RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бабич рухлы шағирәләр Майҙанға сыҡты

08.03.2013 Бабич рухлы шағирәләр Майҙанға сыҡты

Бабич рухлы шағирәләр Майҙанға сыҡты
Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Наҙлы йөрәк серен асҡанда” исемле шиғриәт кисәһе үтте
Сәхнәлә Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары, таныл­ған шағирәләр Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ ҡотоева, Лариса Абдуллина наҙлы, ялҡынлы шиғырҙарын уҡыны. Кисәнең авторы – сәсәниә – Розалия Солтангәрәева, сценарий авторы – шулай уҡ Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Зөһрә Бураҡаева, режиссеры Сулпан Асҡарова булды. Байрамды ойоштороуҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте лә ҡатнашты.
Бына шундай аҫыл гүзәл заттарыбыҙ майҙан­ға сығып, ҡор йыйып, наҙлы йөрәк серҙәрен асҡанда, нисек күңел тетрәнмәһен дә, уй-зиһендәр яҡтырып китмәһен? Түҙемһеҙләнеп көттө тамашасы был кисәне. Моң, мөғжизә, сафлыҡ сорналасағын белеп килде ул. Сөнки биш шағирәнең ижады күптәргә яҡын, танһыҡ. Юҡҡа ғына биш йондоҙға тиңләмәнеләр уларҙы. Шиғырҙары йондоҙ кеүек ем-ем итеп баҙлап тора бит, ә нурҙары күңел ҡараңғылығын тарата, маяҡ һымаҡ янып, хаҡ юлдан тайпылмаҫҡа ярҙам итә.
ҡатын-ҡыҙ ауазы ағыҙған шиғри һүҙ. Ниндәй яғымлы, нескә, тәрән ул. Күҙҙәреңде әкрен генә йомаһың да, ошо моңда гиҙәһең, бәүеләһең. Бына алдыңа бала саҡ килеп баҫа, тыуған яҡ үҙенә саҡыра, бына тәүге мөхәббәт кисерештәре уяна… Шағирәләребеҙ һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғырай. Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, Гөлдәр Ишҡыуатова, «Тамыр» балалар студияһы һәм башҡа йырсылар сығыш яһай. Һин ысынбарлыҡҡа ҡайтҡандай булаһың, тик күңелдәге тантана көсәйә генә бара. Бына Илшат Мөслимов скрипка моңон яңғырата һәм йәнә шиғри һүҙ ағыла. Тағы ла күҙҙәреңде йомаһың, зиһен алыҫҡа, бейеккә осҡандай була. ҡапыл сәхнәгә Бабич үҙе килеп сыға. Был Урал Әминев Бабич бейеүен башҡара. Шиғри һүҙҙең етеҙлеге, тапҡырлығы ошо бейеүҙә сағыла кеүек. Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо, оран булып яңғыраған шағирәләр һүҙе боронғо хәтерҙе уята, һалҡынайған рух усағына осҡон сәсеп ебәрә.
Шағирә ҡатын-ҡыҙҙар. Әй­терһең дә, ил әсәләре баҫҡан сәхнәгә. Халҡын хаҡлыҡҡа саҡыр­ған сәсәниә ҡатындарға ҡарап һоҡлана тамашасы һәм күңелдәр изге тойғолар менән тула. Кисә күптән тамам, ә йәнең, уйың һаман ҡайҙалыр алыҫта гиҙә. Наҙлы йөрәк серен асҡанда ла йөрәктән сыҡҡан шиғри һүҙ тылсымы мәңге үҙенең серлелеген һаҡлар.

Әйткәндәй
«Хәмзә» мәсете имамы Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов шағирәләрҙең йыйынтыҡтарын баҫтырып сығарыуҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Билдәле булыуынса, Хәмзә хәҙрәттең үҙ мәрхәмәтлек фонды бар.

ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
− Бөгөн сәхнәгә сыҡҡан биш шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова кеүек шағирәләрҙе иҫкә төшөрҙө. Таңһылыу ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева быуыны бар. Ә бына кисәлә сығыш яһаған шағирәләр – үҙе бер быуын. Уларҙың үҙ тауышы, үҙ йөҙө бар. Көс-дәрттәре, илһамдары ташып тора. Сабып барған атты ла туҡтатырлыҡ бит улар, янғын сыҡҡан йортҡа ла инеп китеүҙәре ихтимал. Бына ошо хаҡта уйлап, һөйөнөп алдым.

Зәки ӘЛИБАЕВ, филология фәндәре кандидаты, әҙәби тәнҡитсе:
− Кисәлә Бабичтың тауышы, моңо яңғыраған һымаҡ булды. Шул уҡ ваҡытта һәр шағирәнең әйтер үҙ һүҙе бар. Әҙәбиәттә ижадтарын танытҡандар, лайыҡлы урын алғандар. Тамашасыларҙың күп булыуы ошоно раҫлап тора. Шағирәләр ижадтары менән ил, тел яҙмышын үҙ иңдәренә алған. Йылдан-йыл китаптар сығарып, ошо йөктө күтәрә киләләр.

Тәнзилә БИКБАЕВА, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
− Шағирәләрҙең ижадын бик яратам, матбуғатта шәлкемдәрен, китаптарын көтөп алам. Бөгөн үҙ тауыштарын ишетеүемә үтә лә шатмын.

М. ИҡСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)