08.02.2013 Ике шамбы
Батыр ағайыбыҙ мәктәптә эшләгән сағында ла, хаҡлы ялға сыҡҡас та аттан өҙөлмәне, бейә тотто. Үҙем, мәҫәлән, уны атһыҙ көйө күҙ алдына ла килтермәйем. Ундайҙарҙы беҙҙә, ат бете, тиҙәр.
Ана шул «ат бете» матур иртәләрҙең береһендә артҡы баҡсаһы осонан ғына ағып ятҡан Һаҡмарға ат һуғарырға сыға. Үҙе бошоноп бара икән: «Эй, гүзәл йылға, һин дә бөлдөң бит. ҡара, нисек һайыҡтың. Көтөү-көтөү йөрөгән балыҡтарың ҡайҙа булып бөттө?
ҡасан ғына әле ошо һыулауыңда, ҡолас буйлыҡ булмаһа ла, ярайһы ғына елле шамбыларың иләҫләнеп ятыр ине, ажауҙарың ҡарпып торҙо…»
Ошо урында Батыр ағайҙың моңһоу уйҙары кинәт өҙөлдө. Ихласлап һыуһын ҡандырған бейәнән алыҫ түгел, йылға уртаһындағы яҫы таш янында… ҡойроғон һәлмәк болғап ятҡан шамбы һыны төҫмөрләнә ине. Ысынмы-бушмы? Ысын! Хатта икәүҙәр! Ағайыбыҙ бер мәлгә ҡатып ҡалды: нишләргә? Эсеп туйған бейәһе шаптырлатып һыуҙы сапсырға тотондо. Өркөтөп ебәрә икән. Атын йәһәтләп ярға сығарған ағайыбыҙ баш вата: ҡалай итеп эләктерергә быларҙы? Әһә, иҫенә төштө, кәрәге бөткәнлектән онотолоп ятҡан һалдауы булырға тейеш. «Бирәм тигән ҡолона − сығарып ҡуйыр юлына. Һай шәп була бит ул шамбы һурпаһы. Һурпа янына берәй яртыһы ла килеп ҡунаҡлаһа…» Осоп ҡына йөрөгән ағай ошолайыраҡ хыялланды. Тик балыҡтар китеп бара күрмәһен. Китмәгәндәр! Яталар! Яҙған мал шулай ауыҙ шаҡарып инеүсән бит ул. ҡайһы аралалыр оҙон ҡуныслы итектәрен кейеп алырға өлгөргән Батыр ағай, һалдауын әҙер тотоп, шамбыларға яҡынлашты. Тегеләре тыныс ҡына ятыуын белде. Тик ҡойроҡтарын ғына улай-былай болғаштыралар. Бындайҙарын күптән күргән юҡ ине, бар икәнһегеҙ икән әле, мәхлүктәр. Бөтөнләй юҡҡа сыҡмағанһығыҙ икән. Икәүегеҙҙе бер юлы һәрмәгәндә…
ҡырш! һалдау, ике шамбының тәнен үтеп, Һаҡмарҙың ваҡ ҡырсынташына ҡаҙалды. ҡаҙалыуын-ҡаҙалды, тик, ни ғәжәп, тегеләр яғынан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтеү-маҙар булманы. Нисек ятҡандар, шул көйө ятыуҙарын белделәр. Күңеленә шик йүгергән балыҡсы, бер аҙ баҙап торғандан һуң, ҡоралын һаҡ ҡына күтәрергә баҙнат итте. Һалдауҙың үткер йәптәре араһында балалар ыштаны эленеп тора ине.
Шул ҡәҙәре ымһынған балыҡсының артабанғы кисерештәрен бәйән итеп тормайыҡ инде. Ундайын дошманыңа кисерергә яҙмаһын.
Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы,
ҡырҙас ауылы.