RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сафлыҡ йырсыһы

20.02.2013 Сафлыҡ йырсыһы

Сафлыҡ йырсыһы
… Был донъяла сафлыҡ күберәктер,
Саф йөрәкле булһаң, саф намыҫ,
Саф уйҙарың менән пак юлдарҙан
Хаҡ уңышың килер шатланып…
Был шиғри юлдар күренекле шағир, Г. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премияны яулаған Сафуан Әлибайҙың “Сафлыҡ” шиғырынан. Әйткәндәй, был юғары бүләкте 1978 йылда халҡыбыҙҙың аҡыл эйәһе Мостай Кәрим алһа, 1996 йылда ул “Тылсымлы шар” исемле шиғри китабы өсөн Сафуан Әлибайға бирелде. 1994 йылда донъя күргән был йыйынтыҡтағы шиғыр, йыр, әкиәттәрҙә автор­ҙың ысын мәғәнәһендә уникаль художестволы оҫталығы – бала күңеле, сабый сафлығы, рухи үҫеш кимәлендә илаһи шиғриәт, ябай хистәр бөйөклөгө асыла.
Мин, милли матбуғатыбыҙҙы әүҙем уҡыу­сы, пропагандалаусы һәм әҙәби тәнҡитсе булараҡ, авторҙың бөгөн ни тиклем өлгөргәнлеген, “табыр өсөн сафлыҡ шишмәһен” халҡына арымай-талмай хеҙмәт итеүен, үҙ бәхетен балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр бәхетенә ҡушып, иман, әхлаҡ хаҡына дан йырлауын билдәләге килә. Эйе, саф уйлы, эскерһеҙ күңелле, кешеләргә асыҡ йөҙ, ихлас асылы менән ҡарай, уларҙың йөрәген арбай алған шағир ул Сафуан Әфтәх улы. Ә уның шиғыр­ҙарына яҙылған йырҙар, үҙенең моңло итеп йырлап ебәреүе үҙе ни тора!
Балалар, йәш үҫмерҙәр өсөн ижад итеү, әлбиттә, бик яуаплы, ауыр шөғөл. Яратҡан шағирыбыҙ киләсәк быуын өсөн янып-көйөп йәшәй, тормоштоң төп мәғәнәһен балаларҙа күрә. Бик тә изге ижад юлы. “Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ”, – тигән боронғолар. Автор үҙе әйткәнсә, ошо ҡағыҙға ниндәйерәк уй-ниәттәр, теләк-аманаттар, нәҙер булырҙай изге һүҙҙәр ҡалдыра, һеңдерә алырбыҙ – халҡыбыҙҙың киләсәк яҙмышы ла шуға бәйле. Киләсәгебеҙ – балалар. Унда борсолоуҙар ҙа, хафаланыу­ҙар ҙа һәм ҡыуаныстары ла бергә уҡмашып килеүсән. Бөгөнгө позицияла йәш быуын, уның яҙмышы, иртәгәһе көнө, ҡыуаныс-көйөнөстәре Сафуан Әлибай ижадының төп асылы булып тора, тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Бөгөнгө айҡалыш-сайҡалыш, иманһыҙ заманда сафлыҡ шишмәһен таба алған, табыр­ға өйрәткән, унда йәнен-тәнен сайҡап, сафлығыңды халыҡ тормошонан, уның булмышынан, зиһен-аҡылынан эҙләү шағир өсөн изге аманат та ул.
“Йылдарым һәм йырҙарым”, “Яҙҙар көтәм” исемле ыҡсым йыйынтыҡтарында һәм 2009−2011 йылдарҙа өс томда айырым нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр” китаптарындағы ниндәй генә әҫәрен – шиғыр, поэмаларын, пьесаларын, әкиәттәрен – уҡыһаң да, унда нескә һағышлы моң ағыла, әйтерһең, әҫәрҙәренең олоһона, кесеһенә яҙылғаны өгөт-нәсихәттән ары тороп, гел генә йырлай килә, саф шишмәнең серле генә итеп сылтырап ағыуы ишетелә, ярҙай итеп ишелгән ҡара толомдар тирбәлә, сал Уралымдың уҡ кеүек ҡарағайҙары күккә атыла, аттарҙың ярһып сапҡаны, ҡылыстар сыңлауы, бөркөттәр саңҡыуы ҡолаҡты ярып үтә.
Тематикаһы бик тә киң, күп төрлө шағир­ҙың. Ул тауҙарға баға, ҡаяларына менеп баҫа, тыуған еренең һандуғастарын һағына, тау йырына ҡушылып, үҙе лә йырлай, яугирҙарға булған һағыш-хөрмәтен нәжәғәт уйнатҡан ғүмерҙәргә тиңләй, бәхет, ғүмер, халҡы яҙмышы хаҡында төптән уйлана, шәхестәребеҙҙе йондоҙҙарға сағыштыра, бишектәге балаға бәхет юрай, рухи үҫешенә дан йырлай.
С. Әлибай ижадында ябай халыҡсанлыҡ, йор һүҙлелек ярылып ята, уның шиғриәте халыҡ поэзияһы өлгөләренән ғибәрәт, йыр стихияһы илаһи көскә эйә.
Шағирҙың лирик геройы әүҙем тормош позицияһын үҙ итә, замандың образы тарих­ҡа баҡһа ла, саҡматаштай балҡып, янып-дөрләп китә, күңелдәрҙе иләҫ-миләҫләп, бөгөнгө көнгә ауаз булып, ихлас килеп тоташа. Шағир киң күңелле мөхәббәт лирикаһында ла шаҡтай камиллашҡан быуындар яҙмышын хисле йөрәге аша тәбиғи баҫалҡылыҡ менән үткәрергә һәләтле. Авторҙың “Салғы сыңы” поэмаһынан алынған юлдарҙа бала саҡ, үҫмер, йәшлек осоро, өлгөрөү, атай йорто, ағай-эне ҡәҙере, тыуған ер ҡөҙрәте, гүзәллеге моң-һағышҡа төрөнөп, тормошсан деталдәрҙә асылды иһә, шағир үҙ асылына ҡайта.
… Яҙмыш тигән аҡланымда
Тулҡынып үҫкән үлән.
Салғы янып, көйөп-янып,
Мин бесән саба киләм.

ҡолас кирер ғәйрәтем бар,
Бакуйым тигеҙ, ҡалын.
Шиғырҙарым юлы булып
Бакуйҙар тороп ҡалһын…
“Һөйөнөсләп килһен йылдарым” шәлкеменә ингән Яңы йылдан Маймыл йылына тиклем арналып яҙылған шиғри юлдар үҙе бер симфония тыуҙыра. Бында халыҡ йолаһы, милли колорит, мөхитте ҡурсалау, милләт киләсәге, тел ҡөҙрәте – һәммәһе лә бар. Шиғырҙарҙың һәр юлы үҙе бер йөкмәткеле, аһәңле йырға әйләнә. Белеүебеҙсә, Сафуан Әлибай – халҡыбыҙҙың туған теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте һәм үҙаллылығы өсөн янған, үҙаңыбыҙҙы тергеҙеүгә, рухландырыуға көсөн биргән, аҡыл, ижад хазинаһын ҡурсалаған, башҡорт халҡының интеллектуаль кимәлен пропагандалаған, үҫтерешкән шағир, бөгөн республикабыҙ кимәлендә генә түгел, ә Европа тарафтарында ла танылған һәм үҙ итеп ҡабул ителгән абруйлы әҙип.
Башҡорт шиғриәте – Сафуан Әлибай өсөн тотошлайы менән көрәш аренаһы, тормошобоҙҙа, халҡыбыҙ яҙмышында иман тотҡаһы, әхлаҡ бизмәне лә. Шағирҙың ижади тормошо – әҫәрҙәрендә, күңел донъяһында. Сафуан Әлибай – яҡты, саф поэзияһы менән халыҡ шағиры кимәленә күптән күтәрелгән шәхес. Ул осрап торған ауырлыҡтарға, ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәне, үҙ булмышын – шағир талантын, шиғри сафлыҡты һаҡлай алды. Эскерһеҙлеге, үтә лә ябайлығы (бында уның бөйөклөгө алғы планда – Р. Ш.), кешелеклелеге, ярҙамсыллығы һине арбай. Ул шиғыр яҙғанда балалар менән көлә-шаяра, онотолоп китеп уйнай, бирелеп йырлай кеүек, билләһи, шулай. Бында сабыйҙарса ябай фәлсәфә тормошсанлыҡтың эске гармонияһында хасил була. Әҙиптең хистәр балҡышы алыҫ-алыҫҡа тарала, һүҙе тура һәм теремек. Уға башҡорт сабырлығы, тыйнаҡлығы һәм тотанаҡлығы хас.
… Күкрәк ҡағып, яр һалмайым,
Бәҫен беләм халҡымдың;
Халҡым, тиеп, һәр уланың
ҡалҡан булып ҡалҡынһын!
Сафуан Әлибайҙың ярҙарына һыймай ярһыған ижады, уҙаман әҙиптең рухи байлығы, тырыш хеҙмәте бөгөн республика кимәлендә юғары баһаға лайыҡ.
… Халҡым, тиеп яр һалманым,
Ярһып күкрәк ҡаҡманым;
Саң борҡотоп, саң ҡаҡманым, –
Белә халҡым хаҡ данын…
Эйе, республикала йәшәгән күп милләтле халҡыбыҙ талантлы, ысын башҡорт рухлы шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Сафуан Әлибайҙың ижадын яҡшы белә һәм аңлай. Шағир өсөн ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)