08.02.2013 Күңелдәрҙә йәшәй әҙип һүҙе
Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, алты китап авторы, Юлдыбай ауылының почетлы гражданы Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған төйәгендә «Тәүге бүләк» менән «Үрҙәргә» исеме аҫтында (тәүге һәм һуңғы китаптары) ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Был сарала баш ҡалабыҙҙан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ҡәҙим Аралбай, әүҙем йәмәғәтсе һәм шағирә Гөлфиә Юнысова, «Неделя» нәшриәт йорто директоры Артур Иҙелбаев, йәш прозаик, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Айгиз Баймөхәмәтов, ҡыҙҙары Ләйсән менән Светлана һ.б. ҡатнашты.
Өфө ҡунаҡтары башта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында райондың «Ауыл уттары» гәзите янында эшләп килгән «Шишмәләр» әҙәби түңәрәге ағзалары менән осрашып, фекер алышты. Артабан осрашыу акт залында дауам итте.
Кисәнең был тәүге өлөшө Мөслим Әбсәләмов уҡыған һәм эшләгән ошо мәктәптә уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына арналған митинг менән тамамланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес ҡашҡарова остазының тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, мәғариф ветераны Хәфизә Амантаева тәьҫораттары менән уртаҡлашҡандан һуң ҡәҙим Аралбай менән мәктәп директоры Сабир Зөлҡәрнәев таҡтаташты асты. Артабан хәтер кисәһенә йыйылыусылар мәҙәниәт йортона йүнәлде.
Мөғәллим, яҙыусы Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов иҫтәлегенә арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһен ҡыҫҡаса телмәр менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков (ул башҡортса таҙа һөйләшә) асты һәм ауылдаштарын ололағандары өсөн юлдыбайҙарға рәхмәтен еткерҙе. Кисәне алып барыусы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Земфира Аҡҡусҡарова арҙаҡлы шәхестең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Уның телмәре йыр-моң менән үрелеп барҙы. Фекер алышыуҙа беренсе булып сәхнәгә күтәрелгән Гөлнур ҡуғашева синыф етәкселәре булған Мөслим ағайҙары менән туристик походтарға йөрөүҙәрен бәйән итте һәм төҙөлә башлаған урамға уның исемен биреү тәҡдимен индерҙе, ә Гөлшат Зөлҡәрнәева уҡытыусы һәм ижадсының исемен урамға түгел, мәктәпкә биреүҙе хуп күрҙе (тик бынан 4 – 5 йыл элек мәктәпкә 35 йыл етәкселек иткән М. ҡаҙаҡҡолов исемен биреү тураһында һүҙ барғайны инде). Мөслим Бәхтиәр улы менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ошо юлдар авторы, коллегаһының өлгөлө уҡытыусы ғына түгел, әүҙем хәбәрсе лә, спортсы ла, артист та булыуын билдәләп, яҙыусы булараҡ әҫәрҙәрендә юмор һәм сатираны оҫта ҡулланыуына туҡталды.
Әҙибә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, республиканың 230 яҙыусыһы исеменән юлдыбайҙарға сәләм тапшырып, яҡташыбыҙҙың тәрән йөкмәткеле әкиәттәренең антологияға индерелеүен еткерҙе һәм китапханаға китаптарын бүләк итте.
ҡәҙим Аралбай яҡташыбыҙҙы союзға ҡабул ителгән көндән белеүен, Юлдыбай урта мәктәбендә бер нисә мәртәбә булыуын, ауылдан арҙаҡлы шәхестәрҙең күп сығыуына ғорурланыуын белдерһә, билдәле шағирә Гөлфиә Юнысова юлдыбайҙарҙың яҡташтарын ололап ҡәҙер итеүенә һоҡланды.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, «Ауыл уттары» гәзите мөхәррире Ильяс Такалов Мөслим Бәхтиәр улының ижади эшмәкәрлегендә урындағы матбуғат баҫмаһының ҙур роль уйнауы, уның менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе һәм гәзит биттәрендә йыл буйына уның исемендәге конкурс үтеүе һәм был ижади бәйгелә ике тиҫтәнән ашыу авторҙың шиғыр һәм хикәйәләре донъя күреүе хаҡында һөйләп, уларҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте. Бәйгелә Юлдыбайҙан Зилә Йәндәүләтова еңеүсе тип табылһа, Матрайҙан Зөлфирә Ғүмәрова менән ҡыҙҙарбиргәндән Фирүзә Йәнгирова – икенсе, Исҡужанан Мөғлифә Үтәшева, Һабырҙан Мәрйәм Тапаҡова һәм Юлдыбайҙан Ғәлиә ҡоҙашева өсөнсө урын яуланы. Уларға дипломдар менән бүләктәр, шулай уҡ конкурста иҫтәлектәре, тәьҫораттары, хәтирәләре менән сығыш яһаусы бер төркөм авторға Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәргә Гөлфиә Юнысова үҙенең китаптарын бирҙе.
Сарала Мөслим Бәхтиәр улының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде, «Сатҡылар» бейеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың вокаль һәм ҡурайсылар ансамблдәренең сығышы, яңғыҙ йыр һәм бейеүҙәр ҙә күңелдәргә хуш килде.
Кисә һуңында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре Светлана Әбсәләмова атайҙарын ошолай хөрмәтләгәндәре өсөн яҡташтарына оло рәхмәтен еткерҙе.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.