ике сер һәм сир

14.08.2010 Ҡатын менән ир – ике сер һәм сир

Баш булалған ир кәрәк!

Дәғүәләшеүсе ҡатындан
Һорай судья: – Һәр көнө
Түҙеп торғоһоҙ, тиһегеҙ...
Ирең хыянат итәме?

– Юҡ, – ти ҡатын, – эше бөтһә,
Маҡсат – өйгә ҡайтыуҙа.
Хыянат иткәне булманы
Тик бер генә тапҡыр ҙа!

– Улайһа, ҡулын күтәреп,
Йәберләгәндер һеҙҙе?
– ҡул түгел, хатта бер генә
Юҡ уның ҡаршы һүҙе.

Судья ныҡыш: – Үтәмәйме
Әллә ир-ат бурысын?
– Теләгемде белеп тора,
Был яҡтан да тынысмын.

– Характеры ҡот осҡостор,
Була ундай бәндәләр.
– Юҡ, – ти ҡатын, – холҡо менән
Торғаны бер бәйғәмбәр!

Судья ҡыҙа: – Нимә етмәй?!
Бындай ҡол ир бик һирәк!..
Әйтте ҡатын: – ҡол кәрәкмәй,
Баш булалған ир кәрәк.

Әҙәпле әҙәм

– Ниндәй тәртипһеҙ халыҡ был,
Әҙәп нимә – белмәйҙәр:
Баҫып торған әҙәмдәргә
Ниңә урын бирмәйҙәр?!

– Урынығыҙ бар бит, – тиеп,
Кондуктор башын бора.
– Мин ултырыу менәнме ни,
ҡатын бит баҫып тора!

Түләү

– Лампочка янған, – ти Ямал, –
Яңыһын ҡуйсы, Энгель.
Ир яуаплай: – Юҡ, ҡуймайым,
Мин электрик түгел!
– Ишек тә йүнле ябылмай,
Кәрәк бит йүнәтергә.
– Булмай, – ти ир, ҡулын һелтәп, –
Мин плотникмы һиңә?!
Ямал тағы ла ялына:
– Һыу туҡтамай крандан.
Ир ҡысҡыра: – Ә уныһын
Эшләт сантехниктарҙан!..

Икенсе көн ир йортона
ҡайтып инһә эшенән:
Ут яна, ишек ябыла,
Кран да йүнәтелгән.
– Кем эшләне? – тип һорай Ир,
ҡарағас бөтә ерҙе.
– Һинең хәлеңдән килмәгәс,
Саҡырҙым күрше ирҙе.
– Нисек түләнең? – тип Энгель,
ҡаш-маңлайын йыйырҙы.
– Эшләп бөткәс, – тине Ямал, –
Миңә ике шарт ҡуйҙы:
Тәүгеһе – Хоҙай эштәрен
Икәүләп атҡарырға.
Отказ һуҡһам, матур итеп
Берәй йыр башҡарырға...

– Ниндәй йыр йырланың? – тиеп,
Йылмайған ине Энгель.
Әйтте ҡатын: – Йыр йырларға
Мин һиңә йырсы түгел!

Ни бысағыма кәрәк!

Бер көндө доктор янына
Инде лә Дәүләткилде:
– Оҙайтып булмаҫмы, – тине, –
Алдағы ғүмеремде?

– Иҫәбең күпме йәшәргә? –
Табип та һорау бирҙе.
– Кәмендә, – тине тегеһе, –
Ошо донъяла йөҙҙө.

Шунан доктор һорай ҡуйҙы:
Шөғөлө, өйләнгәнме,
Бармы балаһы, дуҫтары,
ҡатын-ҡыҙға йөрөймө?

Дәүләткилде һөйләп бирҙе:
Ғаилә юҡ... Дуҫлашмаған...
Дәрт тыуһа ла, бер ҡатын-ҡыҙ
Янына ла ятмаған...

– Ғәфү итсе, – тине доктор, –
Әйтелһә йәмһеҙерәк:
Йөҙ йәшкәсә бындай ғүмер
Ни бысағыма кәрәк?!

ҡояш ир

Әхирәттәр осраштылар...
Һәр береһе һөйләй ирен:
Саҡ-саҡ түҙеп йәшәй икән
Улар йортта бер-береһен.
Тик Әминә, киреһенсә,
Ирен маҡтай, ирен данлай:
– Минекенә бер кем етмәй,
Ул күктәге нәҡ ҡояштай!
– Шулай уҡмы? – ти дуҫтары.
– Ирем – ҡояш! – ти Әминә, –
Кисен китеп бата ла ул,
Иртән иртүк ҡайтып инә!

Уҫалдар
(йәки ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар)

Булды тағы йыйылыш –
Ир ҡайтты ҡыйыш-мыйыш.

ҡатынға был хәл таныш –
ҡарай ул салыш-солош.

Башланды талаш-тартыш –
Күкле-йәшелле тауыш:

– Оятһыҙ, битһеҙ, алкаш...
– Аңһыҙ-аҡылһыҙ, туң баш...

Үрелде ҡатын ҡулы –
Ир бирҙе уңлы-һуллы...

Шулай бөттө «уйын» да,
Яттылар унда-бында...

Иртәнсәк тынлыҡ, һыуыҡ,
Ашарға – һыныҡ-мыныҡ.

Ир башын тотҡан аймап –
Ауырта сатнап-сатнап.

ҡатынғамы ни еңел? –
Күҙ төбө тимгел-тимгел...

Уларҙы исемләмәм –
Белмәһен кеше-фәлән.

ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат –
Иң серле йоҙаҡ-йомаҡ:

ҡарасы, йылмайышып,
Торалар ҡосаҡлашып...

ҡай саҡ: бысаҡҡа – бысаҡ,
ҡай саҡ: ҡосаҡҡа – ҡосаҡ.

Хаҡлыҡ табырмын тимә –
Ут араһына инмә!

ҡотҡарған

Мөхәмәҙи, өйләнешкәс:
– Әгәр һин, хурлап мине,
Бер тапҡыр хыянат ҡылһаң,
Аҫылынып үләм, – тине.

Йәмилә хәлде аңланы,
Булманы эш белерлек:
Иргә сәбәп тә ҡалманы
Аҫылынып үлерлек.

Маҡтана хәҙер Йәмилә:
– Һаҡ булды һәр бер аҙым.
Шул арҡала мин үлемдән
Ирҙе күпме ҡотҡарҙым.

Риф МИФТАХОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)