RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙыусы ағайым

18.01.2013 Яҙыусы ағайым

Яҙыусы  ағайым
– Ура! Ағайым ҡайтҡан!
Уны тәҙрә аша күреп ҡалыу менән Сәриә апай менән ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикерәбеҙ. Өлкәнерәктәр – Фәрүәз ағай менән Нурия апай урамға ҡаршыларға йүгерә. ҡыуаныстан йөҙө балҡып киткән әсәйем ҡабаланып самауырына тотона. Оло улы, уның төп терәге – Әмире ҡайтҡан бит! Һуңынан ағайым алып ҡайтҡан күстәнәстәр менән тәмләп сәй эсәбеҙ, күңелле итеп ултырабыҙ, көлөшәбеҙ. Бәхетле саҡтар!
Әмир ағай аңлы тормошома байрам килтереүсе булып инде. Ғаиләлә беҙ биш бала. Ул – өлкәне, мин кесеһе, арабыҙ – ун биш йыл тирәһе. Шуға күрә уны көсө ташып торған егет сағынан хәтерләйем. Бына ул ҡолас ташлап бесән саба. Алымы киң, үләнде ҡырып сапһа ла яландың теге осона саҡлы хәл алырға ла туҡтамай. Өтәләнмәй ҙә үҙе, бер тиҙлектә туҡтамай бара ла бара. Безелдәшкән себен-серәкәйҙәрҙе лә, тын алғыһыҙ эҫелекте лә шәйләмәй.
Ә бесән күбәләрен нисек оҫта һала ул! Күбәһенең нигеҙе ныҡ, түбәһе матур осланған булыр, уларҙы бер ҡасан ел дә ауҙармаҫ, төбөнә һыу ҙа үтмәҫ. Көҙгә тартым күбәләрҙе ат арбаһына тейәп ташығанда йөгөбөҙ һәр саҡ тос була. Әле лә күҙ алдында кеүек, йөк башынан саҡ күренгән ат бар көсөнә йөктө һөйрәй, киң яланды бер итеп сабып йөрөй торғас, арып китеп, эргәһенә һыйынған ҡолонсағы яғына башын бороп бышҡыра ла йән көсөнә тартыуын белә.
Үлән үҫкән ерендә үҫә, тип ҡабатларға ярата ағайым. Ғафури районының Һабай ауылы бормаланып аҡҡан Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылдың 300 йылға яҡын тарихы бар. Шәжәрә буйынса билдәле иң өлкән олатайыбыҙ Мостафа 1725 йылда тыуған. Фамилиябыҙ иһә уның 1755 йылғы улы Мөхәмәтәминдән килә. Әминевтарҙың Октябрь революцияһына тиклем сәскән баҫыуҙары киң, аҫраған малдары ишле була. Архив материалдары быны асыҡ күрһәтә. Ил күргәнде күрә ата-бабаларыбыҙ. Хәсән олатайыбыҙ үтә егәрле булыу өҫтөнә дәһшәтле Сталин осоронда ла дингә тоғро ҡалыуы менән айырылып торһа, совет власы атайымдан ата коммунист яһай. “”Колхоз өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай булып эшләгән бүтән кешене белмәйем, оҫта ойоштороусы булды, сая, дыуамалыраҡ холоҡло ине Мөхәммәт, бер үҙенә ике менге ат тотто, берәүҙе сыҙатмай ине”. Атайымды ошолайыраҡ һүрәтләй өлкәнерәк ауылдаштарым. Колхоз агрономы булараҡ, йыл әйләнәһенә эш тип сапҡан атайыбыҙҙы ҡаты ауырыу 45 йәшендә генә арабыҙҙан алып китте.
Миңә биш йәштәр тирәһе булғандыр. Ауыл урамы буйлап атҡа ултырып киләм, күрше йорттарҙың бәләкәйләнеп китеүенә аптырайым, шатлығым эскә һыймай, ҡысҡырып көләм. ҡурҡмайым, сөнки атты теҙгененән тотоп, алда атайым бара бит. Миңә төбәлгән ҡыуаныслы ла, хәстәрлекле лә, һоҡланыулы ла ҡарашын әле лә тоям һымаҡ. Атай ҡарашы! Күп тә үтмәй, уны мәңгелеккә юғалттыҡ. Тормош тигән атыбыҙҙың теҙгене әсәйебеҙ менән Әмир ағайыбыҙ ҡулына ҡалды. Оло ғаилә хәстәрлектәрен иңенә йөкмәгәндә ағайыма ни бары 21 йәш булған. Тормош ир ҡорона иртә керетте уны, йәшлектә оҙаҡ ирәйеп йөрөргә форсат бирмәне. Әле лә хәтеремдә, тышта туҡтамай ямғыр яуа, өйҙә әсәйем борсолоп ишекле-түрле йөрөй. “Ағайың ҡайтһа, бесәнде алып китер ине, утын йүнләр ине”, − тип һөйләнеп ҡуя. Ул мотлаҡ ҡайта, кешеһен, атын таба, бесәнен дә, утынын да ихатаға килтерә, эштәрҙе теүәлләп, әсәйемде тынысландырып китеп тә бара. Ағайымда яуаплылыҡ тойғоһо үтә көслө шул – алдына алғанын эшләмәй ҡалмаҫ, төп йөккә үҙе егелер, зарланғанын да, уфтанғанын да ишетмәҫһең. Уның холоҡ-фиғелен тасуирлаған йәнә бер миҫал. Урта белем алғас, ағайым документтарын медицина институтына илтә. Атайымдың, врач бул, улым, тигән һүҙен тыңлай ул. Теүәл фәндәрҙән насар уҡымаһа ла, конкурстан үтер өсөн ярты балл етмәй. Армияға тиклем ярты йылын ауылда үткәргән ағайым ҡойма ямғырҙа ла, ҡар-буранда ла бер тапҡыр ҙа “прогул” яһамайынса һәр иртәлә алты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡауарҙы ауылына йүгереп бара, йүгереп ҡайта. Атай колхоз эшендә, әсәй оҙаҡ ҡына дауаханала ята. Ағай таң һарыһынан тороп, мейескә яғып, туғандарына һәр кемдең мөмкинлегенә ҡарап көнлөк эш ҡуша, сәй эсереп, мәктәпкә оҙата, мал-тыуарға бешерергә ҡуя ла ҡауарҙыға йүгерә. Кисен иһә ҡушылған эштең һөҙөмтәһен тикшерә, яңы бурыстар ҡуя. Ваҡытын бер ҙә бушҡа үткәрмәгән бит, армияға ла үҙен ентекле әҙерләгән. Саңғы, волейбол, атыу буйынса спорт разрядтары булыуы, самбо менән оҙаҡ ҡына етди кимәлдә шөғөлләнеүе көслө характер тәрбиәләргә булышлыҡ иткәндер ҙә. “Ағайың иң көслөһө һинең”, “Беҙҙең урамдыҡылар, ағайың булғас, бирешмәгән”. Малайҙар араһында ағайым тураһында шундай һүҙҙәр сыҡһа, бер ҙә аптырамағанды хәтерләйем. Бәй, уның иң көслөһө икәнен былай ҙа беләм бит, әйттегеҙ яңылыҡ, йәнәһе. ҡыҙыҡ, күп яҡтан һәләтле, спорт менән ныҡлы шөғөлләнгән ағайым ни өсөн тап әҙәбиәткә ылыға һуң? Ошо урында әсәй яғынан туғандар хаҡында телгә алыу урынлы булыр. Уның атаһы Сәйфетдин дә, олатаһы Мөхөтдин дә ағастан төрлө әйбер­ҙәр яһау оҫталары булараҡ билдәле булһа, әсәй яғынан олатаһы Абдрахман тыуған ауылы Имәндәштә генә түгел, бөтөн тирә-яҡта билдәле мулла, оло улы Мөхәмәтғәли Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған, күп телдәрҙе белгән. Ғөмүмән, был нәҫелдән байтаҡ күренекле шәхес сыҡҡан. Академик Нияз Мәжитовтың исемен телгә алыу ҙа етәлер. Әйткәндәй, Нияз Абдулхаҡ улы менән бер әңгәмә ваҡытында унан ҡыҙыҡлы фекер ишеткәйнем. Тормошомдағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға барыу булды, ошо уҡыу йорто миңә археолог булыу хыялы һәм уны тормошҡа ашырыуға ышаныс бирҙе, тигәйне ул. Әмир ағайым да ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай ала. Тап ошо уҡыу йортона барып уҡырға уға әсәйемдең бер туған ағаһы, яҙыусы Әнүр Вахитов тәҡдим итә. Ғөмүмән, Әнүр Вахитовтың беҙҙең ғаиләгә йоғонтоһо иҫ киткес ҙур булды. Ул килә, талапсан ҡарашы менән ҡотто ала, һинең нисек уҡыуың, уңыштарың менән ҡыҙыҡһына, бәләкәй бала менән дә ололарса һөйләшеп, урынлы кәңәштәрен бирә. Әлбиттә, Әмир ағайға, өлкән бала булараҡ, уның талаптары ла юғарыраҡ булғандыр. Һуңыраҡ, үҙе уҡып сыҡҡас, ағайым башҡа туғандарын да ошо мәшһүр уҡыу йортона етәкләп алып килде. Әҙәбиәттәге тәүге аҙымдарын да ул Әнүр Вахитовтың хәстәрлекле һәм үтә талапсан ҡарашы аҫтында яһаған. Ағайым һөйләгән бер ваҡиға хәтергә уйылып ҡалған. Әсәйем тураһында хикәйә яҙғайным, тип һөйләгәйне ул. Тәүге ижад емешен Әнүр Вахитов пыран-заран килтерә.
– Әсәй изге кеше, уның тураһында шулай яҙалармы ни, хәбәр һөйләүҙән уҙмағанһың, хикәйә былай булмай!– тип туҙына ул. Тура һүҙлелек уның характерындағы төп һыҙаттарҙың береһе ине шул.
Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты деканы булып эшләүсе Рәшит ағай Зәйнетдинов аша ағайым серле һынлы сәнғәт донъяһын асҡандыр, матурлыҡты күрә һәм баһалай белергә өйрәнгәндер. Мольбертын тотоп ауылға йыш килгән Рәшит ағай, Әнүр бабайҙан айырмалы рәүештә, үтә шаян һүҙле, күңелсәк, ауыҙ эсенән гелән ниҙер көйләп йөрөр ине.
Өйөбөҙҙә башҡорт яҙыусыларынан алып донъя классикаһы өлгөләренә тиклем бай китапхана булды. Уларҙы берәмтекләп тигәндәй Әмир ағай йыйған. Эрнест Хемингуэй, Джек Лондон, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре уның күңеленә әҙәбиәтсе орлоҡтарын һалғандыр ҙа. Ғаиләбеҙ матбуғат менән дуҫ булды – туған телебеҙҙә сыҡҡан барлыҡ гәзит-журнал өйгә килә ине.
Ағайымдың “Инша” тип аталған нәҫере бар. Уның сюжеты ябай ғына. Үтә хисле уҡыусы малай дәрестә йыш ҡына тыштағы тәбиғәткә һоҡланып ултыра. Тәҙрә аша күренгән болоттарҙың төрлө сүрәткә инеүе, яҡындағы Мағаш тауының мөһабәт матурлығы уны хыял диңгеҙенә сумдыра. Уҡытыусы инша яҙырға ҡушҡас, күңелендәге хис-тойғоларҙы шиғыр юлдарына һала. Был автобиографик әҫәр. Ағайымдың тәүге ижад емешен ихлас маҡтап, күңелен үҫтергән кеше Юлыҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Мәрүә Абрахманова була. Ғөмүмән, ағайымдың “Ташҡын алып киткән муйыл”, “Турат”,”Биштирәк”, “Мәңгелек сирень” һ.б. тәүге хикәйәләрен үк туғандар, ауылдаштар бик яратып уҡығанын хәтерләйем. Шулай булмай, был хикәйәләрҙә барыһы ла таныш ваҡиғалар, исемдәр. Турат – атайымдың яратҡан аты, Биштирәк – ауылыбыҙҙың эргәһендә уны ел-дауылдан һаҡлап торған йөҙйәшәр тирәктәр һ.б. Ағайымдың тәүге “ҡайын япрағы”, “Йәшлек моңдары” китаптарына ингән әҫәрҙәрҙән хистәр ҡайнарлығы, йәшлек дәрте, эмоциялар ҡыҙыулығы бөркөп торғандай. Ә бына “Сөңгөл” китабына ингән “Бүре балалары”, “Өс ете”, “ҡар кешеһе” кеүек хикәйәләр иһә ғәйәт социаль яңғырашлы булыуы менән таң ҡалдыра, ысын оҫтаның һалҡын аҡылды ҙур талантҡа мансып ҡойоп ҡуйған ижад емешен хәтерләтә. Ағайымдың “Бүре балалары”ның сюжетын бик дәртләнеп бәйән итеүен, шул уҡ ваҡытта ҡатнаш никахтарҙың күплегенә, сит милләттән кәләш алған йәки кейәүгә барғандарҙың балалары башҡортлоғон онотоуына, хатта үҙ милләтенә ҡаршы йөрөүенә әсенеп һөйләүен хәтерләйем. Хикәйә матбуғатта сыҡҡас, ул ғәйәт ҙур резонанс алды, “бомба” шартлағандай булды, ҡырҡыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Сәйәси әүҙемлек хаттин ашҡан, башҡорт теле дәүләт теле итеп иғлан ителәсәк шанлы 1993 йыл бара ине бит. Эйе, яҙыусы йәмғиәтте үҙгәртә алмай, әммә ул теге йәки был ваҡиғаларға ҡарата аныҡ ҡарашын талантлы әҫәре аша белдереп, йәмәғәтселек фекеренә йоғонто яһай. йөҙҙән ашыу милләт йәшәгән Рәсәй халыҡтары өсөн “Бүре балалары”нда күтәрелгән мәсьәләләр йылдан-йыл актуалерәк була бара. Хатта ҙур урыҫ милләтенә лә янай яйлап йотолоу ҡурҡынысы. Донъя тарай­ҙы хәҙер, сит ил байҙарына кейәүгә сығыу хыялын тормошҡа ашырыусылар ғына йөҙәр меңләп иҫәпләнә. Ике ҡыҙы итальяндарға кейәүгә сыҡҡанға маҡтанып йөрөгән элекке уҡытыусыны беләм. Милләтем һаны кәмей, фамилиям ҡорой, тип ултырып илар урын­ға…
“ҡытай-город” повесы донъя күргәс, яҡташтарҙан кемдер, нишләп ауылыбыҙ тураһында яманлап яҙҙы икән, тип ғәжәпләнгәйне. Тыуған ауылыбыҙ Һабай бит, ә әҫәрҙә ваҡиғалар Һыбай ауылында бара. Колхозыбыҙ ҙа һуңғы йылдарҙа повестағы кеүек “Алға” тип аталды.
Әҫәрҙә беҙҙең төбәккә генә түгел, бөтә Башҡортостанға, Рәсәйгә хас проблемалар күтәрелгәнен күрә аңлы уҡыусы. ҡытайҙың ниндәй үҫеш юлында булыуын һуҡыр ғына күрмәҫ. Егәрлелеге, күплеге, берҙәмлеге, яңы технологияларҙы йәһәт үҙләштереүҙәре менән айырылып торған ҡытайҙар ярым буш ятҡан Рәсәйҙең сикһеҙ территорияһына күҙ һалмаймы ни? Эш бер ҡытайҙа ла түгел. Инвестор битлеген кейеп тәбиғәт байлыҡтарын ситкә ташыған, сит яҡтарҙан килеп үҙҙәрен ысын хужаларса тотҡан, урындағы халыҡтың ихтыяжына төкөрөп ҡараған эшҡыуарҙар арабыҙҙа бит. Халыҡтың бер ҡатлылығын, түрәләр­ҙең ауыҙына ҡарап йәшәүен, эш үткәс кенә тәүбәгә килеүен асыҡ һүрәтләй автор. “Башҡорттар… киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ – уларҙы тик ялҡау ғына таламай һәм иҙмәй”, – тип бынан йөҙ илле йыл элек әйткән яҙыусы һәм этнограф Ф. Нефедовҡа ҡушылып, аҡылығыҙға килегеҙ, ерегеҙҙән яҙып ҡуймағыҙ, үҙ яҙмышығыҙҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ, балаларҙы уҡытығыҙ, ҡылыс менән түгел, белем һәм айыҡ аҡыл менән эш итер заман хәҙер, тип яр һала кеүек автор.
Ағайымдың һәр әҫәренә туҡталыу, анализ бирергә ынтылыу бурысын ҡуймайым, хәйер, бының кәрәге лә юҡтыр. Уның ижадына лайыҡлы баһа биргән Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Валерий Ганичев, академик Ғайса Хөсәйенов, әҙиптәр Талха Ғиниәтуллин, Инга Борисова, Фәрит Иҫәнғолов, Хәсән Назар, Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Салауат Әбүзәров һәм башҡа бик күп һүҙ оҫталарынан уҙып, тағы ни әйтәһең? Шуныһына иманым камил, башҡорт әҙәбиәте йәшәй икән, юғарыла телгә алынған әҫәрҙәр ҙә, “Усман ташы”, “Танкист”, “Бер кәмәлә” повестары, “Өс ете”, “ҡар кешеһе”, “ҡапҡа” хикәйәләре һәм башҡа бик күп әҫәре лә йәшәйәсәк. Уға әле ни бары алтмыш йәш, ижади пландары ҙур, береһенән-береһе шәп әҫәрҙәре тыуасаҡ әле.
Ағайыма, әҙерәк яҙаһың, тип әйткәнем бар. Әле уйлап ҡуям, эш күпме яҙыуҙа түгел, ә нисек яҙыуҙа бит. Ул бер яҙа, берәгәйле яҙа, һәр әҫәре уҡыусы күңеленә барып етә, резонанс, бәхәстәр тыуҙыра. Көндәлек эш, редакцияның бөткөһөҙ мәшәҡәттәре лә бар бит әле. Ә ағайым “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары кеүек яуаплы вазифаларҙан һуң башта “Шоңҡар” журналында, ә 2002 йылдан “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир булып эшләй. Ижади коллективҡа етәкселек итеү, әҙәбиәтебеҙҙең көҙгөһө булған журналды уҡымлы итеп сығарыу һис тә еңел эш түгел. Тиҫтә йылдан ашыу Башҡортостан Яҙыу­сылар союзының проза секцияһына етәкселек итеү, тимәк, бөтә әҫәрҙәрҙе уҡып, анализ бирә барыу, союз эшендә әүҙем ҡатнашыу ҙа күпме ваҡыт талап иткән. Ул күренекле яҙыусы Талха Ғи­ниәтуллинды башҡорт уҡыусыһы өсөн асты, башҡа классик әҫәрҙәрҙе тәржемә итте. Остазы Әнүр Вахитовтың ижа­ди мираҫын туп­лап, “Тамыр­ҙарым”, “Сейә­летүбә”, “Баш­ҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары” тип аталған китаптарын сығарыу, әҙиптең 80 йыллығына бағышлап “Әнүр Вахитов ту­раһында хәтирәләр”ҙе нәшер итеүҙе үҙенең намыҫ эше итеп күрҙе. Дуҫы, Әҙәбиәт институты буйынса курсташы, билдәле шағир, драматург, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Вил ағай Ғүмә­ровтың бар әҫәрҙәрен туплап, “Яуа зәңгәр ҡарҙар” тигән китабын да тап ул сығарҙы.
Бөгөн ул өс ейәнгә олатай. Ә күпме йәш яҙыусыға ҡанат ҡуйған остаз, оло әҙәбиәт юлына сығарған талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡорт яҙыусыларынан беренсе булып Рәсәйҙең Ҙур дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Ағайым ниндәй һөнәр һайлаһа ла ҙур уңышҡа өлгәшер ине, тип уйлайым. Егет сағында бесән сапҡандай, үҙ юлынан туҡталмай барыр ҙа барыр, матур һәм ныҡлы күбәләй ижад емештәре ҡалдырыр ине.
“Ағайың шәп яҙыусы һинең”, − тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә хәҙер. Малай саҡтағы ише быға бер ҙә аптырамайым. Ағайым бит ул! Яҙыусы ағайым!

Марат ӘМИНЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)