RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Как-то неудобно бит әле”

08.02.2013 “Как-то неудобно бит әле”

Күршем Фәрүәз ағай (мәрхүм инде) яңғыҙ ғына йәшәне. Бер ваҡыт ике туған ҡустыһы Бәҙретдингә әйтә икән: «ҡустым, этеңде бәйләп ҡуйырға кәрәк ине. Үҙемдең эткә ашарға һалһам, килә лә етә, уның ризығын ашай ҙа ҡуя». Бәҙретдин әйтә икән: «Һин, ағай, уны бәргесләп туҡмап ҡайтар, шунан килмәҫ ул». Фәрүәз ағай әйтә, ти: «Кеше малын ҡыуыу как-то неудобно бит әле». Хәҙер беҙ, баҡсаға кеше малы инһә, мәрәкәләп: «Как-то неудобно бит әле», − тибеҙ.

“Генералдың төймәһе ун ике”

Ғиндулла ағай менән Мәҙинә апай (исемдәр үҙгәртелде) ат арбаһына ултырып, Муллаҡайҙан Бәйескә ҡайтып баралар икән. Апай ағайға үпкәләп бара, ти:
− Ошо матурлығым менән генералға ғына барырлығым бар ине. Лоторейға отҡан машинаны алмай, аҡсаһын алдың да, хәҙер йөрө инде ат менән шылтырлап.
Ағай тыңлап килгән дә:
− Һы, генералдың төймәһе ун ике. Һин минең бер төймәне лә тағып бирә алмайһың, − тигән.

«Утки һаталар»
Элегерәк ауылдар буйлап инкубатор себештәре һатып йөрөнөләр. Бер мәл алты йәшлек ҡыҙым Элиза уйнап йөрөгән еренән йүгереп килеп инде: «Инәй, утки һаталар, ана, машинала, ағай беҙгә әйтеп китте», – ти. Мин тиҙ генә йәшник табып, күршем Мөслимә апайға әйтеп, машина артынан киттек. Ул магазинға барып туҡтаны. Осраған кешеләргә лә әйтә барабыҙ. Барып етһәк, «уткалар» юҡ, унтылар һатыла икән. Ни эшләйһең инде, утка урынына иремә матур унты һатып алдым. Ул рәхәтләнеп кейеп йөрөнө. Бына шулай, йәшник тотҡан әллә күпме кешегә, көлөшөп, магазиндан кире ҡайтырға тура килде.

Зәлифә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Архангел районы,
Муллаҡай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)