20.02.2013 Илһам
Серле һандыҡ
Әсәйҙәрҙең һандыҡтары
Өй түренән урын ала.
Әсәйҙәрҙең йәшлектәре
Шул һандыҡҡа инеп ҡала.
Серле һандыҡ, серле һандыҡ,
Эсе тулы хазина.
Серле һандыҡ, алып ҡайтсы
Әсәм килен сағына.
Йәш килендәр төшкән йортта
Оло хөрмәт һандыҡтарға.
Еңгәйҙәрҙең бүләктәре
Күмә беҙҙе шатлыҡтарға.
Ғүмер үтә, һандыҡтарға
Төшөп ята башҡа бүләк.
Төргәктәрен әсәй барлай:
Хәйеремә булыр кәрәк.
Һөйөнсө!
Тәҙрә сиртеп китһә турғайҙар,
ҡунаҡ килеүҙәргә юрайҙар.
Яҡынлаһа өйгә һайыҫҡан,
Хәбәр булыр һеҙгә алыҫтан.
Һөйөнсө, һөйөнсө,
Бар күңелдән һөйөнсө!
Һөйөнсө, туптай улың тыуған!
Атай булыуыңа һин ҡыуан.
Һөйөнсө, ҡыҙың хаттар яҙған,
Һөйөнсө, мамыҡ ҡарҙар яуған.
Һөйөнсө, ағас япраҡ яңыртҡан,
Һөйөнсө, ҡоштар кире ҡайтҡан.
Һөйөнсө, өлгөргән игендәр,
Һөйөнсөләп беҙгә инһендәр.
Йылмайыуың йәлләмә
Бүләк итәм сәскәләрҙең
Оҡшағанын үҙемә.
Күтәрелеп ҡарарға ла
Ояламын күҙеңә.
Сәскәләрҙең, сәскәләрҙең
Аңлағыҙсы телдәрен.
Әйтеп кенә бирә улар
Ғашиҡтарҙың серҙәрен.
Һулыһа ла өҙгән сәскәм, ‒
Мәңге һүнмәҫ һөйөүем.
ҡулдарыма сәскә тотһам – ‒
Һине яҡын күреүем.
Хаттар яҙмам, өндәшмәмен,
Усҡа алам гөлләмә.
Һине күреү – үҙе бәхет,
Йылмайыуың йәлләмә.
Һыу юлы
Оло шатлыҡ төшә, ҡоҙоғом,
Тапшырыр бүләктәр төрөлгән.
Һыу юлы башлайҙар киленгә,
ҡунаҡты ҡаршыла бөгөндән.
Һыу юлы, һыу юлы, һыу юлы,
Кемдәрҙе һынайһың был юлы?
Рөхсәт кенә бирсе, ҡоҙоғом,
Алырға көмөштәй һыуыңды.
Йәш килен килгән бит оторға
Шатлыҡҡа мансылған йырыңды.
Килен сәйе ауыҙ итерҙәр,
Тәмен маҡтап бөтә алмаҫтар.
Һыу юлында, килен, һынатма,
Көйәнтәләр – һынмаҫ ҡанаттар.
Туй теләге
Ләйсән һеңлемә
Һандуғас булһа берегеҙ,
Икенсегеҙ − ҡуныр тал.
Мәңге урғыр шишмәнең дә
ҡеүәт бирер тауы бар.
Һеҙҙә үҫкән сая бөркөт,
Буй еткерҙе ҡыҙ беҙҙә.
Табышҡандар, ҡауышҡандар −
Гөрләшһендәр гел бергә.
Әүерелдек туғандарға,
Һыуынмаҫ беҙҙең ара.
Мөхәббәтле тыныс тормош
Теләйек ғашиҡтарға.
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Белорет ҡалаһы.