RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һуңғы һауынсы

15.03.2013 һуңғы һауынсы

Унан һуң эшләгән тағы ике хужаға ла насар һүҙ әйтә алмай ҡатын. Һәр береһе ҡулынан килгән тиклем тырышты, эште алып бара белделәр. Үҙ мәнфәғәтен түгел, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртты улар, «текә» машиналар ҙа алманылар, бөтә «икмәкле» урындарға ағай-энеләрен, балаларын да ҡуйырға тырышманылар. Шулай итеп, һикһәненсе йылдар­ҙы бөтә колхоз, шул иҫәптән Фәнүзә лә уңышлы ғына тамамланы. Туҡһанынсы йылдарға ҙур ышаныс менән баҫты улар, ләкин был ышаныстарҙың тормошҡа ашмауы һиҙелә башлағайны инде. Эйе, тап шул осорҙа илдә барған үҙгәрештәр уларҙың колхозына бигерәк тә ныҡ ҡағылды. Нәҡ ошо йылдарҙа үҙҙәренең ауылынан булған һуңғы етәксе эшенән бушатылып, кешеләрҙе ситтән килтереп ҡуя башланылар. Бер-ике йылдан бының эҙемтәләре күренде. Был хаҡта иң беренсе үҙенең фермаһынан сығып хөкөм итә Фәнүзә. Халыҡ тарҡауланды, элек үҙенең эшен йүгереп йөрөп башҡарған малсылар эшкә теләр-теләмәҫ кенә йөрөгән кеүек тойолдо. Иң үҙәккә үткәне − хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнмәй, йә ул ниндәйҙер тауарҙар менән алмаштырыла, йә бөтөнләй билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. ҡыҙыҡ, эш хаҡы түләнмәй, ә халыҡ эсер өсөн аҡсаны күберәк бүлә, ҡайһы ваҡыт фермала айныҡ кешене лә күрмәҫһең. Ферма мөдире, бригадир әйтеүгә уйлап та бирмәй улар. «Һин миңә эш хаҡы түләй­һеңме?» − тип кенә ебәрә. Элек бөтөнләй булмаған йәки бик һирәк булған күренештәр күҙәтелә башланы, фураж урлап һатыу, бидонлап өйгә һөт ташыу, бесән-һаламды ла тиҙ генә илтеп көмөшкәгә алмаштырыу ғәҙәти хәлгә әйләнде. Әлбиттә, яңы етәкселәр бының менән көрәшергә тырышып ҡараны, килеп йыйылыштар ҙа яһанылар, айырым да һөйләштеләр, милиционер алып килеп тә тикшерҙеләр, ләкин файҙаһы аҙ булды. Шағир әйтмешләй, «әгәр мәхрүм булһаң өмөттән, вәғәҙәләр, янау, өгөттәр ҡомдан ишкән арҡан кеүектәр». Бындай күренештәр, әлбиттә, юҡтан ғына килеп сыҡманы, халыҡ телевизор ҡарай, берәүҙәрҙең әкиәттәге кеүек тиҙ генә байып китеүен, ә инде күпселек халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүен күреп, ҡарап тора улар, халыҡты алдап булмай.
Колхозда етәкселәр алмашынған һайын уларҙың фермаһы ла ҡыҫыла, бәләкәсәйә барҙы. Элекке кеүек идара кәңәшмәһе үткәреп, һәр баш малға, һәр үлгән быҙау, бәрәскә отчет биреүҙәр бөттө, етәкселәр фермаға килһә лә, ҡайҙалыр ситкә оҙатылыусы малдарҙы айырырға, күрһәтмә бирергә генә килә. Уларҙың фермаһындағы эре, тоҡомло малдарға айырыуса ҡаныҡтылар, аҙна-ай һайын йөрәктәрҙе өҙөп ҡысҡырышҡан һыйырҙарҙы тейәгән йөк машиналары китеп кенә торҙо. Уларҙы һатыуҙан алынған аҡсаның ҡайҙа киткәнен берәү ҙә белмәне, малсылар нисек бушҡа эшләгән, шулай бушҡа эшләүен дауам итте. Етәкселәр әйтеүенсә, аҡса запчасть, солярка-бензин алыуға һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонолған. Ләкин сәсеү, урып-йыйыу ваҡытында тракторҙар, запчасть йәки солярка юҡ тип, айҙар буйы буш торҙо, шул арҡала сәсеү, урып-йыйыу йылдан-йыл һуңға ҡалды, этеп-төртөп эшләнде, һөҙөмтәлә йүнле уңыш та алынманы. Мал аҙығы әҙерләү менән дә шундай уҡ хәл йылдан-йыл ҡабатланды. Туғайҙарҙа күкрәп үҫкән үлән ваҡытында сабылманы, бесән әҙерләү менән мәшғүл булған тракторсынан башҡа яланға сығыусы юҡ ине. Хатта барып уларҙың хәлен белеүсе лә булманы, улар туғайҙа эсеп ятамы, эшләп йөрөймө − бер кем дә белмәне. Шул арҡала бесән бик һуң, сифатһыҙ әҙерләнде. Кукуруз, көнбағышты силосҡа һалыу ваҡытында силос комбайны, иҫке булыу сәбәпле, йыш ватылды, һөҙөмтәлә мал аҙығы ла әҙ һәм түбән сифатлы итеп һалына торғайны. Элек меңәр баш малға еткән аҙыҡ хәҙер ике йөҙ башҡа ла етмәне, фермаға барған һайын йөрәге әрнеп ҡайта ине Фәнүзәнең. ҡышҡа тип әҙерләнгән аҙыҡ март башында уҡ бөтә, тиҙәк таҙартыусы транспортер йүнле эшләмәй, бысраҡ, һыу системаһы туңыу сәбәпле, һыу юҡ, малдарҙы мәкегә ҡыуып эсергәндә өс-дүрт һыйыр батып үлде − бындағы ыҙаларҙы һөйләп бөтөрлөк түгел ине. Насар ашатыу һөҙөмтәһендә яҙға табан мал күтәртә башлай, аҙна һайын уларҙы тракторға тейәп, ит комбинатына алып китәләр. Ошо йән әрнеткес күренештәрҙән Фәнүзә сиргә һабышты, егерме көн самаһы дауаханала ятып сыҡты. Ул һауығып ҡайтҡанда яҙ еткәйне инде, урам тултырып гөрләүектәр аға, урыны менән төртөп сыҡҡан берәм-һәрәм үлән күренә. ҡайтҡанының икенсе көнөндә ҡатын фермаға барҙы, үтә һирәгәйгән мал көтөүгә сыҡҡайны, уларҙың әле алыҫҡа китергә хәле юҡ, яҡын тирәлә генә семсенәләр, ҡайһылары күп ваҡыт ятып тора, уларҙың бер үләнгә тейгәс шәпләнеп тын тартып китеренә ышана, өмөтләнә ине Фәнүзә. Фермала малсылар ҙа һирәгәйгән, йәштәрҙән бер малсы эсеп үлгән, икенсеһе, «ҡалым» эшләйем тип, ауылдан сығып киткән. Ике ҡарт малсы – Барый менән Хәйҙәр генә тороп ҡалған. Уларҙың инде китер ере лә юҡ, ғүмер буйы мал араһында эшләгәс, бындай ауыр ваҡытта ташлап китергә намыҫтары ла етмәгәндер. Һауынсылар ҙа өсәү генә ҡалған, улары ла пенсия йәшенә яҡынлаша, бына шулай гөрләп торған, 18 һауынсы, унлап малсы эшләгән ферма бер нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Әммә күрәһеләре бының менән генә бөтмәгән икән әле Фәнүзәнең. Йәмле йәй айҙарында сәскәле болондарҙа йөрөп, бер аҙ турыҡҡан малға тағы ла етәкселәрҙең күҙе төштө. Был ваҡытта колхозға йәнә яңы етәксе килгәйне. Был кеше, йәш булһа ла, халыҡ янында үҙен бик һауалы тотто, сәбәбе булһа ла, булмаһа ла, үҙенең районда, республика күләмендә таянысы барлығы тураһында һөйләргә яратты, уны йыш ҡына «төшөргән» көйө лә күрәләр ине. Бына шул кеше бер көндө машинаһы менән ферма янына килеп туҡтаны ла ферма мөдире Нәзирҙе саҡыртты.
− Абзый, күреп тораһың, яҙғы баҫыу эштәрен үткәрергә лә, мал аҙығы әҙерләргә лә бер ниндәй хәл юҡ, берәй 15 − 20 баш малыңды тапшырырға әҙерлә, − тине.
– Һуң, ҡустым, нимә тип әйтәйем, мал бөтөнләй бөтөүгә бара, хатта һуғыш ваҡытында ла бындай хәл булмаған бит. Бәлки, бер юлға райондан ярҙам һорап ҡара, һыйырҙарға теймәйек, − ҡарттың тауышы иларҙай булып сыҡты.
− Һин, абзый, был кәңәштәреңде үҙ яныңда ҡалдыр, колхоз өсөн район алдында мин яуап бирәм, ҡайҙан, ҡасан ярҙам һорарға үҙем беләм. Ә малдарҙы, көҙгә уңыш йыйғас, тоҡомлоһон, күп һөт биргәнен һатып аласаҡбыҙ, − тип эре генә яуап бирҙе йәш етәксе.
Әлбиттә, колхозда рәйестең бойороғон үтәп өйрәнгәндәр, был бойороҡ та үтәлде. Тик көҙгә лә, унан һуң да һыйырҙар алынманы, хәйер, уның ҡайғыһымы ни хужаларҙа, һораусы, талап итеүсе юҡ, алды, һатты, онотто. Фәнүзә төркөмөнән иң ҙур кәүҙәле, иң һимеҙ һыйырҙарҙы һайлап алдылар, әлеге лә баяғы быҙау сағынан ҡарап үҫтергән малдарҙы биреүе балаларҙы биреү менән тиң булды уға, ҡатын тағы саҡ сиргә һабышманы. Малдарын йәлләп, үҙенең яңғыҙ ҡартайыуына бойоғоп, өйөнә ҡайтҡас, бер түгелеп иланы ул. Шуға һаман төшөнөп бөтә алмай Фәнүзә − ни өсөн һуң ул ғүмер буйы ошо ауыр эштә эшләп, бер ҙә мандый алмай, шул ҙур булмаған өйө, бер нисә баш малынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ, ул ғына ла түгел, бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем эшләгән тракторсылар, малсылар ҙа уның хәлендә. Хатта ферма мөдире Нәзир ағай, үҙе әйтеүенсә, колхозда йылына 365 көн эшләгән, һөрөлөп бөтмәгән ер, килтерелеп бөтмәгән мал аҙығы өсөн йәнен-тәнен биргән бригадир Ниғмәт ағай ҙа шул уҡ хәлдә. Ә килеп, колхозда бер-ике йыл да эшләмәгән, уның матди байлыҡтарын түкмәй-сәсмәй ошо көндәргә килтереп еткереүҙә бер ҡатнашы ла булмаған кешеләр тиҙ генә хәлләнә һала ла, тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡарай. Ә инде эште алып бармағаны, колхозды бөлгөнлөккә төшөргәне өсөн улар ҙа, уларҙы килтереп ҡуйған кешеләр ҙә бер ниндәй яуап тотмай. Ябай колхозсыға, малсыға закон ҡаты, сирле тыуған быҙауҙар, сылбырына аҫылынып, йәки быҙаулай алмай үлгән һыйырҙар өсөн күпме малсы яуап тотто, хаҡын түләне – һанап бөтөрлөк түгел. Был тәртип бит етәкселәргә лә ҡағылырға тейеш − эшләй алмай эшенән бушат­ҡандар икән, ул китер алдынан халыҡ алдында йыйылышта яуап тоторға, килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Бына шул ваҡытта еңел-елпе йөрөгән бер көнлөк хужалар аҙыраҡ булыр, улар үҙҙәренең эшенә яуаплыраҡ ҡарар ине. Сөнки был яуаплы эште һәр кем алып бара алмай, был һәләт, бәлки, меңдән бер кешегә генә биреләлер. Ә бит күрше ауылдарҙа был эште һәйбәт кенә алып барған хужаларҙы ишетеп белә Фәнүзә. Уларҙа техника ла һатып бөтөлмәгән, мал да сағыштырмаса әҙ кәмегән, халыҡ та шаҡтай ғына эш хаҡы ала, үҙ тормошонан риза. Был хужалыҡтарҙа етәкселәр оҙаҡ йылдар эшләй, халыҡ менән бергә йәшәй, хужаһы ниндәй − колхозы ла шундай. Бына шундай уйҙар менән ике меңенсе йылдарға аяҡ баҫты улар. Яңы йыл, яңы быуат үҙенә лә, балаларына ла, ауылдаштарына ла яңы бәхеттәр, шатлыҡтар алып килһен тип теләне, өмөт итте. Шулай уҡ илгә яңы етәксе килеүе лә ҙур ышаныстар уятты, ниһайәт, тәртип урынлашыр, тип уйланы ул. Тик, илдә үҙгәрештәр башланһа ла, ауылға тиҙ генә килеп етмәне шул. Фермала мал кәмеүе дауам итте, шул уҡ ашатырға булмау, эскелек һәм башҡа тәртипһеҙлектәр артты ғына. Берҙән-бер көндө ферма мөдире Нәзир ағай уға былай тип һүҙ ҡушты:
− Һеңлем, һинең менән оҙаҡ йылдар бергә эшләнек, тырыш, тәртипле икәнеңде беләм, шуға күрә һиңә өндәшәм. Беҙҙең ферманан малдарҙы, ашатырға аҙыҡ булмау сәбәпле, күрше колхозға алалар, бында хужалыҡ кәрәк-ярағына 20 һыйыр ғына ҡалдыралар. Мин шул тапшырылаһы малдар­ҙы илтә барышам да башҡаса бында килеп тормам инде, фермала һуңғы һауынсы булып һине ҡалдырырға булдыҡ, әлегә уларға аҙыҡ етә. Ярҙамсы итеп малсы Барыйҙы ҡалдырабыҙ, икәүләп малдарҙы яҙға сығарығыҙ, ә яҙын инде үҙебеҙҙең өс ферманың малын бергә ҡушып, бер ферма яһар­ҙар. Мин инде ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән, һеҙгә хәҙер етәксе кәрәкмәй.
− Эй ағай, ошоно ла күрер көндәр бар икән, ниндәй гөрләп торған ферма юҡҡа сыҡты. Һәйбәт ваҡытта пенсияға сығып өлгөрә алманым, бәлки, был хәлдәрҙе үҙ күҙем менән күрмәһәм, ул ҡәҙәре йөрәгем янмаҫ ине, − тине, иларҙай булып, Фәнүзә.
– Маңлайына яҙылған яҙмышын йыймайынса, күрәсәген күрмәйенсә туҡтамай әҙәм балаһы, пенсияһына ла сығырһың, күп ҡалмаған бит инде һиңә, – тип йыуатырға тырышты мөдир.
Һыйырҙарҙы оҙатҡас, бушап ҡалған, елдәр уйнап торған ферманың бер мөйөшөндә генә ҡалған малдары янына көн дә үҙ ваҡытында ашығып килде ул, нисек тә уларҙы йылытырға, барлы-юҡлы аҙыҡты ашатырға, еткерергә тырышты Фәнүзә, малсы Барый менән икәүләп яланда ҡалған һаламды ла ташынылар, яҙға табан һыйыр­ҙар быҙаулай башлағас, бер-ике кешенән, көҙгә бирергә тип, ике кәбән бесән дә алып торҙолар. Шулай итеп, тағы бер яҙға аяҡ баҫтылар. Ул яҙ иртә, шаулап-гөрләп, йылы булып килде. Яҙ еткәс, мал тағы ла ҡырға сыҡты, башта ферма янында, унан арыраҡ китеп, былтырҙан ҡалған, әммә яҙ еткәс йомшарған кәүил үләнен ашаны, бер аҙ тын тарттылар.
Май урталары етеүгә идаранан хәбәр килеп төштө – Барыйға малдарҙы колхоздың үҙәге булып торған ауылдың фермаһына алып барып тапшырырға, унда бөтә ҡалған малдарҙан бер төркөм ойошторалар икән. Шулай итеп, йәмле май айының бер иртәһендә Фәнүзә Барыйға һыйырҙарҙы ҡыуышып алып китте, ауыл осона сығарышҡас, күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды. Һәр береһенең исемен әйтеп, күҙ йәштәре менән һаубуллашты ул һыйырҙары менән, улар менән күңеленең, йөрәгенең бер өлөшө киткәндәй булды, малдар Һарытал әрәмәлегенә инеп юғалғансы ҡарап торҙо ла торҙо. Яйлап ҡына өйөнә ҡайтты, тауыҡ-себешен ҡараны, һыуға барып килде, донъя мәшәҡәттәре менән бер аҙ күңеле баҫылғандай булды. Шулай көндәлек эштәр менән көн артынан көн, ай артынан ай үтте, малдарын оҙатып бер ай торғас та пенсияға сыҡты. Пенсияһы күп сыҡманы, нисек кенә булмаһын, эш хаҡы сағыштырмаса әҙ ине, етмәһә, һуңғы ваҡыттағы буталыштар, эш хаҡын йүнле түләмәүҙәр ҙә йоғонто яһағандыр, күршеһе – ғүмер буйы йүнләп эшләмәгән Сәлимәнән 1 − 2 мең һумға ғына артыҡ булды, ярай инде, ауыл ерендә тырыштырһаң, мал аҫраһаң, етә ул. Ул аҡсаны алып тотонорға, донъя көтөргә лә һаулыҡ кәрәк. Ә һаулығы һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡаҡшаны. Ғүмер буйы фермала еүештә, резина итек кейеп йөрөү үҙ ҡоһорон сығаралыр, аяҡ-ҡулдары һыҙлай, йыш ҡына йөрәге сәнсеп ауырта. Бер нисә тапҡыр дауаханала ла ятып сыҡты, әле лә медпункт­ҡа барып, укол, төрлө таблеткалар алып тора. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышты Фәнүзә, төп шатлығы − балалары һәр ваҡыт ҡайтып, хәлен белешеп тора, ейән-ейәнсәрҙәре менән гөр килеп йәшәреп китә ул, бөтә сирҙәре, һыҙланыуҙары онотола. Элек ҡарай алмаған телевидение тапшырыуҙарын ҡарай, китап-гәзит уҡый, донъялағы һәр яңылыҡ менән танышып барырға тырыша. Күрше-күләне лә һәр ваҡыт хәлен белешә, үҙе лә уларға инеп тора, ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә. Бына шулай көндәлек эштәр менән биш йыл ғүмер үтеп тә киткән. Бер көн ҡыҙҙары шылтырата:
− Әсәй, оҙаҡламай, бер айҙан юбилейың килеп етә, әҙерләнеберәк тор, бөтәбеҙ ҙә ҡайтып, бергәләп матур итеп үткәрербеҙ.
ҡыҙҙары менән һөйләште лә әҙерләнә башланы Фәнүзә, бөтә ихата тирәһен тәртипкә килтерҙе, ҡапҡа-ҡоймаһын матур итеп буяны, былай ҙа таҙа, бөхтә өйөн тағы ла бер тапҡыр йыйыштырып сы­ғар­ҙы. Тыуған көнө килеп еткәс, иртән иртүк малдарын көтөүгә сығарҙы ла, матур итеп кейенеп, ҡунаҡтар көтә башланы. ҡыҙҙары, төштән һуңғараҡ, балалар уҡыуҙан сыҡҡас, ҡайтабыҙ, тип шылтыратҡайны инде. Шуға ул сәғәт 11-ҙәрҙә ашын һалып ебәрҙе, ҡыҙҙары ҡайтырға иртәрәк булһа ла, күҙен тәҙрәнән алманы, һәр машинаны күҙҙәре менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалды. Тағы ла кемделер көтә ине үҙенең 40 йыл ғүмерен биргән фермаһына, малдарына аҙаҡҡа тиклем тоғро ҡалған һауынсы, колхозынан вәкилдәр килеп ҡотлар, йылы һүҙҙәр әйтер, тип өмөтләнде. Ләкин оҙон көн кискә ауышты, ҡыҙҙары, балалары ҡайтты, ҡунаҡтар йыйылды, килеүсе лә, шылтыратыусы ла булманы. Фәнүзә эсе бошҡанын һиҙҙермәҫкә тырышты, бара-бара үпкәһен онотто, ҡунаҡтар менән мәж килеп байрамдың уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Икенсе көнөн бер аҙ ял итеп, табынды йыйыштырып алғас, балалары китергә йыйынды. Ни эшләй­һең, уларҙың үҙ донъяһы, үҙҙәренә − иртүк эшкә, балаларына уҡырға барырға кәрәк.
ҡунаҡтарҙы оҙатып ике көн үтеүгә, ваҡ-төйәк эштәрен бөтөргәс, ниңәлер аяҡтары ферма яғына тартты. Нисә йыл ғүмерен ошо юлда йөрөп уҙғар­ғас, уға был юлдың һәр бер соҡоро, һәр ташы таныш ине, урамда осраған кешеләр йылмайып сәләм бирә, хәлен һораша, өйҙә ятҡансы, шулай сығып ураһа, зиһене асылып, күңеле күтәрелеп ҡайта уның. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта йыш йөрөй ул ферма янына, ҡыш көндәрендә ҡар ярып, йәйен ҡуйы үлән араһынан ул яҡҡа йөрөгән ҡатынды күреп кешеләр аптырап та ҡуялыр, моғайын. Бөтә ғүмере, йәшлеге шунда үткәс, аяҡтары шул яҡҡа тартып тик тора шул. Күпме иҫтәлекле, ҡәҙерле урын һаҡлана бында. Ана, ул Әхмәт менән беренсе тапҡыр танышҡан «һөт блогы» тип аталған бина. Фермаға машинала һөт тапшырырға ебәрелгән Әхмәттең үҙе ситтә йөрөп ҡайтҡансы үҫеп буй еткергән Фәнүзәгә шунда уҡ күҙе төштө.
Егет ҡыҙға нисек тә иғтибар билдәләре күрһәтергә тырышты, ул дежур көндә ауыр феләгәләрҙе күсереп ташышты, һыу килтерҙе һәм башҡа бик күп эштә ярҙам итеште. Ағымдағы эштәр бөткәс, иңгә иң терәп йәйге йылы кистәрҙе бергә уҙғарҙы улар, йондоҙҙарға ҡарап, киләсәккә пландар ҡорҙолар, өйләнешеү тураһында ла шунда һүҙ ҡуйыштылар. Ул бинанан алыҫ түгел «ҡыҙыл мөйөш» урынлашҡан. Эштән һуң унда инеп сәй эсәләр ине, хатта бер ваҡыт телевизор ҙа ҡуйып алдылар, уны ҡарарға ваҡыт бик булмаһа ла, барыбер бүлмәгә йәм биреп ултыра ине. Ул бинала күпме йыйылыш уҙғарылды, маҡтау һүҙҙәре менән бергә тәнҡит һүҙҙәре лә күп әйтелә ине. Уртаҡ фекер алышыуҙар ҙа була торғайны, бүлмәнең стеналары төрлө күргәҙмә материалдар, көндәлек эште күрһәтеүсе стендтар менән тулы ине. Көн һайын таң менән асып ингән төп мал һарайы − ошо оҙаҡ эш дәүерендә ниҙәр генә күрелмәгән дә, ниҙәр генә кисерелмәгән. Ферма янына килеү менән хәтирәләр күңелдә береһе артынан береһе яңырып ҡына тора.
Ләкин бөгөн икенсерәк килеп сыҡты. Фәнүзә ниндәйҙер йөк машиналары, крандарҙы күрҙе, сит кешеләрҙең мыжғып йөрөгәне күҙенә салынды. Яҡыныраҡ барһа, был кешеләрҙең дөбөр-шатыр килтереп ферманы һүтеүен күрҙе.
Үҙе ышанмаһа ла, күңеле ышана ине кисәге һауынсының, бына бер заман һәйбәтләнеп китер ҙә, фермаға малдар кире ҡайтыр, ауыл элекке тормошо менән ҡәҙимгесә йәшәй башлар, тигәнгә. Яҙмаған икән... Оло машиналар плиталар, иҫке кирбестәр менән уның өмөттәрен дә тейәп алып киткәндәй булды, ҡатын әкрен генә боролоп ҡайтыр яғына ыңғайланы. Күктә ҡояш ялт итеп торһа ла, һыуытып ебәргәндәй тойолдо, кейемен ҡымтыбыраҡ эләктереп, үҙенең ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы ла уйҙарға бирелде.
Әлбиттә, ферма бөткәнгә хәҙер биш-алты йыл, халыҡ эшһеҙ йәшәргә өйрәнде инде, хатта бөгөндән килеп эш тәҡдим итһендәр − эшләргә кеше табыуы ауыр буласаҡ. Йәшерәктәр, тырышыраҡтары, ҡыйыуыраҡтары ҡалаға, Себер яҡтарына юлланды. Уңышлы ғына эшләп, ауылға «иномаркалар» менән ҡайтып йөрөгәндәре лә байтаҡ. Ләкин күпселек халыҡ барыбер ауылда ҡалды, мал үрсетеп, баҡса үҫтереп көн күрә улар, ҡайһылары һөт-ҡаймаҡ менән Өфө баҙарына ла йөрөй, арыу ғына табыш алалар, тип һөйләйҙәр, хатта күрше ауылда бер ғаилә ошолай итеп эшләп йөрөп ике ҡатлы өй ҙә һалып ята, тиҙәр. Ләкин бөтә кеше лә былай итеп йөрөй алмай шул, һаулыҡ, үткерлек тә, тырышлыҡ та кәрәк был шөғөлгә. Күпселек халыҡ шәхси хужалығынан килгән килеменә йәшәүен дауам итә, бындай тормош менән әллә ни хәлләнеп китмәһәң, дә ауылда осто-осҡа ялғап йәшәргә була. Хәҙер ярты ауылдан күберәк пенсионерҙар, пенсияны хөкүмәт ваҡытында түләй, быныһы ла халыҡҡа ҙур бер йәшәү сығанағы булып тора. Шуға шатлана Фәнүзә. ҡайһы берҙә райондан, ауыл советынан килеп, халыҡты клубҡа йыйып, ер алығыҙ, үҙ эшегеҙҙе булдырығыҙ, тип өгөтләп китәләр, ләкин быныһы ла һәр кемдең ҡулынан килерлек эш түгел шул. Ана, уларҙың ауылынан Буранбай ер алып, үҙенең эшен башлағайны, был эштең нисек ауыр барғанын күреп тора Фәнүзә: әле техникаһы етмәй, әле яғыулыҡ юҡ, йә орлоҡ еткереп булмай − ер эшенең ауырлығын ерҙә эшләгән кеше генә белә. Йылдың нисек килерен дә алдан әйтеп булмай. Шулай ҙа тырыша, алға бара егет. Уның киләсәгенең өмөтлө булыуына ышана Фәнүзә, хәҙер шундай кешеләр заманы килде.
Үҙенең «һуңғы һауынсы» тигән ҡушаматына тыныс ҡарай Фәнүзә. Ер йөҙөндә кеше күпме йәшәй − шул ваҡытҡа тиклем һауынсылар булды һәм буласаҡ, ул оператор йәки бүтән исем менән аталамы − эштең төп асылы барыбер элеккесә ҡаласаҡ. Был эш донъялағы иң изге эштәрҙең береһе − кешелекте аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, шулай итеп, йәшәү сығанағы булдырыуға ҡайтып ҡала. Ләкин улар заманындағы кеүек бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем ауыр ҡул хеҙмәте менән эш иткән, шул эштә һаулығын юғалтҡан һауынсыларҙың ысынлап та һуңғыһы булыуын теләй Фәнүзә. Әйҙә, килер быуын һауынсылары яҡты, таҙа, хәҙерге заман биналарында эшләһен дә, аҡ халаттар, туфлиҙар ғына кейеп йөрөһөн. Бындай эш уларға ҡыуаныс та, һәйбәт эш хаҡы ла килтерһен, тип теләй Фәнүзә һәм бының шулай булырына бер тамсы ла шикләнмәй. Бына шулай уйланып ултырып төш еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, аҡрын ғына аяҡтарын яҙып тышҡа сыҡты ул. Төнө буйы быҫҡаҡлап яуған ямғыр туҡтаған, һыуытып, ҡар яуа башлаған. Күпме генә ваҡыт эсендә бөтә донъя аҡлыҡҡа төрөнгән, тирә-яҡ иҫ киткес матур ине. Алыҫта ағарып күренгән Ярыш тауы, киң туғайҙар, улар янынан аҡҡан кескәй йылға – бөтәһе лә тынып ҡалған, йәмле йәй, алтын көҙ уҙғанын һиҙә улар. Әкренләп, үҙ ҡәҙерен белеп кенә ҡышҡа әҙерләнәләр.
Шулай ҡышҡы аҡлыҡҡа, тәбиғәткә оҙаҡ ҡарап торҙо ҡатын, шул ваҡыт бер аҙ башы әйләнеп китте, иртән күргән төшөн яңынан күргәндәй булды Фәнүзә. Ана, ул йүгереп барып, киң ялан тултырып килгән һыйырҙарын ферма яғына борор­ға тырыша, ләкин улар беренсе тапҡыр уны тыңламаны, һаман да шул зәңгәр болондарға, туғайға ҡарап барыуын дауам итте. Аптырап, үҙе лә шул малдар артынан эйәрҙе, эйәрҙе лә, ошо көтөү менән бергә аҡ томандар эсенә инеп юғалды…
Рауил ДӘҮЛИЙӘРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)