RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Табип күптәнге пациентын осрата.
– Һаумыһығыҙ, һеҙ бик яҡшы күренәһегеҙ. Сей ярағыҙ (язва) ни хәлдә?
– Йәйгелеккә әсәһенә китте.
* * *
Никах – ул насар тәртибең өсөн азатлыҡҡа сығарып ебәрә торған төрмәнең берҙән-бер төрө.

* * *
– Бындай һауаны һеҙ нисек һулайһығыҙ?
– Ә беҙ уны эскә һурмайбыҙ бит!..

* * *
Сираттағы ғауғанан һуң, ир:
– Өйҙә кем хужа: һинме, минме? – ти.
– Мин, – тип ҡысҡыра ҡатыны.
– Ярай, ярай, тыныс­лан, – ти ир әкрен генә. – Мин бит юрый ғына һораным.

* * *
ҡатын һәр көн иҫерек ирен һүгә:
– Зыяратҡа барып ҡара, күпме кеше эсеп үлгәнен күрерһең, ис­маһам.
Икенсе көндө ире тағы эсеп ҡайта һәм:
– Зыяратҡа барҙым, ҡараным, күрҙем, бөтәһенә лә «ҡатынынан», «Балаларынан», «Коллега­ларынан», «Ата-әсәһенән» тип яҙылған. Береһенә лә, араҡынан үлгән, тип яҙылмаған, – ти.

* * *
Иғлан.
«Аҡса. Күп һәм тиҙ. Залогһыҙ һәм яуаплылыҡты өҫтөнә алыусыһыҙ. Алам».

* * *
ҡатын диванда телевизор ҡарап ята. Ир аш бүлмәһендә нимәлер эшләй. Бер аҙҙан ул:
– ҡәҙерлем, аш бешеп сыҡты, итте ҡасан һалыр­ға? – тип ҡысҡыра.

* * *
– Атай-әсәйем, олатайымдың атаһына оло хөрмәт күрһәтеп, уның исемен миңә ҡушҡан. Ә хәҙер бөтәһе лә минән көлә.
– Исемең нисек һуң?
– Прадедушка.

* * *
– Алло! Был психиатрия дауаханаһымы? Бында бер кешегә көтмәгәндә шул тиклем яҡшы булып китте.
* * *
– Илгиз улым, яңы уҡытыусығыҙ нисек, һәйбәтме?
– Бик һәйбәт, өләсәй, бик һәйбәт. Бер ай эсендә инде дүртенсе тапҡыр ауырый.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)