RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «… Яңы үрҙәргә ынтылам – Был һуңғы юлым түгел!»

29.01.2013 «… Яңы үрҙәргә ынтылам – Был һуңғы юлым түгел!»

Көҙгө урман
Көҙгө урман, әйтерһең дә,
Һып-һылыу ғына ҡатын.
Ирендәре − ҡыҙыл балан,
Сәстәре – һары алтын.
Һәр саҡ уға ашҡынамын,
Тәмләргә һөйөү татын.
Ел булып һыйпай башлаһам,
Оялып тора бер тын.
Яйлап, ҡояш-йөҙөн бороп,
Миңә үҙе һырыға.
Эргәләге ҡарт тауҙарҙың
Беҙгә күҙе ҡыҙыға.
Япраҡтарҙан түшәк йәйә
Көҙ – йомарт, наҙлы ҡатын.
… Күңелемде солғап ала
Мөхәббәт – һүнмәҫ ялҡын.


Эштә

Поезд ебәрергә кәрәк – −
Теҙелешкән вагондар.
Тик биш юллы Шартымка*ла
Вагондарға урын тар.
Ике юлда – буш вагондар,
Икеһендә – йөклөләр.
Вагондар тимер булһа ла,
Гүйә, кеше төҫлөләр.
Һауҙары бар, ауырыуҙары,
Төрлө йөк тейәлгәне.
Тигеҙ генә юлға, йәки −
Үрҙәргә көйләнгәне.
Вагондар ҙа − бала кеүек,
ҡарарға кеше кәрәк!
Иңдәрҙә − ҙур яуаплылыҡ,
Һыната күрмә, йөрәк…
Поезд ебәрергә кәрәк – −
Ярһып тора вагондар.
Сафлыҡ өҫтәп тирә-яҡҡа,
Ябалаҡлап яуа ҡар.

*Шартымка – Көньяҡ Урал тимер юлындағы бәләкәй генә станция.

ҡатын менән һөйләшеү

«Тағы ҡоймаҡ бешерҙеңме,
Шиғыр – һинең ҡоймағың?!
Төн буйына борғоландың,
Таң буйына уйландың».
«Юҡ» тиһәм, ҡатын ышанмаҫ.
Әйтер: «Китсе, алдаҡсы!»
Һәр һүҙендә уның ризыҡ,
Йәш сағынан − ашнаҡсы!
«Мин – көндөҙ бешеренәм, – ти, –
Һин – таңда ҡоймаҡ ҡояң!
Һинең таба шыжлатҡанды −
Йоҡо аралаш тоям…»
Шиғыр яҙыу − миңә ҡыҙыҡ,
Йоҡлаттырмай төндәрҙе.
Аҙаҡ үҙе ҙур бер шатлыҡ,
ҡыуандыра меңдәрҙе!
Бөгөн шундай арыттырҙы,
Кәрәк ине «ойорға».
… Илһам тағы уятыр ул
Таңда ҡоймаҡ ҡойорға!

Үрҙәр

Юғарыға менеп була,
ҡыйын төшөү үрҙәрҙән.
Менгән юлды көрттәр баҫҡан,
Тирә-яҡ та үҙгәргән:
Тау башынан таш ишелеп
Барыр юлды ҡамаған.
Нисек кенә был ҡарағас
Имен ҡалған, аумаған?!

Бейек ҡаяларҙы яулап
Төшөп барам үрҙәрҙән.
Хоҙай үҙе аралаған −
Упҡын менән гүрҙәрҙән.
Элеккесә донъя яҡты,
Бары холҡом үҙгәргән:
Үрҙәр яулау теләге тик
Сағыла бит күҙҙәрҙән.
Аҫҡа төшһәм, бейеклеккә
Ашҡынып тора күңел.
… Яңы үрҙәргә ынтылам – −
Был һуңғы юлым түгел!

Төрмәләге дуҫтарға

Һеҙҙән тағы хаттар килә,
Һеҙ һорайһығыҙ ярҙам.
Тормош һеҙҙе төшөргәндер
Упҡынға текә ярҙан.
Иректә әле мин һаман,
Һеҙ нисәнсе «ходка»ла?!
Өсәүегеҙ йөрөй Тагилда,
Икәүегеҙ – Находкала.
Һеҙгә минән ярҙам кәрәк:
Сәй, тәмәке, сало, май.
Һеҙҙең унда көндәр үтмәй,
Мин йөрөйөм бушамай.
Йорт төҙөйөм, ҡай саҡтарҙа −
Хат яҙырға юҡ ваҡыт.
Бер ҙә эштән бушап булмай,
Кемдән икән йоҡто ҡот?
Һеҙҙең хәлдәр мөшкөлөрәк,
Һеҙ − нисәнсе «ходка»ла?
Тынсыу, һаҫыҡ камерала −
ҡанды эсә ҡандала…
Руфат – дүртенсе «ходка»ла,
Ризо – бишенсе тапҡыр!
Һеҙ иреккә ашҡынығыҙ, −
Унда йөҙөгөҙ балҡыр!
Ирек шундай тәмле бит ул,
Шундай ҡояшлы ирек!
Төрмәлә ҡатҡан күңелдәр
Иректә китер иреп!

Шул иреккә сат йәбешеп
Минең йөрөгән сағым.
Тотҡонлоҡҡа эләгергә −
Яҙмаһын инде тағын…
Һеҙгә лә яҙһын тиҙерәк
Төрмәнән ҡотолорға.
Һәйбәт, ғәҙел кешеләрҙән
Үрнәк һәм ҡот алырға.
Һаҡлап ҡала алмаһаҡ та
Күңелдәге сафлыҡты,
Яҙһын ҡояшлы иректә −
Үткәрергә ҡартлыҡты!

Йылан һәм бөркөт

«Һоҡланамын һиңә, бөркөт,
Һәм һинең кеүектәргә.
Минең дә менгем килә бит
Анау зәңгәр күктәргә!
Мәңге ҡурҡып йәшәргәме
Миңә һинең шәүләңдән?!
Һин тик ҡояшты ҡаплайһың…» −
Йылан шулай һөйләнгән.

Бөркөт уға яуап биргән:
«Алма, – тигән, – ауырға.
ҡанатһыҙ тыуған йәндәргә
Нисек ҡанат ҡағырға?!
Тырнаҡтарға эләктереп
Күтәрәйем ҡояшҡа.
Төшөүен үҙең төшөрһөң.
ҡала күрмә оятҡа!»

Рамай ҡАҺИР.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)