22.02.2013 Ырыҫлытау ыласыны
Эсмәһә, иренең бына тигән һөнәре бар. Ауылдың беренсе механизаторы булды. Анһат йәшәргә яратҡан кешеләр боҙҙо уның Ишбулдыһын. Ерен һөрөп бирһә – бер “ярты”, бесәнен сапһа – тағы шул. ҡырҙан утын, бесән алып ҡайтһа ла, эске мәжлесе көтөп тора. Техниканы яҡшы белгән йорт хужаһы менән бер нужаһыҙ гөрләтеп донъя көтөп булыр ине. Шул “ярты”лар боҙҙо, эскелек һаҙлығына батырҙы Ишбулдыны. Балалар үҫеп килә, оят бит, ташла эсеүеңде, тип илап-илап та әйтеп ҡараны. Юҡ, тыңламаны. Шайтан хөсөтөнән яралған “йәшел йылан” барыһынан көслөрәк булып сыҡты. Хәлфиә − һөнәре буйынса китапхана хеҙмәткәре. Ишбулдыһы эсеп килеп, бәйләнә, ғауға сығара башлағас, мөдирҙәре эштән ебәрергә мәжбүр булды. Ярай әле, балалары ипле, тыңлаусан. Рамаҙанына ҡыуанып бөтә алмай, туғыҙынсыла ғына уҡыһа ла, өлкәндәрсә фекер йөрөтә.
Араҡы − әҙәмдең ҡара дошманы. Ул бына тигән кешеләрҙе лә ҡырағай хайуанға әйләндерә. Ғаиләләрҙең бәхетен урлай. Хәлфиә үҙе ул шайтан эсемлеген мәңге ауыҙына алғаны юҡ. Бар ҡурҡҡаны – уландары атаһы юлынан китеп ҡуймаһын. Хәйер, өлкәне бөгөн нисек бөтөрөндө, ныҡ борсолоуы йөҙөнә сыҡты, ҡара көйҙө. Иншалла, иманы бар улының. Хәлфиә, көндәгесә, улдарына Аллаһтан әҙәп, тәүфиҡ, камил әхлаҡ һораны. Хәләл ефетенең тиҙерәк төҙәлеп сығыуын теләп, көндөҙгө тетрәнеүҙәрҙән арып йонсоған ҡатын күҙҙәрен йомдо.
Ырыҫ − тырыш ҡулында
Хәлфиә дауаханала ятҡан иренең хәлен белешеп, йыш ҡына янына барып торҙо, табиптар ҡушҡан дарыуҙарҙы алып барҙы. Бәхеткә күрә, ауырыу әкренләп әҙәм рәтенә инеп, ипкә килә башланы. Әммә дауалаусы табип Ишбулды ағайҙы дауахананан сығарырға ашыҡманы, кәмендә тағы бер ай ята, тине.
Электән дә осон-осҡа ялғап, саҡ-саҡ йәшәгән ярлы ғаилә тамам бөлгөнлөккә төштө. Әсәһе дауаханаға буш ҡул бармаҫ өсөн бер нисә баш ваҡ малын һатып ебәрҙе. Ғаиләне мохтажлыҡ баҫты. Рамаҙан уйлай торғас, эшкә төшөргә булды. Ул Иҙел ағайҙарға килде. Фермер ихатала ине.
− Үт, үт, егет кеше. Аҙбар яғына сығырға тора инем. – Фермер уны яғымлы ҡаршыланы. Атаһының хәлен һорашып алды. Был үҫмер үҙенең бала сағын хәтерләткәнгәме, яҡын күрә уны. Әле лә уның һыҙланғандағы кеүек әрнеүле ҡарашын күреп, барыһын бер һүҙһеҙ аңланы. Ниәтен белгәс:
− Әйҙә, бөгөндән тотон. Эш хаҡы һәр аҙнаның аҙағында булыр.
− Аҙыҡ-түлек биреп торһағыҙ ҙа ярай ул.
Өҫтөнә әрһеҙ бишмәт, аяғына кирза итек кейеп алған фермер үҫмерҙе эйәртеп, аҙбар яғына йүнәлде. Рамаҙанға тәғәйен эштәрҙе нисек башҡарырға кәрәклекте яҡшылап аңлатты.
− Һин ваҡ малдарҙы ҡарарһың. Көн дә дәрестән ҡайтҡас, килеп утлыҡсаға бесән һалып, иртәнгелеккә витаминлы көрпә әҙерләп ҡуйырһың. Мал аҫтын көрәп сығарырһың. Хәҙергә шулар, ә каникулдарҙа, йәйгеһен тулы көн эшләрһең, − тине.
Ихата, кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Вот йәшәй Иҙел ағай! Уның уйҙарын аңлап торғандай, фермер һөйләп алып китте:
− Ырыҫ, бәхет тырыш кеше ҡулында, ҡустым. Малдарҙы фәнни нигеҙгә таянып аҫрайбыҙ. Шуға үрсем һәйбәт. Килемгә лә зарланмайбыҙ. Беҙгә йәйгелеккә һәйбәт кенә механизатор кәрәк буласаҡ. Мәктәбегеҙҙә шоферҙар курсы бар, әйҙә, шунда барып, кискеһен бер-ике сәғәт шөғөллән. Һин зирәк күренәһең, тиҙ төшөнөп алырһың. Йәйгә тиклем апаруҡ өйрәнерһең.
− Рәхмәт, Иҙел ағай, булдырабыҙ уны. Атайымдың тракторында йөрөгәнем бар, руль тота беләм.
− Бигерәк яҡшы. Үҙеңә өйрәнсеккә берәй трактор ҙа биреп ҡуйырмын. Тәүәккәл таш яра. Уңған кеше барына өлгөрә.
Аҙаҡ ул Рамаҙанды өйөнә саҡырҙы. Үҫмер матур йыһазлы, яҡты, таҙа, йыйнаҡ бүлмәләрҙе күреп, хайран ҡалды. Ирекһеҙҙән Иҙел ағай өйөн үҙҙәренеке менән сағыштырҙы. Ер менән күк араһы кеүек. Ошондай тормош ҡороу, күп нужа күргән әсәһен бәхетле итеү өсөн ул бар көсөн һаласаҡ.
Йорт хужаһы, үҫмерҙең уйын һиҙеп, ҡеүәтләгәндәй, йәнә яратҡан мәҡәлен ҡабатланы.
− Ырыҫ тырыштар ҡулында, ҡустым. Барыһы ла үҙебеҙҙең хәләл хеҙмәт емеше.
Эшләп алып китеү үҫмергә ҡыйын булманы. Бәләкәйҙән өйрәнелгән шөғөл. Мал ҡарашырға фермерҙың үҙенең балалары ла ярҙамлашты. Тәрбиәгә өс етем бала алғандар икән, Иҙел ағай уларҙы ла хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә тырыша. Әҙергә − хәҙер булмаһындар, ти. Рамаҙандың уңғанлығын күреп, хужа бер көндө:
− ҡустым, һине малайҙарыма командир итеп ҡуям әле, – тине. – Һинән мал ҡарарға өйрәнһендәр.
Рамаҙандың бындай йылы мөнәсәбәттән күңеле үҫеп китте. Тора-бара Иҙел ағай уның өсөн иң яҡын кешегә әүерелде. Биргән кәңәштәре гел рухын күтәрҙе.
− Төплө белемгә эйә бул, юғары уҡыу йортона инергә әҙерлән, − тине. − Ярҙам итермен. Әле һин тырышып-тырмашып ҡанаттарын нығытҡан ыласын балаһы кеүек кенәһең, осорға әҙерләнәһең. Ә маҡсатыңа ирешһәң, ҡыйғыр ҡоштай зәңгәр күкте иңләп иркенләп оса башларһың. Күргәнең бармы Ырыҫлытау ыласынын? Улар ҙа бит көслө сая ҡошҡа әүерелгәнсе, әҙәм балаһы кеүек, әллә күпме ауыр һынау үтә.
Эйе, Иҙел ағай менән осрашыу, һөйләшеү − үҙе бер тормош мәктәбе. Унан һабаҡ алырға, дөрөҫ йәшәргә өйрәнергә була. Һуңғы ваҡытта ныҡ ҡына төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән Рамаҙандың күңелендә әкренләп йәшәү дәрте уянды.
Видеоклип
Атаһы дауаханала ике ай самаһы ятып, һауығып, үҙгәреп ҡайтты. Хәҙер уның менән әҙәмсә һөйләшеп тә, бергә йорт эштәрен дә башҡарып була. Рамаҙан теге саҡ төшөргән видеояҙманы атаһына күрһәтергәме - юҡмы, тип баш ватты. Ахыры, Иҙел ағайға кәңәш итте.
− Минеңсә, кәрәктер. Нығыраҡ һабаҡ алһын өсөн.
Бер көн кис, бөтә ғаилә, ата-әсәһе телевизор ҡаршыһына ултырғас, Рамаҙан йәшереп кенә теге видеояҙманы ҡуйҙы. Тиҙҙән экранда ҡот осҡос йәмһеҙ күренештәр башланды.
... Бына килбәтһеҙ ҡыланышҡан, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләгән лаяҡыл иҫерек әшнәһе менән атаһы күңел аса. Көйләп тә ебәрәләр:
Эс тә ҡуй, бөт тә ҡуй,
ҡайғы күрмә никакой.
Өй мөйөшөң емерелһә,
Һалам менән тыҡ та ҡуй.
− Был ни ғәләмәт? − Экранда үҙен таныған атаһы, йылан саҡҡандай, урынынан һикереп торҙо. Ә экранда әҙәпһеҙ таҡмаҡтар дауам итте:
Эсер-эсмәҫ ултырғансы
Эс төптәрен күргәнсе.
Көмөшһыуҙан араҡы ағып,
Күктән билмән яуһасы...
Бына иҫеректәр, их, шулай булһасы, тип көлөшөп алды.
Утҡа баҫҡан бесәй кеүек ни эшләргә белмәй үрһәләнгән ғаилә башлығы телевизорҙы барып һүндерерҙәй булды, тағы туҡтап ҡалды.
− Нимә был, черт возьми, − тип екереп тә ҡараны. Ә видеояҙма әйләнеүен белде. Бына иҫеректәр икенсе шешәне лә бушатты.
− Хәлфиә, тап бер ярты, − тип ҡысҡырҙы атаһы, саҡ күҙҙәрен асып.
− ҡайҙан алайым? Икмәк алырға ла аҡса юҡ. – ҡобараһы осҡан ҡатындың тауышы зәғиф кенә сыҡты.
− Тап. ҡанымды ҡыҙҙырма. Юғиһә, мине беләһең...
Әсәһе, нисек сығып ҡасырға тигәндәй, тирә-яғына ҡаранды. Ул арала атаһы, яман һүгенеп, ҡурҡыуҙан күгәреп ҡатҡан ҡатынына барып йәбеште...
Ошо ерҙә экрандағы яҙма өҙөлдө. Сөнки был саҡта видеокамераны һүндереп, Рамаҙан әсәһенә ярҙамға ташланғайны.
Ғәрләнеүҙән, оялыуҙан атаһы ер ярығына инерҙәй булды. Ул башын аҫҡа эйеп, оҙаҡ ҡына тын ултырҙы. Шунан һораны:
− ҡайҙан күрһәттеләр быны?
− Өфөнәндер, − тигән булды әсәһе, асығын белмәһә лә. – “ҡуласа” тапшырыуынан килеп ауылды төшөрөп йөрөгәйнеләр бит ...
− Был мәсхәрәнән һуң нисек йәшәргә?
Үҙен-үҙе юҡ итер сиккә етеп ғәрләнгән атаһы тышҡа сығып китте. Рамаҙан уның артынан эйәрҙе. Йөрәге өҙөлөп атаһын йәлләгән үҫмергә дөрөҫөн әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы.
− Һине эсеүҙән нисек туҡтатырға белмәй аптырап йөрөгәндә төшөрөп алғайным, атай. Бигерәк беҙгә көн күрһәтмәнең бит. Уҡый ҙа, дәрес әҙерләй ҙә алмай торғайныҡ. Атай, бүтән эсмә, йәме! – Рамаҙан быны йән әрнеүе менән ялбарып әйтте, артынса илап та ебәрҙе. Ишбулды ағай уны һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды:
− Мөмкин булһа, ғәфү ит мине, улым.
“Эйе, тамуҡта йәшәткәнмен шул ғаиләмде”, − тип уйланы ул. Ниҙер әйтергә итте, аҡланырға теле әйләнмәне.
− Әйҙә, инәйек. – Рамаҙан атаһын өйгә табан әйҙәне.
Унда барыһы ла шымып ҡалғайны. Эштең асылын белгәс, әсәһе һүҙ башланы:
− Атайыңды мәсхәрә итмә, улым. Кемдеке − уныҡы. Элеккеләрҙе онотайыҡ, әҙәм белһә, күҙен астырмаҫ.
ҡатынының йылы һүҙе йән индерҙе Ишбулды ағайға.
− Зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ мине, Хәлфиәм, балаларым. Бындай хәлдәр бүтән ҡабатланмаҫ. – Һуңғы һөйләмен ул ауыҙ эсенән мығырлап, саҡ-саҡ ишетелерлек итеп әйтте. Әрәмгә үткән йылдары, эсеү арҡаһында ҡаҡшаған һаулығы йәл ине Ишбулды ағайға. Ә иң яҡындарына күрһәткән ыҙалары мәңге ғәфү итерлек түгел! Уның өмөт сатҡылары уянған күҙҙәрен йәш баҫты. Улар тамсылап һарҡып сыҡты ла, эсендәге керҙе йыуып сығарғандай, бите буйлап ағып китте.
Ишбулды ағай үҙгәрергә һүҙ бирһә лә, эсеүе үҙәгенә үткән өйҙәгеләр ҡапыл ғына тыныслана алманы. Минутын да бушҡа үткәрмәгән Рамаҙан мөмкин тиклем атаһынан күҙ яҙлыҡтырманы. Әсәһе лә гел эргәһендә булырға тырышты.
Яҙ еткәс, Иҙел ағаһы менән һөйләшеп, Рамаҙан атаһын шунда механизатор итеп урынлаштырҙы. Үҫмер үҙе лә тракторға ултырҙы. Йәйгеһен улар бергәләп фермерға ла, үҙҙәренә лә буйтым бесән сапты, уны эҫкертләп һалды. Көҙөн һыйыры эргәһенә тағы бер тана алып ебәрҙеләр. Ҙур баҡсаны тултырғансы бәрәңге сәстеләр, йәшелсә ултырттылар. Эш тә, аш та күбәйҙе, йәшәүе күңелләнде. Тора-бара атаһы, Иҙел ағайҙан бурысҡа алып, осһоҙ ғына хаҡҡа колхоз заманынан ҡалған ташландыҡ бер тракторҙы һатып алды. Уны аталы-уллы ҡараштырып, ремонтлап ебәргәйнеләр, ҡәҙимге булды. Ауылдаштарына ер һөрөп, бесән сабып бирергә эшкинә. ҡайһылары әүәлгесә эш хаҡы урынына араҡы тотоп килә, Хәлфиә ундайҙарҙы шунда уҡ кире бора:
− Элекке замандар бөттө. Хаҡын түләгеҙ, беҙҙең дә әҙәмсә йәшәгебеҙ килә.
“Беҙгә иң ҡулайы фермер Иҙел ағай, − тип уйланы Рамаҙан. − Үҙе лә эсмәй, эскән кешене лә яратмай”. Был хаҡта атаһына ла әйтте. Ишбулды ағай үҙе лә шул фекерҙә ине. Шулай итеп, әкренләп тормоштары алға китте.
− Эй, Хоҙайым, минең дә ир икмәге ашар көнөм бар икән, − тип ҡыуанды йөҙөнә нур ҡунған әсәләре.
Эпилог урынына
Ғүмер тигәнең елдәй елә. Рамаҙан аграр университеттың ауыл хужалығы машиналары бүлеген тамамлап, инженер булып сыҡты. Гөлсәскә менән юлдары айырылманы. ҡыҙ ҙа шул уҡ уҡыу йортоноң ветеринария бүлеген тамамланы. Юғары белемле ике белгес бергәләп ҡайтып төштө Көмөшйылғаға.
Эшкә тырыш әсәһе һәм атаһы был осорҙа ҡәҙимгесә матур ғына донъя көтөп ята ине. Унда-бында йөрөр өсөн тотонолған машина ла алып ебәргәндәр. Ике һыйыр аҫрайҙар.
− Яҡындағы Эстәрле баҙарына барып, һөт-ҡатыҡ һатып ҡайтыуға эшкинә, − ти әсәһе, ҡыуанып. − ҡорот һатып ҡына ла аҙнаһына әллә күпме аҡса эшләйем. Аҡты эш итһәң, аш була.
Тормоштары, Аллаға шөкөр, ыңғайланды. Икенсе улдары, ун беренсене тамамлап, ағаһы уҡыған ергә барырға әҙерләнә, өсөнсөһө туғыҙынсыға күсте.
Бер нисә йыл элек Көмөшйылға ауыл хаҡимиәте өр-яңы йәштәр урамы булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. Уны Даланлылар урамы тип атарға булдылар. Район фермерҙары ойошмаһы етәксеһе Иҙел ағай яңы өйләнешкән йәштәргә хөкүмәттән аҙ процентлы ссуда алып бирергә ярҙамлашып, унда бер нисә йорт ҡалҡып та сыҡты инде. ҡайҙа ярҙам кәрәк, йәштәрҙең яҡын дуҫы Иҙел ағай шунда. Әле лә Рамаҙан менән Гөлсәскә өй һалырға Даланлылыр урамынан урын алғас, ең һыҙғанып, ул иң алдан йөрөнө. Уларҙың йортона нигеҙ һалырға бөтә ауылды өмәгә алып сыҡты. Нигеҙҙе ата-баба йолаһы буйынса мулла саҡырып, ҡорбан салып, ҡөрьән уҡытып һалдылар. Ауылда барлыҡҡа килгән яңы йола буйынса, табынға шарап ултыртыу ҡәтғи тыйылды.
... Йылдар үтте. Көмөшйылға ауылы айыҡ ауылдар рәтенә инде, ул күҙгә күренеп үҫте, ҙурайҙы. Бигерәк тә Даланлылар урамы йыйнаҡ, тәрбиәле булыуы менән айырылып торҙо. Унда күҙ яуын алып торған, гөл-сәскәгә күмелгән матур бер йорт ҡалҡып тора. Ишек алдында һуңғы моделле өр-яңы машина ултыра. Ихатала – балалар тауышы. Йәш фермер Рамаҙан менән абруйлы белгес, егәрле хужабикә Гөлсәскәнең йорто ул.
Бер көнө уларға бөтә ошо йылдар арауығында уҡыусыларының, айырыуса Рамаҙандың тормошон ситтән ҡыҙыҡһынып күҙәткән математика уҡытыусыһы Тәслимә Ханнан ҡыҙы килеп инде.
− Һине мәктәпкә осрашыуға саҡырырға килдем, Рамаҙан Ишбулдович, барырһыңмы? − тине ул бер аҙ уңайһыҙланғандай итеп. − Сығарылыш синыфы уҡыусылары үҙҙәре шундай теләк белдерҙе.
Теге саҡтарҙа Иҙел ағайҙың үҙенә ярҙам ҡулы һуҙыуын һис онотмаған йәш белгес ихлас ризалашты.
− Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, барырмын.
− Һин ныҡышмал егет булып сыҡтың. Үҫмер саҡта әйткән һүҙеңдә торҙоң. Гөлсәскә менән дуҫлығығыҙ ҙа уңышлы булды. Әйҙә, бәхетле булығыҙ! Ауылыбыҙҙың киләсәге хәҙер һеҙҙең ҡулда. – Математика уҡытыусыһы, ысынлап та, үҙенең ныҡ тырыш был уҡыусыһынан бик ҡәнәғәт ине.
− Яҡшыһы ла, яманы ла беҙҙе йәшәргә өйрәтә. Яҡшыға ҡарап үрнәк алабыҙ, яманға ҡарап ғибрәт алабыҙ. − Бала саҡтағы күңелһеҙ хәлдәрҙе хәтерләргә яратмаған Рамаҙан һүҙҙе артыҡ сурытманы.
Тәслимә апайҙы сәй менән һыйлап оҙата сыҡҡас, Рамаҙан ҡапыл күккә ҡараны. Унда, Ырыҫлытау яғында, бейектә- бейектә, ыласын оса ине. Мәрхүм олатаһының яратҡан ҡошо. Әллә уның йәнеме икән? Ыласындай ҡыйыу бул, тип өйрәтә торғайны бит. Йәш фермер уға ҡул болғаны:
− Хәйерле көн, Ырыҫлытау ыласыны! Осаһыңмы? Әйҙә, әйҙә, тағы бейегерәк ос! Беҙ бит осорға һинән өйрәнәбеҙ...
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева
(Аҙағы. Башы 12, 13-сө һандарҙа).