19.03.2013 Халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын сағылдыра
Ошо көндәрҙә “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре” тигән китап сыҡты. Уны Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге хеҙмәткәре, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина төҙөгән. Китапта 1998 − 2012 йылдарҙа ғилми экспедициялар ваҡытында ауылдарҙа автор тарафынан яҙып алынған фольклор материалдары бирелгән. Йыйынтыҡ донъяның барлыҡҡа килеүе, фәрештәләр, бәйғәмбәрҙәр, Хызыр-Ильяс, заман ахыры, мәрткә китеү, изге төштәр, зыярат һәм мәсеттәр хаҡында легенда-риүәйәттәрҙән тора. Шулай уҡ башҡорт әүлиәләре тураһында бихисап риүәйәт ингән. Автор ҡушымтала Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙәге әүлиә ҡәберҙәре, изге шишмәләр һәм тауҙар исемлеген дә килтергән.
Лилиә СИРАЕВА.