15.02.2013 Мәүлит ЯМАЛЕТДИН: Ришүәт монологы
Ағай-эне, танышайыҡ: ришүәтмен,
Һәм йәшерен, һәм батырын көс-ҡеүәтмен;
Ер йөҙөндә бер кемгә лә баш бирмәгән
Иң боронғо, иң тылсымлы енәйәтмен.
Оло һыуҙар баш алғандай тәү инештән,
Үҫеп сыҡтым ғәҙәттәге күстәнәстән.
ҡөҙрәтле бер күренешкә әүерелгәс,
Закон үҙе дер ҡалтырай минең көстән,
Сөнки уны мин һәр ваҡыт ҡыҙыҡ итәм:
Тура бәрмәй, эргәһенән урап үтәм.
Көсһөҙлөктән уртын сәйнәп тороп ҡала,
Ә мин уны мыҫҡыл итеп, көлөп китәм.
Ул закондар сыға ла бит сығыуҙарын,
Әммә улар үтәй алмай үҙ-үҙҙәрен.
Ә кем үтәй?
Һуң, әлбиттә, хөкөмсөләр!
Тик уларҙың буй түгел шул ауыҙҙары.
Ғөмүмән, мин өйрөләм өҫтә генә,
Бик ҡәҙерле, тәрбиәле төҫтә генә.
Эре генә инеп ятам түрәләрҙең
Йофар еҫе аңҡып торған кеҫәһенә.
ҡәҙерем бар – Хоҙайыма шөкөр инде,
Хөрмәт күреү нәғеҙ минең шөғөл инде.
Һәр хәлдә, ул ябай халыҡ кейемендә
Була торған тишек кеҫә түгел инде.
Һауаланһам, һауаланыр ерлегем бар,
Сөнки минең ышаныслы терәгем бар:
Ерҙә дәүләт ҡоролошо булған саҡта,
Вазифалы кешеләргә кәрәгем бар.
Әйтәйек, һин етәксеһең берәй ерҙә,
Йә булмаһа, ултыраһың икән үрҙә,
Һиңә буш ҡул барып булмай.
Ә нишләргә?
Йомошсолар әлеге шул мине төртә.
Мин, мәҫәлән, кәрәк шундай кешеләргә:
Табип-мабип, декан-мекан ишеләргә;
ГАИ-МАИ, полиция, хоҡуҡ һаҡлау…
Бер һүҙ менән әйткән саҡта – көслөләргә.
Минең алда асылмаған ишектәр юҡ,
Минең алда бөтәшмәгән тишектәр юҡ.
Илдә тормош ауырлаша барған һайын,
Сәскә атам – минең өсөн көрсөктәр юҡ.
Даланлының дошмандары күп булыусан,
Уның һәр бер уңышына ҡаҙалыусан.
Көн менән көн бер иш түгел. Шулай булғас,
Донъя тигеҙ булды микән берәй ҡасан?
Дошмандарым көнләшәләр минең көстән,
Мәҫәлән, бер “намыҫ” тигән ҡупыҡ мөстән:
Кешеләргә үҙенең бер файҙаһы юҡ –
Әллә ниҙәр һөйләп йөрөй минең өҫтән.
Йәнәһе лә, мин фәләнмен, мин төгәнмен –
Хәшәрәтмен, әшәкемен һәм түбәнмен.
Йыйып ҡына әйткән саҡта, донъялағы
Боҙоҡлоҡтоң төп сәбәбе мин икәнмен.
“Иман” тигән дәрүише лә шуны һөйләй,
“Намыҫ” тигән әшнәһенең көйөн көйләй.
Улар ҡотҡоһона төшөп, әҙәп менән
Әхлаҡ тигән алйоттар ҙа мине һөймәй.
Һөймәһә ни!
Мин уларға мохтаж түгел,
Рус әйтмешләй, ҡаҙ дуңғыҙға иптәш түгел;
Үҙебеҙҙең кинәйәне ҡулланғанда, –
Ярһыу толпар ишәктәргә юлдаш түгел.
Һүҙ нимә ул?
Бары тик өн, ҡоро ауаз.
ҡапыл-ҡара ни һөйләмәҫ бикһеҙ ауыҙ!
Күмәкләшеп улар эшләй алмағанды
Мин башҡарам түгелме һуң япа-яңғыҙ?
Һөйләһәләр, улар һөйләй бирһен, әйҙә,
Минең өсөн был хәбәрҙәр – сәнтәкәйҙә.
Ул меҫкендәр ғүмер баҡый ас-яланғас,
Ә мин йөҙәм, рәхәтләнеп, балда-майҙа.
Мин барыбер үҙ юлымды ҡыуасаҡмын,
ҡанундан тыш ҡанун булып ҡаласаҡмын.
Минең хаҡта нимә генә тиһәләр ҙә,
Һәр саҡ булдым, һаман бармын, буласаҡмын.
Шуныһын да әйтмәй булмай хаҡлыҡ өсөн –
Был донъяла бар бер генә үкенесем:
ҡөҙрәтемә бөтә ғаләм буйһонғанда,
Тик Ғазраил фәрештәгә етмәй көсөм.
Ул йүнһеҙҙең ҡыланышы иҫ китмәле! –
Бер туҡтауһыҙ ҡыла ғына үҙ ғәмәлен.
Минең яҡҡа хатта күҙ ҙә һалмай.
Шуға
Табып булмаҫ микән, тимен, бер әмәлен?
Булыр, булыр, табылыр ул, түҙ, сабыр ит,
Юҡҡа ғына мин ришүәт түгелмен бит.
Әжәлде лә майлай алһаҡ, беҙ үҙебеҙ
Төп законға әйләнербеҙ бер саҡ, ибет?