RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИЛ ЭСЕНДӘ ДАН АЛҒАН ИЛ ТЫШЫНДА ҺАН АЛҒАН!

01.03.2013 ИЛ ЭСЕНДӘ ДАН АЛҒАН ИЛ ТЫШЫНДА ҺАН АЛҒАН!

Шунан инде ша­ғир­ға ҡушылып:
Бала сағым ҡаҡ санала
Шыуып үтте ҡыялап,
Әллә ҡайҙа һуҡмаҡтарҙа
Көтәлер ул ҡуян-ат...

Бөтәһе лә ауылымда
Кисә генә булған төҫлө.
Һәр бер көнөн туҫтағыма
Еләк итеп йыйған төҫлө, –
тип әйтергә генә ҡала.
Поэмаһында С. Әлибай беҙҙе ҡуян-атлы малай сағының үҙе менән дә осраштыра. Дөрөҫөрәге, ул үҙенең булмышына бала сағы күҙлегенән баһа бирҙерә. Бының өсөн шағир әҫәренә шартлы рәүештә малай образын индергән. Ул малай Сафуан үҙе кескәй сағында нисек һөйләшкән, шул һөйләштә һөйләшә. Тимәк, уның теле үк авторҙың үҙ бала сағын хәтерләтеү сараһы хеҙмәтен башҡара. Шағирҙың: “ҡуян-атлы бала саҡҡа Юҡ та һымаҡ хыя-нат”, – тигәне менән ризалашмай шул шуҡ малай. Ана ни тип яуап бирә ул:
Телеңә биҙәлмә инде,
Һуңдап ҡайттың, юғалдың.
Ишшу яҙмаҫ һүҙ һөйҙәйһең,
Ауыҙыңдан жил алһын.
“Мин” исеменән һүҙ алып барған шағирҙың ауылда гәзит, китап баҫтырып булмауын әйтеүен, шуҡ малай, “һуңдап ” ҡайтыуы өсөн уның аҡланырға маташыуы тип кенә белә һәм уны ирештергәндәй итеп:
Ә беҙҙә бит ҡаҙ-үрҙәктәр
Күкәй баҫа яҙ һайын,
Китап баҫмай, –
тип яуаплаша.
Бәләкәй Сафуан ролен шул шуҡ малайға туғарып, шағир үҙенең бала саҡ хәтирәһен һөйләп кенә сығыу хәүефенән ҡотолған, уны йәнле итеп биреүгә ирешкән. Хатта ки оло Сафуандың кескәй сағына хас отҡорлоғо, тапҡырлығы уның үҙенә ҡаршы сығып:
Бала сағың һинең, быуай,
Ауылыңда ҡаласаҡ,
ҡ а л а с а-с-а-ҡ! –
тип, уны албырғатып, яуапһыҙ ҡалдырыуы ла шул маҡсатҡа яраҡлаштырылған.
Юрамал ғына бала-саға роленә инә белеү, тирә-йүнде улар күҙе менән күрә алыу һәләте Сафуан Әлибайға, ғөмүмән, тәбиғи. Быны уның яратҡан алымы тиһәң дә, хата булмаҫ. Шуға ла уның шиғырҙарында Күк йөҙө – бары зәңгәр бишек кенә, ҡояш – шул бишектә йылмайып ятҡан сабый ғына.
Күк йөҙө – зәңгәр бишектә
ҡояш бер сабый ғына.
Ул йылмайып ҡарап ҡына,
Тәгәрәп ята уйнап.
(“ҡояш”).
Бындай күреп ҡарау (урыҫ быны видение тиер ине) һәләтенә ирешеүсе артында үҙен инде ҙур кеше – апай йә ағай тип иҫәпләүсе бала күҙалланыуына төшөнөүе ҡыйын түгел.
Юлайҡан шуны ла әйтеп үтәйем. Бер үк күренеште төрлө бала үҙенсә күрә, үҙенсә баһалай. Шул беҙгә, өлкәндәргә, бик тә уңышлы табылған үҙенсәлекле образлаштырыу алымы кеүек тойола. С. Әлибай бала-сағаның был һәләтен дә оҫта эләктереп алыусан. Быны уның шиғырҙарында йыш ҡабатланыусан ҡояш һәм Ай образдарының төрләнеше миҫалында ла күҙәтергә була. Хеҙмәттең ни икәненә төшөнгән бала күҙлегенән ҡояш көнө буйы эшләп, тиргә батҡан кешене (моғайын, атайҙы) хәтерләтә.
Көн буйына нур ҡойғанға,
ҡояш, ахыры, тирләп бөттө.
Ямғыр яуғас, битен йыуып,
Йәйғор-һөлгө менән һөрттө.
(“ҡояш менән ай”).
Ә ҡыйырсыҡ Ай – ҡояшҡайҙың күктә тороп ҡалған түбәтәйе генә. Әйтерһең, көнө буйы эштә тир түгеп, балалары янына ҡайтырға ашығыуы сәбәпле, атай кеше баш кейемен эш ерендә онотоп ҡалдырған. Икенсе осраҡта Ай – бары һары ҡауын ғына. Күктәге йондоҙҙар иһә – унан һибелгән орлоҡтары.
Ай – өлгөргән һары ҡауын,
ҡап-урталай бүленгән.
Орлоҡтары йондоҙ булып
Күк йөҙөнә һибелгән.
(“Ай”).
Бала күҙлегенән Сафуан Әлибайҙың шиғырҙарында юлбарыҫ – бесәй генә (“Ғәжәп бесәй”), зебра – буй-буй таҫма менән биҙәлгән ат (“Зебра”) һ.б.
Йәнһеҙ тәбиғәттең серенә төшөнөргә тырышыуҙары, уны йәнләндереп күҙ алдына килтереү һөҙөмтәһендә бала-саға төрлө әкәмәтле комик ситуацияларға ла юлығып ҡуйғылай. Ундай хәлдәр ҙә Са­фуандың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Атаһы: “Һауа керһен”, – тип ишекте асып ҡуйғас, кескәй Салауат ишектән күҙен алмай. Инеүсе күренмәгәс:
– Ниңә һауа һаман кермәй,
Әллә инде ишетмәй? –
тип ҡуя (“Уйнар инем...”). Сөнки һауаны ул бергәләп уйнарлыҡ бер йәнле зат тип күҙ алдына килтергән.
Салауатты һауаның ишетмәүе аптыратһа, Айгөлдө иһә бала-сағаны ғына түгел, өлкәндәрҙе лә, хатта ғалимдарҙы ла аптыратмалы һорау борсой. Көнө буйы һыу ташығанда:
– ҡоҙоҡтоң төбө тәрәндә –
Ерҙең аҫтында ята.
Ер аҫтында һыу б-и-и-к күп, – тип,
Әсә ҡыҙға аңлата.
Тәүҙә ҡоҙоҡта һыу кәмемәүенә башы ҡатҡан Айгөл өсөн был яуап башватҡыс булып тойола һәм ул:
– Аҫта, – ти, – һыу бик күп булғас,
Ер нисек ағып китмәй?
Шағирҙың, ҡарамаҡҡа, бер ҡатлы ғына фекер йөрөтөүсе кеүек тойол­ған героиняһы, үҙе лә һиҙмәҫтән, бына шулай ғалим ағайҙар ғына аныҡ яуап бирмәле глобаль һорау ҡуя.
Бала-саға булып әпәүләп һөйләмәйенсә генә, улар теле менән һөйләшә белеү, тирә-йүнде улар күҙе менән күрә алыу, үҙҙәре өсөн асыш яһауҙарына иғтибар итеү һәләтенә эйә булыуы С. Әлибай шиғырҙарын тәбиғи рәүештә юмор пафослы итә.

Юмор, тигәндән

Сафуан Әлибай юмор эффектын тыуҙырыуҙың төрлө сараларын ҡуллана белә. Башҡа шиғырҙарындағы кеүек үк, юмористик әҫәрҙәрен дә шағир тәрбиәүи һәм танып белеү, хатта физик һәм физиологик күнекмә маҡсатына яраҡлаштыра. Һуңғыһына бер миҫал. Йыш ҡына бала-саға өндәрҙе дөрөҫ әйтә алмай ыҙалана. Бындай саҡта уларға телкөрмәлдергестәр тәҡдим ителә. Әгәр ҙә телкөрмәлдергес рифмаға ҡоролған булһа, балалар уны еңелерәк үҙләштерә. “ҡарға менән ҡашҡар” шиғырын С. Әлибай шуны иҫәпкә алып яҙғандай тойола:
ҡарға ҡарҡылдағанға,
ҡат-ҡат тышҡа ҡараным.
ҡашҡар тапҡан ҡалъяға
Күҙе төшкән ҡарғаның.
“ҡар ҙа ҡар”, – тип ҡарҡылдап,
ҡарға бушҡа ҡарғаны –
ҡашҡар ҡарап ҡалманы.
Сафуан Әлибайҙың бала-сағаға тәғәйен шиғырҙарының ҡайһы бе­р­ҙәре тапҡыр яуап менән тамам­ланыу­сы диалогтарға йә комик си­туацияларға ҡоролған көләмәстәрҙе хәтерләтә. Өләсәһенең:
– Көн буйы һыуҙан сыҡмайһың,
Йөҙәһең өйрәк кеүек, –
тип шелтәләүенә теле тик тормаҫ Юлай былай тип яуап бирә:
– Һи, өйрәктән арттырам мин, –
ти.
Юлай әйтә шаяртып. –
Белмәй бит ул, минең кеүек,
Йөҙөргә салҡан ятып.
(“Өйрәк һымаҡ”).
“Муйнаҡ” шиғырының геройы үҙе башына үҙе ҡаза килтермәле ситуацияға тарый. Ә ул ситуацияның тыумышына ул үҙе сәбәпсе була. Ул әҫәрҙе уҡығанда, ирекһеҙҙән, “Үҙеңдеке – үҙеңә яу”, “Ахырын уйламай ҡылған эш хәйерһеҙ була” тигән мәҡәлдәр хәтергә килә. Шулай итмәй һуң. Бер малай Муйнағын эҙ табырға өйрәтә. Уныһы был тәңгәлдә шул тиклем оҫтара, хатта эйәһе дәфтәренең “икеле” һуғылған битен, ата-әсәһе күрмәһен өсөн йәшереп киткәс, уны табып алып ҡайта. Бына шулай малайҙың йүнләп уҡымауын да, мутлығын да фаш итә. Шулай итеп, комик ситуация был осраҡта юмор эффекты менән генә сикләнеп ҡалмай, сатира төҫөн ала. Ошо фекер тыуыуға, әлеге мәҡәлдәр, әкиәттәге кеүек, күҙ асып, күҙ йомғансы хәтерҙән юйылып, улар урынын “Яҙыҡ эш – башыңа ҡаҙыҡ эш”, “Яҙыҡ эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер” тигәндәре алғандай була. Тимәк, эш этте эҙтабар итеп әҙерләүҙең зарарлы булыуы ихтималында ғына түгел. Быға мәктәп уҡыусылары ла төшөнәсәге – көн кеүек асыҡ.
“Атаһының хатаһы”, “Икеһеҙ саҡ”, “ҡасты” ише шиғырҙар ҙа, асылда, сатирик көләмәс сюжеттарына ҡоролоп, “Муйнаҡ” шиғыры кеүек үк, ҡайһы бер уҡыусыларға хас мутлыҡтарҙы фашлай. Улар шул “сир”ҙән ҡотолорға булышыусы дауа рецебы кеүек итеп тәҡдим ителгәндәй тойола. Уларҙа ла комик эффект персонаждың үҙ-үҙен фашлауы ярҙамында тыуҙырыла. Тәүгеһенә генә иғтибар итәйек. Кисә генә дүртенселә уҡыусы бөгөн бишенсе класҡа күсеүенә ҡыуанып бөтә алмаҫҡа тейеш кеүек. Ә бына Ваһап өсөн был үҫеше, киреһенсә, ҡайғы ғына. Ни өсөн тигәндә:
Бишенсегә күсеп, – ти ул, –
Башты харап иттем генә;
Мәсьәләне кем һуң сисер,
Атай бөткәс дүртте генә.
Бына шулай Сафуан Әлибайҙың юмористик йә сатирик шиғырҙарының геройҙары бала кеше булһа ла, уларҙың мутлығы ғына фашланып ҡалмай, өлкәндәргә лә тәнҡиттән өлөш эләккеләй. Был иһә шағирҙың бер атҡанда, бер нисә сәпкә тигеҙә алыусы мәргән уҡсы кеүек эш итеү һәләте хаҡында һөйләй.

Сафуан Әлибай
шиғырҙарының танып белеү әһәмиәтенә эйә булғаны

Шағирҙың бер атҡанда бер нисә сәпкә тигеҙә алыусы мәргән уҡсы кеүек эш итеү һәләте быға тиклем телгә алынған шиғырҙарының күпселегенә хас. Хатта балаларҙың һәр нәмәне үҙҙәренсә атауы хаҡындағы шиғырҙарын да шундайҙар иҫәбенә индерергә була. Ни тимә, шул һүҙҙәрендә үк бала-сағаның тирә-йүнде танып белергә ынтылыуы, бермә-бер “асыш яһарға” ынтылыуы сағыла. Шағирҙың “Сәпсек”, “Өкө”, “Һайыҫҡан”, “ҡоралай”, “Болан” ише шиғырҙарынан – ҡош-ҡорт һәм “Имән”, “ҡарағай”, “Уҫаҡ” кеүектәренән ағас төрҙәре, төрлө үҫемлектәр хаҡында бығаса бала-саға үҙҙәре белгәндәре өҫтөнә өҫтәмә мәғлүмәт ала. Мәҫәлән, “ҡоштар ҡайтты” ишеләре уҡыусы балаларҙа фенологик күҙәтеүҙәр алып барырға ҡыҙыҡһыныу уятмалы. Илгиз тигән малайҙың:
“ҡайһы ҡош ҡасан ҡайта
Беҙҙең тыуған яҡтарға?” –
тигән һорауы ла, уның үҙе ишеләргә төбәлгәнлеге лә шуны ҡеүәтләй. Өҫтәмәләр, биологик, фенологик юҫыҡта булыуҙан бик, ҡош-ҡортто, ағастарҙы һәм башҡа үҫемлектәрҙе тыуған еребеҙҙең өлөшө, матурлығы тип күрергә, эстетик яҡтан баһаланышта яңынан асырға форсат бирә.
Балалығы һуғыш осорона тап килгән, аслыҡ-яланғаслыҡтың ни икәнен уҡып йә ишетеп түгел, үҙ яҙмышында кисереп үҫкән быуын кешеһе булараҡ, ир етеп: “ҡайһы саҡта һыныҡ икмәк Байрам булды бер кискә” (“ҡуян-ат”), – тип яҙған шағир булараҡ, Сафуан Әлибай һәр ваҡыт икмәкте изге ризыҡ тип иҫәпләргә саҡыра. ҡарамаҡҡа, “Кем нимә ярата?” шиғыры әлегәсә һүҙ барған темаға тағы бер миҫал кеүек кенә. Ысынлап та, унда йорт хайуандарының ҡайһыныһы нимә менән туҡланырға яратыуы хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Ләкин шағир бының менән генә сикләнеп ҡалмаған. Һүҙҙе мал-тыуар ҙа, йорт ҡоштары ла, маъмайҙар ҙа, кешеләр ҙә ярат­ҡан уртаҡ ризыҡ юҫығына бороуға өлгәшкән. Ул ни тиһәң, әлеге лә баяғы изге ризыҡ – икмәк, әлбиттә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорттоң һәр төрөнөң үҙ аҙығы барлығы хаҡында әйткәндән һуң, икмәкте улар ҙа, ғаиләнең һәр кеме – олоһо, кесеһе лә берҙәй яратҡанын билдәләп, шундай һығымта яһап ҡуя:
Бына инде күрҙегеҙме,
Икмәк ниндәй хикмәтле!
Шулай булғас, нимә кәрәк?
– ҡәҙерләргә икмәкте!
– ҡәҙерләргә икмәкте!
“Сәйәхәттә”, “Аҡ ҡайын зары” шиғырҙары иһә тыуған яҡ тәбиғәтен өйрәнеүҙе хуплау, ләкин уға хужаларса ҡарарға өндәү рухында яҙыл­ған. Сөнки тәбиғәт ҡуйынына сығып, уның матурлығына, уңайлығына һоҡланыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре ағасҡа сөй ҡаға, ботаҡтарын һындыра, ер ҡаҙып, уның тамырҙарын өҙә, шишмәнең һыуын маҡтай-маҡтай эсә лә унда сүп-сар түгеп китә. Шуға ла яралы ҡайын:
Йәштәрем тама,
Тәндәрем һыҙлай.
ҡайһы яҡтан һуң
Килгәндәр шулай, –
тип илай. Гүзәл тыуған еребеҙҙең матурлығын әҙәмдәрсә ҡәҙерләй белмәүселәргә бәддоға мәғәнәһенә эйә ҡайын илауы (“Аҡ ҡайын зары”).
Шағир бына шулай тыуған тәбиғәтте танып белеү менән уға вәхшиҙәрсә ҡарау араһында бер уртаҡлыҡ та булмауын төшөндөрә үҙенең кескәй уҡыусыларына. Шуға ла ошондай тәбиғи матурлыҡты ишәйтеү теләгенән баҡса үҫтереүсе балаларҙың тырыш хеҙмәтенә ҡыуана. Шул ҡыуанысынан уларҙы әкиәттән таныш исемдәр менән нарыҡлай: ер ҡаҙыусыны Таубатыр тип, ағас ултыртыусы – Урманбатыр, орлоҡ сәсеүсене – Гөл батшаһы, һыу ташып баҡсаны һуғарыусыны Һыуһылыу тип таныта (“Хайран ҡалдым”).

Жанрҙар төрлөлөгө

Был бүлексәнең темаһын ентекләп асыу өсөн мәҡәлә сиктәре тар, әлбиттә. Сөнки ул үҙе бер махсус күҙәтеү яһауға дәғүә итә. Бында бары ҡыҫҡаса мәғлүмәттәрҙе теркәү менән генә сикләнергә тура килә.
Сафуан Әлибайҙың “Һайланма әҫәрҙәр”енең бала-сағаға тәғәйен 2-се томы жанр төрлөлөгө менән дә айырылып тора. Унда, ҡәҙимге шиғырҙарҙан тыш, мәҫәлгә тартҡан әҫәрҙәр ҙә, шиғри йомаҡтар ҙа, әкиәттәр ҙә бар. Уның күп кенә шиғыры үҙенән-үҙе көй һорап тора. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. БДУ-ла беҙҙең уҡыу төркөмөнөң ике һандуғасы булды. Береһе Ғафури егете Рәжәп Шәрипов булһа, икенсеһе Сафуан ине. Сәхнәгә сығып, Һарысәсебеҙ “Сибай”ҙы һуҙып ебәрһә, уны белмәгән тамашасыларҙың: “Был әртис һеҙгә ҡайҙан килеп юлыҡҡан?” – тип һорағанын ишеткән бар ине. Йырҙың рәт-сиратын белгән шағирҙың шиғыры йырлап тороуы һис тә ғәжәп түгел. Шуға ла композиторҙарыбыҙ улар­ҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әле һүҙ барған китаптағы ана шундай шиғыр­ҙарын, ысынлап та, йыр итеп, уларға көй яҙыусылар араһында кемдәр генә юҡ. Бөйөк композиторыбыҙ Заһир Исмәғилевтан алып, был ижади эшкә күндәм тотоноусылар араһында Данил Хәсәншин, Шамил ҡолбарисов, Айрат ҡоба­ғошов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүет­динова, Илшат Хәлилов, Рәшит Йыһанов, Рәйес ҡасимов, Рафиҡ Сәлмәнов, Камил Рәхимов, Роберт Ғәзизов, Артур Туҡтағолов, Миң­нулла Дәүләтбаев, Светлана Ша­һиәхмәтова, Абрар Ғабдрахма­нов, Салауат Сәлмәнов, Ғәзиз Дәү­ләтбирҙин, Илдар Нуриев, Евгений Зайцев, Нәбиулла Мөстәҡимов, Мөхәррәм Сәлимов бар.
Сафуан Әлибайҙың әкиәттәре лә йырлап тора. Был хаҡта, мәҫәлән, “ҡояш, Болот, Елбатыр” әкиәтенең башламы уҡ әйтеп тора:
Алһыу йөҙлө,
Үткер күҙле,
Ололоҡло
Кем тиһәгеҙ,
әйтмәйем.
Әкиәттең тәме китер,
Баштан һөйләп бөтмәйем.
Әкиәттең һәр бүлеген дә ошондай рухта йырлап торған шиғри теҙемдәр оҙатып килә. Һүҙ барған әкиәт тә, “Тылсымлы шар” тигәне лә Әхмәттең төшө рәүешендә бирелгән. “Серле йылдар” тигәне иһә ун ике йылдан торған мөсәлде (икенсе төрлө, кесе быуатты) аңлатыусы легендаға ҡоролған һәм бала-саға өсөн мифологиябыҙ һәм халыҡ календары буйынса бай ғына мәғлүмәт бирмәле.
Бығаса телгә алынған “ҡуян-ат”, “Баоцаган” тигән әкиәттәр, А. Пушкин, С. Маршак, С. Баруздин ише рус шағирҙарының, яҡут шағиры Элляйҙың шиғырҙарының Сафуан башҡортсаға әйләндергән варианттарының да китапҡа индерелеүе уны жанр йәһәтенән төрләндереүгә, йөкмәткелерәк итеүгә булышҡан. Шул уға монотонлыҡтан ҡотолорға форсат биргән.
Ә инде уҡыусыны “Әҙәп”, “Килеп етер” ише шиғырҙарының икенсе юлындағы һуңғы һүҙгә дүртенсе юлында рифмалашыусы һүҙҙәр табыуға йәлеп итеү маҡсатына иҫәп тотоп яҙылыуы ижади уйын өлгөһө рәүешендә ҡабул ителә. Улар уҡыу­сыға, саҡ ҡына булһа ла, үҙҙәрен шағирҙың авторҙашы итеп тойорға форсат бирәсәк. Һәр хәлдә, ижад менән осрашыу ҡыуанысы кисерергә булышасаҡ.
Йомғаҡлап әйткәндә, Сафуан Әлибайҙың “Һайланма әҫәрҙә­р”е­нең бала-сағаға тәғәйен 2-се томындағы шиғырҙар, аяғына баҫып, тәтелдәүҙән туймаған кескәйҙәрҙән алып үҫмер сағын кисереүселәрҙең дә зауҡына яраҡлаштырылған, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмаусан. Улар бишектән үк һәр кемде республикабыҙҙың, оло ватаныбыҙҙың ыңғай өлгөләрҙә генә ысын граждандары итеп тәрбиәләнеүенә, яҡшыны ямандан, изгелекте яуызлыҡтан айырырға өйрәтеү эшенә тос өлөш индерә.
Әйтелгәндәр барыһы ла, халҡыбыҙ шағиры Мостай Кәримдән ҡала, Башҡортостандан әлегәсә бүтән берәү ҙә ирешмәгәндә, икенсе булып, 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Балалар һәм үҫмерҙәр китаптары буйынса халыҡ-ара советы (IBBY “Эй-БИ-БИ-Уэй”) тарафынан тапшырылған Ганс Кристиан Андерсен исемендәге Почетлы диплом лауреаты, тимәк, сит илдәрҙә дан алған Сафуан Әлибайҙы республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына, йәғни үҙ илендә лә дан алыуға лайыҡ кандидат тип иҫәпләргә тулы һәм кире ҡаҡҡыһыҙ нигеҙ бирә.

(Аҙағы. Башы 15-се һанда).
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)