11.01.2013 Йәшлектәге саф мөхәббәт…
Күк Ирәндек итәгендә йәйрәп ятҡан матур Талҡаҫ күле янындағы ял йортона сираттағы төркөм ялға йыйылды. Бер үк райондың төрлө-төрлө ауылдарынан килгәндәр. Был юлы ни сәбәптәндер оло йәштәгеләр күберәк ине. Хәйер, был аңлашыла ла – кемдәр эшләй, йәй шуларҙың отпуск мәлдәре бит, Талҡаҫта ул саҡта энә төртөр урын булмай. Хәҙер хатта сит илдән дә килә башлағандар, ти, бит.
Әбейҙәр суғымыраҡ, ир заттары һирәк. Бер нисә ирле-ҡатынлы пар күренә. Заманында алһыҙ-ялһыҙ эшләп, иленә тоғро хеҙмәт иткән ололарҙы шулай хөрмәтләп, уларҙың күңелдәрен күтәреп, күкрәктәрен кирҙереп, баштарын сөйҙөрөп, ғорурландырып ебәрә бит хәҙер «һөкөмәтебеҙ». Аҙарынып-аҙарынып шулай рәхмәттәрен уҡып, матур теләктәрен теләй-теләй бүлмәләргә урынлаштылар.
Бер бүлмәлә өсәр кеше. Ғүмер буйы бер тирәлә йәшәгән, үҙ-ара таныш булғандар бергә урынлашырға тырышты. Фәғилә, Сәғүрә, Зәйтүнә янына, уларҙан рөхсәт һорап, дүртенсе кеше булып Бибисара әбей килеп һыйынды. Бибисара тәүҙә бер мәрйә, бер ҡала ҡарсығы булған бүлмәгә тура килгәйне. Бер ҡарауҙан был бүлмәлә ҡалмаясағын ҡарар итеп, сумкаһын ҡулынан да төшөрмәй иҙән уртаһында бер зыр әйләнде лә ял йортоноң директорына китте.
– Дүрт койка ҡуйылмай бит, инәй, өс койка ла бер диван, ике кресло ғына булырға тейеш һәр бүлмәлә, инәй, тиеүҙәренә ҡараманым. Миңә диван булһа ла ярай, өйҙә лә диванда йоҡлайым, хатта уңайлысы. Бынау ейәнем менән уның кәләшенә рәхмәт, улар булмаһа, бында килеүҙе уйламаҫ та инем әле. Һикһән йәш тулғас, шул икәү үҙҙәренә мине афурмит иткәйнеләр, килен мине ҡараған өсөн түләнгән аҡсаны үҙемә кире биреп барҙы. Мин, үҙҙәренә бер кәрәге тейер әле, тип һандыҡ төбөнә һалып тик торҙом, тотоноуға пенсия аҡсаһы ла артығы менән етә, аныһын да уҡыған ейәндәргә бүлеп биреп торам, һоранып ыҙалатмайҙар былай, Аллаға шөкөр. ҡана, өләс, аҡсаңды бир әле, тигәс, ҡыуана-ҡыуана сығарып биргәйнем, улар миңә ошо Талҡаҫҡа путифка алған икән лгутный хаҡ менән. Рәхмәт яуһын балаҡайҙарыма.
Шулай итеп килеп төшкән икән Бибисара «думаддыхҡа». Бер аҙнаға. Шунан да артығына «сабырһыҙ Бибес» исеме алған был йүгерек әбей барыбер риза булмаҫ ине.
– Бер нәмә лә эшләмәй, ай буйы оялмай буш ашап-эсеп тик ятып, эшем иреккән мәллә минең, бер аҙнаға ғына, тип килдем.
– Беҙ ҙә шул инде, – тип һүҙгә ҡушылды ҡалғандар, – бер аҙнаға килдек.
Бөтәһе лә бер-береһе менән электән дә таныш булғас, һүҙҙәре тиҙ беректе. Кемуҙарҙан белгән-күргәндәрҙе һорашып, уртаҡ туған-тыумасаларҙы, ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы барлап сыҡтылар, үҙҙәренең хәл-әхүәлдәрен асыҡланылар, бала-сағаларының көнитмеше тураһында бәйән иттеләр, нисек ял йортона килергә тәүәккәллек иткәндәр – шул турала һөйләп бирҙеләр. Шунан һуң бер аҙ тынысландылар.
– Хәбәребеҙҙе бер тында тетеп бөттөк тә ҡуйҙыҡ. Хәҙер нимә тип һөйләшербеҙ икән, – тип көлөшөп алдылар.
Бибисара нимәһендер төрөп тотоп, телефонын алып сығып китте. Зәйтүнә урынына барып ятты, ә Сәғүрә, оло сумкаһын һөйрәп сығарып, әйберҙәрен ҡыштыр-ҡыштыр килтерә башланы. Фәғилә тәҙрә янына килеп ултырып, тышҡа баҡты.
Ирәндек башын күк монар алған. Талҡаҫ буйы һил, тыныс. Ял итеүселәр көҙгө һилүәт, еләҫтә рәхәтлек кисереп, ашыҡмай ғына улай-былай үтә.
– Эй йылы тышта, эй рәхәт… Самай әбейҙәр сыуағының үҙе генә. Үктәбер уртаһында була бит әбейҙәр сыуағы, көҙ башында түгел, – Бибисара ҡайтып инде бүлмәгә.
– Йәй көнө ни, бер ҙә бушап булмай бит эштән. Себеш көтәһең әллә нисә төрлөһөн, ҡуңыҙ сүпләйһең. Һыйырҙың ағын аш итергә ярҙам итмәй ҙә булмай. Балалар үҙҙәре лә буш ултырмай ҙа ул, донъя тулы фәрештә, һәр береһе бер эштә, тигәндәй, ауыл ерендә ни, һәр береһенә эше сығып ҡына тора. Хәҙер генә әҙерәк тынысҡа ҡалдыҡ, – Сәғүрә сумкаһын кире урынына этте лә Фәғилә янына килеп ултырҙы. Зәйтүнә ошо икәүҙең бер-береһенә нимәһе менәндер оҡшағанлыҡтарына аптырап ҡарап ятты.
Тәҙрәнән тауҙарға ҡарап ултырған Фәғилә әбей бер аҙҙан нисектер моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы:
– Һөйләйем, тиһәң, хәбәр бар инде ул, ҡыҙҙар…
Уның был сәйер һүҙҙәренә «ҡыҙҙар» һиҫкәнде, берсә аптыраулы, берсә ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын Фәғиләгә йүнәлтте.
Бибисара сабырһыҙланды:
– Йә, йә, ниндәй хәбәрең бар, һөйләй һал, тыңлайыҡ.
Фәғилә уларҙың һәр береһенә текәлеп ҡарап алды. Әбейҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары арта төштө.
– Бына беҙ ҡалай бәхетле, тип уйлап ултырам. Әле бында ял итергә килдек, Аллаға шөкөр. ҡәҙерләп ҡаршы алдылар, хөрмәт итеп йүгереп йөрөйҙәр. Балаларыбыҙ ҙа өлтөрәп тора. Тик үҙебеҙҙе тәүфиҡтан яҙҙырып, бәйелдән аҙҙырмаһын, тип теләйек.
– Эйе шул, шулай шул, – тиеште әбейҙәр.
– Үҙ аяғыбыҙ менән йөрөйбөҙ, аҡылыбыҙ теүәл, тик олоғайған көндәребеҙҙә балаларыбыҙға кәрәк булырға яҙһын…
Бүлмәләгеләр уның был һүҙҙәрен дә йөпләне.
Фәғилә әбей берәүгә лә ҡарамай, үҙ алдына һөйләнгәндәй дауам итте:
– Яҡындарыбыҙға, балаларыбыҙға һәр ваҡыт кәрәк булырға яҙһын, кәрәкмәгән бер бәйнәт, артыҡ ауыҙ, тип ек күрмәһендәр ине…
Тегеләр тамам аптырап, бер-береһенә ҡарашты ла сабыр ғына көтөргә булды – элекке уҡытыусы бындай һүҙҙе юҡҡа ғына һөйләмәҫ.
Ауыр итеп бер көрһөнөп алды ла Фәғилә, ниһайәт, һүҙен башланы:
– Бөгөн иртәнсәк Сибай вокзалында күргән бер хәл күҙ алдымдан китмәй, көнө буйы йөрәгемде өйкәй.
Башҡалар өндәшмәне, сабырһыҙ Бибисара ғына инде тәҡәте ҡалмай Фәғиләне ашыҡтырҙы:
– Йә, йә, нимә булды һуң ул вокзалда, кемде күрҙең, берәй танышың инеме әллә?
– Юҡ, танышым түгел.
Фәғилә, әле ваҡыт күп кәрәк буласаҡ тигәндәй, йәтешләп ултырып алды.
– Сабир улым алып килде мине бөгөн бында. Киленем дә ултырып килде Сибайға, миңә йылы кофта алып кейҙереп ебәрәм тип. Кәрәкмәй, бар бит, тип торам, алдына алғанын ҡуямы ул. Берәй бабайҙың күҙе төшөп ҡуйһа әле, тип мәрәкәләй.
– Әй, нимәгә ул хәҙер беҙгә бабай, артыҡ өй ҡыйы, – тип ебәргән булды Бибисара.
– Һин ыҙаланып йөрөмә, берәй ярты сәғәт беҙҙе ошонда көтөп ултырып тор, беҙ ҡалаға сығып йөрөп киләбеҙ, заправкаға ла барырға кәрәк, телефоныңа ла бер юлы етерлек аҡса һалабыҙ, тип улар китте, мин ултырып ҡалдым. Вокзалдың эсенә индем, иртәнсәк һалҡынса була бит. Ултыра инем, эргәмә берәүҙәр килеп баҫты. Ирле-ҡатынлылар, тиһәм, ҡатын шунда уҡ ситкәрәк барып торҙо, иргә ҡарамай ҙа. Ир кеше миңә һүҙ ҡушты:
– Һеҙ бында булаһығыҙ бит әле, шулай бит? Бына ошо ҡатын һеҙҙең менән ҡалып торһон әле мин юл белешеп килгәнсе. Беҙ был яҡтың кешеһе түгел, Өфө аръяғынан киләбеҙ.
– Ә-ә, – мин әйтәм, – ҡайҙа китеп бараһығыҙ? Әллә ял йортонамы?
– Һеҙҙең яҡта инвалидтар йорто бар бит, шунда киләбеҙ. Мин һорашып киләйем, автобус булһа, сәғәт нисәлә ҡуҙғала икән, йә такси яллап булыр.
Ул кеше ҡатынды етәкләп алып килеп эргәгә ултыртты, тик ниңәлер сумкаһын ҡалдырманы, шәп-шәп атлап вокзалдан сығып китте. Үҙенә ҡарап ултырғанды белеп, ҡатынҡай башын күтәреп миңә боролоп ҡараны. Собханалла! Кеше шулай ҙа һылыу була икән… Иҫем китеп текләнем йөҙөнә. Үҙ ғүмеремдә икенсегә шулай һылыу ҡатын-ҡыҙ күрҙем. Күҙҙәре зәңгәр генә, китапта яҙылғанса төпһөҙ күл шикелле күҙҙәр шулай булалыр ул. Ана, Талҡаҫ һыуы һымаҡ төҫө күҙҙәренең. ҡап-ҡара ҡаштары ҡыйылып тора. Танауы төҙ генә, эйәгендә матур ғына миңе бар. Шул тиклем дә төҙөк, теүәл итеп яратыр икән Хаҡ Тәғәлә бәндәһен. Һоҡланһындар, һөйһөндәр, тип яралтҡандыр. ҡайһы еренә ҡараһаң, шул ере камил. Бармаҡтары нәҙек, оҙон, ҡолаҡтары ла нәфис, йәтеш кенә. Буй-һынын әйтеп тораһы ла түгел. ҡырҡ биш йәштәр тирәһелер. ҡара әйҙә, тигән һымаҡ тик ултыра үҙе. Теге ир, кеше менән һөйләшмәй ул, тигәнде онотоп:
– Иреңме? – тип һораным. Баш ҡаҡты ла ниңәлер танауын сирып ҡуйҙы.
– Исемең нисек? – Өндәшмәне, башын ситкә борҙо. Шулай бер килке тик ултырҙыҡ.
– Асыҡманыңмы, һылыубикә? – тип һорай ҡуйҙым ниңәлер. ҡатынҡай тертләп китте, аптыраулы ҡараш менән миңә баҡты һәм йылмайып ебәрҙе.
– Әллә исемең Һылыубикәме? ҡулымдан тотоп алды, ҡат-ҡат баш ҡаҡты.
– Һинең кеүек һылыуҡайҙың исеме, әлбиттә, тик шулай булырға тейеш. Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, Һылыубикә, мин үҙем һыуһап ултырам.
Өҫтәл янына килеп ултырғас, яулығын сисеп, яурынына һалды. Сәсе ҡырып алғандан һуң яңы үҫеп киләлер, малайҙарҙыҡы кеүек өтөрәйеп тора.
– Сәсең оҙон инеме? Бөгәрен күрһәтә.
– Балаларығыҙ бармы? Үҙенең түшенә төртөп бер бармағын күрһәтә, ир киткән яҡҡа ҡулын һелтәп баш сайҡай. Уның ым- ишараларынан шуны аңланым: был ирҙән балалары юҡ, үҙенең бер ҡыҙы булған, тик йөрәк сиренән ауырып үлгән, ике ейәне бар, улары кейәүендә, кейәүе һәйбәт кеше. Икенсегә өйләнгән, игеҙәк бәпәйҙәре булған яңыраҡ. Һылыубикә киткәндә илашып ҡалғандар. Ебәрмәйбеҙ, тиһәләр ҙә, үҙе барырға риза булған, балаларына һалыҡ һалырға теләмәгән. Килеп йөрөрбөҙ, тигәндәр.
– Һине алып китеп барамы был инвалидтар йортона? Ә ҡайһы ерең инвалид, бер ҙә ғәрип кешегә оҡшамайһың да баһа? Электән ауырыйһыңмы? Кеше менән һөйләшмәй ул, тигәнгә ҡарамай, мин һорашам, Һылыубикә үҙенсә яуап бирә.
– Һин әллә кемдәрҙе һөйләштерерһең ул, – тип ҡуйҙы Сәғүрә.
– Ысынлап та, бер-ике һүҙ әйтә башланы был. Әллә туҡмай торғайнымы, тип һорағайным, уны ҡайҙан белдең, тигәндәй, миңә аптырап ҡарап ултырҙы ла ҡыйынлыҡ менән булһа ла ҡапыл әйтеп ебәрҙе:
– Ба- шы-ма һуҡты… Гел…
Был һүҙҙәр әбейҙәрҙе ярһытып ебәрҙе:
– Ах, һин уны! Эт икән дә баһа, ҡулы ҡороғор! Йә инде, туҡманы, тигенсәле… Гел башына һуҡҡан, етмәһә! Инвалид булырһың да шунан! Эй, бисараҡай…
– Һылыуһың бит, ҡыҙғанғандыр ирҙәрҙән, тим. Баш ҡаға. – Нишләп сыҡтың һуң уға, ни төҫө, ни һыны юҡ, тип һораным. Минең иремдең дә холҡо әллә ни яҡшынан булманы, ләкин ул һылыу ине килеп тороп. Ул ир ни айыу тотоп менмәле әзмәүер, ә һиңә ни күп кәрәкме?
Битен ҡулдары менән ҡаплап иланы ла ебәрҙе, бахырҡай, арҡаһынан һөйөп, әүрәтеп, саҡ тынысландырҙым.
– Сире тотоп ҡуйһа, тип ҡурҡманыңмы? – Зәйтүнә һораны быныһын.
– Әллә, уны-быны уйламаным инде. ҡарамаҡҡа һап-һау кеше бит. Яратҡан кешең булғандыр әле, тигәйнем, йылмайып ебәрҙе, тағы ла һылыуланыбыраҡ китте, ә сикәләре ҡайнар сәйҙән һуң йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек алһыуланып тора ине былай ҙа.
– Х-х-а-физ…
– Ә-ә, Хафиз инеме һөйгәнеңдең исеме? Нишләп бергә була алманығыҙ һуң? Урлап алып ҡастымы ни? Шулайтмаһа, уға барыр инеңме ни, шулай бит? Хафиз ҡайҙа хәҙер? Юҡмы, киттеме? Китә инде…
– ҡ-ҡ-ыҙым…
– ҡыҙың Хафиздыҡы инеме? – Минең аңлағанды белгәс, ҡыуанып-йылмайып баш ҡаҡты. – Был иргә сыҡҡанда уҡ ауырлы инеңме әллә Хафиздан? Юҡмы ни? Аҙаҡтан таптыңмы Хафизыңдан?
– Маладис, яҡшы иткән! – ҡайһы ике аралалыр Фәғилә янына килеп торған Бибисара тып баҫып ҡуйҙы хатта. Башҡалар ҙа үстәре ҡанған ҡиәфәттә инеләр.
– Мин дә, маладис, тинем. Бына хәҙер аңланым ниңә был ирең һине ыҙалатҡанды, тинем. Исеме нисек уның? Әйткең дә килмәйме? Ярай, әйтмә, миңә лә кәрәге юҡ. Шул саҡта уның йөҙө ҡараңғыланды. Тәү күргәндәге хәленә ҡайтты. Һылыуҡайҙан ямаҡайға әйләнде. Ир инеп килә икән вокзалға. Такси ялланым, ти. Рәхмәт һеҙгә, ти. Хәҙер мин бының үҙенән һораша башланым. Нишләп ҡатыныңды (ҡатыныңды, тигәс, Һылыубикә яғына ялт әйләнеп, яман итеп ҡарап ҡуйҙы әле ул) инвалидтар йортона алып бараһың, тим. ҡайһы ере ғәрип, тиһәм, башы эшләмәй, ти яуыз. Сыға ла китә өйҙән, эҙләү һала, бикләп ултыртып булмай бит, үҙе эшкә шәп тә ул, ти.
– Эшкә әрһеҙ булғас, бикләп ултыртып ҡуймай, кәнишнә, – тигән һығымтаға килде Сәғүрә.
– Дауаханаларҙа ятһа ла файҙаһы булманы, сиренең ниҙән икәнен дә белмәйҙәр, табиптар үҙҙәре документтарын теүәлләп, йүнәлтмә бирҙе, ти. ҡалған кәрәк документтарҙы саҡ йүнләп алып бөттөм, инмәгән ишек ҡалманы инде, тип ебәргән була. Йәл түгелме, тим. Йәл булһа, ҡалайтайым, уны ҡарайыммы, донъя көтәйемме, ти.
Бибисара тағы шым ғына ҡала алманы:
– Моғайын, берәй һау бисәһе бар инде. Башҡа әбейҙәр, беҙ уйлағанды әйттең, тигәнде белдереп, баш ҡаҡты.
– Байтаҡ була ауырығанына, арыным да инде, аҡсаһы ла кәрәкмәй, ти бит әле. ҡатын ситкә ҡарап битараф ҡиәфәттә тик ултыра, күрәһең, ирҙең былай һайрауҙарын күп ишеткәндер.
Һеҙ тағы берәй ун минут булып тороғоҙ инде, мин йомошома барып киләйем, тип сығып киткәйне баяғы, Һылыубикә янына килдем. ҡулымдан ҡыҫып тотоп алды ла оҙаҡ итеп бер-беребеҙгә ҡарашып ултырҙыҡ.
Таңһылыу ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы.
(Дауамы бар).