RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Здравствуй, сахар!»

08.02.2013 «Здравствуй, сахар!»

1960 йылдың аҙағы. Өсөнсө синыфта уҡыған Рафаил мәктәптән ҡайтып инһә, ни күрә, атаһының урыҫ белеше ҡунаҡҡа килгән, сәй эсеп ултыралар. Ашъяулыҡтың уртаһында өйөлөп шәкәр ята. Рафаил ҡыуанысынан ишек төбөнән үк: «Здравствуй, сахар!» − тип ҡысҡырып ебәргән. Ул ваҡытта шәкәр беҙгә бик тәтемәй торғайны шул.

«Минең ҡулда балыҡ бар!»


Йәйгеһен Зәбир ағайым Эйек йылғаһына балыҡ тоторға киткән. Күп тә үтмәгән, йүгереп ҡайтҡан да: «Әсәй, ҡапҡаны ас!» − тип ҡысҡыра икән. Әсәйем: «Ниңә үҙең асмайһың?» − тип һораһа, «Минең ҡулда балыҡ бар!» − тип яуап биргән. Иң беренсе тотҡан балығы менән шулай ҡайтып маҡтанған ағайым биш йәшендә.

«Жук»

Бер урыҫ ағай беҙҙең ауылға еңел машинаһы менән тауар һатырға, алыш-биреш итергә килгән. Колорадо ҡуңыҙынан ҡотола торған дарыу ҙа килтергән. Урам буйлап машинаһының сигналына баҫа-баҫа яйлап ҡына килә икән. Тик ҡуңыҙ дарыуын бер кем дә алмай.
Мортаза ағай был урыҫты күреп ҡалған да: «Ана, арттағы урамда бер ир йәшәй. Ул кисә картуфҡа дарыу эҙләй ине, хәҙер тауарыңды ҡабы менән алып ҡаласаҡ. Картуфты күп сәсә ул», − тип өйрәтеп ебәргән. Урыҫ ни, ҡыуанып киткән, урам буйлап йөрөгәнсе, улай ҡабы менән алыу­сы булғас. Тик иртә ҡыуанған. Барып туҡтаған әйтелгән урынға. Машина тауышын ишетеп, Хәйҙәр ағай урамға сыҡҡан. «Һеҙ жуктан дарыу эҙләйһегеҙме?» − тип, урыҫ у­ға табан яҡынлаған. Хәйҙәр ағай, асыу­ланып, ҡыҙып әрләшә башлаған, тегеһе аптырап тик тора икән. Баҡтиһәң, ағайҙың ҡушаматы «Жук» икән. Мортаза ағай, шаяртып, урыҫҡа уның өйөн күрһәтеп ебәргән. Бахыр урыҫ уны ҡайҙан белһен инде.

Күгәрсен районының
Бикбулат ауылы мәҙәктәрен
Дамилә Килсенбаева яҙып алды.
Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)